

Салауат Юлаевтың замандашы һәм арҡаҙашы Кинйә Арыҫланов хаҡында яҙыусы Ғәли Ибраһимов “Кинйә” романын ижад иткәс, Башҡортостан телевидениеһында был роман буйынса телефильм төшөрөү ҙур мәҙәни ваҡиға, ижади ҡаһарманлыҡ була. Бына ошо иҫтәлекле мәлдән алып 35 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.
Хыял тормошҡа аша
Әлбиттә, феноменаль тарихи белемле әҙип Ғәли Ибраһимовтың сая рухы һәм илһамы уның эшен дауам итеүселәргә сағыу маяҡ булды, ныҡлы таяныс бирҙе. “Кинйә” телефильмын әҙерләүҙә төп роль уйнаған сценарий авторы Фуат Ғибаҙулла улы Бейешев тураһында ла (1928 – 2008) ентекләберәк иҫкә алырға кәрәктер. Шул саҡта бөйөк шәхестәрҙе экранда һынландырған образдарға күпме йөрәк көсө һалыныуы яҡшыраҡ аңлашылыр.
Башҡорт телендәге тәүге төҫлө дүрт сериялы “Кинйә” телефильмы башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшен сағылдырған әһәмиәтле сара, тарихи аманатҡа тоғролоҡ билдәһе булып тора. Уның сценарий авторы – Фуат Бейешев, режиссеры – Әмир Абдразаҡов, ҡуйыусы режиссеры – Рафаэль Биккинин. 1986 йылда бөтә Башҡортостан яңы киноәҫәрҙе тын да алмай телевизор аша ҡарай, Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышын йәки Салауат яуы тип тарихҡа ингән оло ваҡиғаларҙы һәм халыҡ батырҙарын күҙ алдына килтерә.
Үткер фекерле, оҫта телле журналист Фуат Бейешевтең һәм егәрле режиссер Әмир Абдразаҡовтың ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе бөтә Башҡорт телестудияһы өсөн отошло тандем, бәхетле осраҡ булды, тип әйтергә мөмкин. Уларҙың телевидение фондында һаҡланған төп мираҫы – башҡортса тәүге нәфис телефильмдар. Иң тәүге ижади емеш – Яныбай Хамматовтың романы буйынса беренсе күп сериялы телеспектакль – 1978 йылда аҡ-ҡара төҫтәге видеотаҫмаға яҙыла. “Бөртөкләп йыйыла алтын” буйынса төшөрөлгән алты сериялы телеспектакль була ул. Уның да сценарий авторы – Фуат Бейешев, режиссеры – Әмир Абдразаҡов, ҡуйыусы операторы – Рафаэль Биккинин. Әҫәр Башҡортостандағы алтын сығарыусы старателдәрҙең ауыр тормошо, революция һәм Граждандар һуғышы шауҡымынан ил өҫтөнә ишелгән һынауҙар хаҡында. Шулай итеп, ватансыл рухлы шәхестәрҙең – сценарий авторы менән режиссерҙың башҡорт тарихын һәм милли характерын телеэкранда сағылдырыу хыялы тормошҡа аша.
Был сериал хаҡында оператор Рафаэль Биккинин бына нимә ти:
– “Алтын” (“Бөртөкләп йыйыла алтын” фильмының эш өсөн шартлы исеме) – ғәжәп ҙур хеҙмәт һалынған ижади бейеклек. Фуат Ғибаҙулла улы телеэкран өсөн бик оҫта яҙа белә. Бейешев – һүҙ маһиры. Ошоноң менән уның тураһында бөтәһе лә әйтелде. Ҡуйыу, уйнау, төшөрөү эше ифрат күп һәм ҡатмарлы булды, ләкин тамашасы ҡәнәғәт ҡалды, һөйөнөп ҡараны. Һуңынан “Кинйә” тыуҙы. Уныһы инде – үҙе бер эпоха, оло тарих.
Йәштәрҙең остазы
Был яуаплы ижади мәлдәр тураһында режиссер Әмир ағай Абдразаҡов та бик ихлас һөйләр ине:
– “Кинйә” фильмы өҫтөндә эшләп булырмы икән, тигән һорау ныҡ борсоно. Кейемде лә, аттарҙы ла – һәммәһен үҙебеҙ таптыҡ, юлланыҡ. Актерҙар һайлау ҙа ҡатмарлы булды. Тарихи шәхесте һынландырыу – уғата яуаплы бурыс, уны үҙе шәхес булған зат ҡына күтәрә ала. Романдан киносценарий эшләү – үҙе бер оло даръя, уны кисеп сығыу – ай-һай… Бары тик талантлы оҫталар ғына атҡарып сыға ала. Бейешев йөрәге, Бейешев ҡарашы менән айҡап сығылды ул тарих. Төп фекер – Фуат ағайҙыҡы. Уның менән эшләүе еңел. Ул үҙ өҫтөнә бөтә ауырлыҡты алды – кино сәхнәләре, диалогтар ҙур оҫталыҡ менән яҙылды. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан телевидениеһында Яңы йыл кисәләренең сценарийын яҙыуҙа ла Фуат ағай ҡотҡара торғайны. Әлдә беҙҙең яҙмыш юлдары бергә тура килде. Бик күп нәмәгә өйрәтте мине Фуат ағай: телгә, эш тәртибенә, әҙәпкә. Башҡа кеше, башҡа рух булһа, белмәйем, мин телевидениела нимәлер эшләй алмаҫ инем. Уға бик рәхмәтлемен.
