

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи арабыҙҙан китһә лә, уның тураһында халыҡ онотмай: йырҙарҙы яңғырап тора, төрлө саралар уҙа. Иҫ китмәле тауышлы Хәниә Фәрхиҙең иҫтәблеген мәңгеләштереү йүнәлешендә уның бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина ла күп өлөш индерә. Ул Тәтешле районында йәшәй, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй.
Фирүзә Ибәтуллина белдереүенсә, Тәтешле районында автоклуб эш башлаған. Улар ауылдар буйлап концерт ҡуя. Әйткәндәй, республика райондарының мәҙәниәт бүлектәренә автоклубтар "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы алына.
– Яңы йыл менән башланған эш көндәребеҙ, хыял-теләктәребеҙ имен, игелекле булһын. Автоклуб яңынан йырлы-моңлы сәфәрен дауам итә. Беҙҙең күрше ауыл булған Юда ауылының уңған эшһөйәр халҡына аҡ ҡар өҫтөндә аҡ теләктәребеҙҙе теләп, моңло йырҙарыбыҙҙы йырлап, дәртле бейеүҙәребеҙҙе бүләк иттек. Ауыл халҡы менән бергәләп бейеп, күңел түрҙәренә яҡтылыҡ, нур, киләсәккә өмөт өҫтәп ҡайттык. Шулай ук яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең йырҙары яңғырап ҡына ҡалманы, уның яҡты иҫтәлеген Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырып, ауыл халҡын бейергә саҡырып ҡайттык. Йыр-моңдарҙы яратҡан, Хәниә Фәрхи менән бер мәктәптә уҡыған класташтары, әхирәттәре уны һағынып, уның рухын яңыртҡандар. Беҙҙе күҙ йәштәре аша ҡул болғап, оҙатып ҡалдылар. Рәхмәт һеҙгә яҡташтар, ерҙәштәр, яҡындарым! – тип уртаҡалашҡан социаль селтәрҙәге диуарында Фирүзә Ибәтуллина.
Фирүзә лә Хәниә Фәрхи кеүек үк матур йырлай, тауышы ла оҡшаған. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото һәм видеояҙма Фирүзә Ибәтуллинаның социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.