Ысынлап та, бер-береһенә таянып ижад иткән башҡорт зыялыларының тоғро дуҫлығы ил, республика мәҙәниәте өсөн бик файҙалы булды.
Фуат Бейешев әҙерләгән әҙәби тапшырыуҙарҙың текстары телевидение дикторҙары өсөн дә һабаҡ, башҡортса дөрөҫ һөйләргә өйрәнеү дәрестәре ине. Туған тел тылсымын белгән журналистың яҙғандарын Марат Рафиҡов, Ғәлимнур Бикбулатов, Рәсимә Кәримова, Наилә Ғәләүетдинованың аһәңле тауышы зәңгәр экран аша халыҡҡа еткереп торҙо. Башҡорт теленең моңон, һүҙ байлығын, телмәр ағышын белеп һөйләргә өйрәтте ул. Был осорҙа башҡортса тапшырыуҙар ҡолаҡҡа ятышлы, күңелде үҫтереүсе, фекерҙе тәрәнәйтеүсе, уй-хисте байытыусы әҙәби телдә яңғырай торғайны.
Фуат Ғибаҙулла улы Бейешев үҙе бик баҫалҡы кеше ине, ләкин һүҙ туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт милли рухы һәм тарихы хаҡында барһа, унан да сая, үткер һәм ҡыйыу кеше булманы. Үҙе тураһында һөйләргә бөтөнләй яратмаһа ла, бер ауыҙ һүҙе менән үҙ ижадына байҡау яһағайны: “Маҡтанып әйтмәйем, телгә ҡарата иғтибарлы инем. Талапсан булырға, халыҡ телен файҙаланырға тырыштым. Элек тапшырыуҙар етдиерәк ине, заман шуны талап итте. Контроль дә көслө булды”.
Эйе, Фуат Бейешев әҙерләгән телеочерктар һәм телефильмдар ауыл, хужалыҡтар тормошон, әҙәби-мәҙәни ваҡиғаларҙы дөрөҫ, тулы сағылдырыусы ғына түгел, ваҡытында күреп баһалаусы ла ине. Башҡорт телендә әҙәби-драматик тапшырыуҙар гөрләп торған дәүер булды ул саҡ. Уның геройҙары ла – ауыл кешеләре, яҙыусылар, шағирҙар – йәғни туған телдә тулы һәм матур һөйләүселәр. Ул ойошторған “Тыуған төйәк”, “Яҙыусы трибунаһы”, “Шиғриәт минуттары”нда әҙиптәрҙең ялҡынлы һүҙе, уй-фекере халыҡҡа даими барып етә торҙо. Был йәһәттән Фуат Ғибаҙулла улы – Башҡортостан Яҙыусылар союзын халыҡҡа танытҡан киң күңелле журналист, тиергә мөмкин.
Әҙәби-драматик тапшырыуҙар редакцияһының баш мөхәррире Фуат Бейешевтең мөхәррирлек талапсанлығы хаҡында легендалар йөрөй. Ул үҙенең ҡул аҫтындағы йәш журналистарҙың яҙмаларын ҡыҙыл ҡәләм тотоп тикшерә, һыҙа, төҙәтә, өйрәтә ине. Күренекле башҡорт тележурналистары Альда Вәлиева, Әлфиә Батталова, Хәлисә Мөхәмәҙиева, Сәрүәр Сурина уны үҙенең остазы тип һанай.
Әйтер һүҙе халҡына етте
2003 йылда, 75 йәше тулған көндәрҙә, ветеран-журналист Фуат Бейешевте Башҡортостан телевидениеһының ҙур студияһына саҡырғайныҡ. Ошо студияла ул яҙған сценарийҙар буйынса тиҫтәләрсә телеспектакль уйналған, йөҙҙәрсә яҙыусы, шағир һәм төрлө хеҙмәт эйәләре сығыш яһаған. Баҡһаң, Фуат ағай үҙе студияла беренсе мәртәбә интервью бирә, тәүге тапҡыр камера алдында һөйләй икән. Һәр ваҡыт кадр артында ҡалған автор, мөхәррир һәм журналисты коллегалары, уҡыусылары, операторҙар шулай ололаны.
Журналист, ғөмүмән алғанда, үҙ стиль-ҡалыптары, алымдары менән башҡаларҙан айырылып торорға ынтыла. Теге йәки был журналистың уҡыусылары, шәкерттәре булыуы, уның юлын дауам итеүселәре хаҡында ишетелгәне юҡ. Әммә тележурналистика ветераны Фуат Бейешев — үҙе артынан уҡыусыларын өйрәтеп ҡалдырған, һәләтле һәм иманлы йәштәрҙең талапсан уҡытыусыһы булыу яуаплылығын йөкмәгән шәхес. Ул 80 йәшенә тиклем өҙлөкһөҙ ижад итте, шиғырҙар яҙҙы, иҫтәлектәрен барланы. Үҙенең ижадына бик талапсан булды һәм ҡоро ғына баһа бирер ине.
“Кинйә” телефильмы геройҙарын, халыҡ батыры Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев рухын экранға күсергән Фуат Бейешевтең йәнә бер фәһемле эшмәкәрлеге — тәржемәләү. Ул башҡорт телендә төрлө өлкәгә ҡағылышлы терминдар булдырыуға үҙ өлөшөн индерҙе, тәжрибәһе менән дә ихлас уртаҡлашты. “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдары өсөн фән һәм иҡтисад, сәнғәт һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса мәҡәләләрҙе руссанан башҡортсаға ауҙарҙы. Йәнә бер күркәм эшен билдәләргә кәрәк: СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков тураһында иҫтәлектәр китабы әҙерләне.
Шул уҡ ваҡытта уға әҙәби эш тә бик танһыҡ булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, атаһының – Зәйнәб Биишеваның трилогияһы геройы Иштуғандың, ә ысынында уҡытыусы-мәғрифәтсе Ғибаҙулла Бейешевтең көндәлегенән хасил булған “Ғүмер ярсыҡтары” хәтирәләрен барлап, “Ағиҙел” журналында баҫтырҙы. “Үткән йылдар, уҙған юлдар” тигән исем менән үҙенең дә иҫтәлектәре донъя күрҙе. Был яҙмаларҙа Фуат Бейешевтең яҙыусы, романдар авторы булырҙай әҙип икәнлеге лә күренә.
Уның журналист эшмәкәрлеге – быуын-быуын йәштәрҙе һәм замандаштарҙы туған тел хазинаһына, туған халыҡ тарихына, сәнғәтенә, олуғ шәхестәренә, яҡты киләсәгенә әйҙәп торған ижад ул. Туған халҡың һәм илең өсөн көндәлек төплө хеҙмәткә өйрәтеүсе ижад. Зәңгәр экран аша Фуат Бейешевтең уй-хыялдары, әйтер һүҙе халҡына барып етеп торҙо. Һәр башланғысын һәм эшен намыҫ менән башҡарған әҙип ул – атаҡлы журналист Фуат ағай Бейешев. Бейешевтәрҙең аҫыл затының ҡотон арттырыусы, аманатлы антына тоғро ҡалыусы остаз һәм ил ағаһы.
Ғибаҙулла Бейешевтең бүтән балаларына килгәндә иһә, Әкрәм Бейеш — тарихсы һәм тел белгесе, “Башҡорт халҡының азатлыҡ көрәше тарихы”н яҙыусы, күп томлы “Башҡорт теленең һүҙлеге”н төҙөүсе, “Ил аҙабы” тарихи романы авторы. Ләлә Бейешева — мәғариф ветераны, 25 йыл буйы “Аҡ тирмә” башҡорт халыҡ йәмәғәт ойошмаһын лайыҡлы етәкләгән кеше. Ә инде туған тел белгесе, һүҙ оҫтаһы Фуат ағай Бейешев – Башҡортостан телевидениеһы һәм милли сәнғәте тарихында үҙ исемен, ижад емешен һәм уҡыусыларын ҡалдырған аҡһаҡал, журналистика остазы.
...Әмир ағай Абдразаҡов “Кинйә” телесериалының дауамын эшләргә шул хәтлем ашҡынды. Ҡайҙа, кемде, нисек һәм нисәлә төшөрөү хаҡында эш картаһын беҙҙең “Хазина” ижад берекмәһе бүлмәһендә әллә нисә мәртәбә йәйеп һалып, күрһәтеп, хыялдары менән уртаҡлашып ултырыр ине. Ҡулында – Фуат ағай Бейешев әллә ҡасан яҙып биргән әҙер киносценарий. Бына тигән әҫәр авторының, арҙаҡлы Ғәли Ибраһимовтың рухына таянып, заман талабы тип, ошо телефильм өсөн аҡса юлланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға был хыялын тормошҡа ашырырға яҙманы. Халыҡ тарихы буйынса телесериал бүтәнсә төшөрөлмәне. 35 йыл ваҡыт үтте. Башҡорт тарихи киноһы һәм телесериалдары үҙ сәғәтен көтә.
Сәрүәр СУРИНА, тележурналист.

