Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Ғинуар 2022, 12:29

Ысын ижадсы һуңламай

Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары был. Ҡояшты ҡаплап булмағандай, кеше күңеленә бер ҡунған ижад ялҡынын да ҡаплап та, һүндереп тә булмайҙыр.

Күренмәгән күпме таланттарыбыҙ бар халҡыбыҙ араһында. Йырсылар ҙа, бейеүселәр ҙә, шағирҙар ҙа! Шундай шағирәбеҙҙең береһе – Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуып үҫкән Миңнур Байғарина-Мөхәмәтбаева.

 

1980 йылда таныштым уның менән. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлаған саҡ. “Тамсылар” әҙәби-ижад түңәрәген ойоштороп ебәрҙек. Барыбыҙҙың да телендә Миңнурҙың “Саҡыр туйыңа” шиғыры. Уны уҡыған саҡта тыныс ҡалып булмай, күҙгә йәштәр үҙенән-үҙе тығыла:

Мине түгел, уны һайлағанһың

Юлдаш итеп ғүмер юлыңа.

Өмөтөмдөң зыңлап өҙөлөүен

Күрһәтергә саҡыр туйыңа!

Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырындағы кисерештәрҙе хәтерләтә. Барыбыҙ ҙа ул саҡта Миңнурҙың ижади киләсәгенә ҙур өмөт бағлағайныҡ, тик ул үҙенең йән яныуын ошо шиғыры менән әйтте лә, әҙәбиәт тормошона илтифат итеп бармайынса, юҡҡа сыҡты. Төрлөсә уйланыҡ: шиғриәт уға кемгәлер ошо тойғоларын еткерер өсөн генә кәрәк булдымы икән, тинек.

Әммә төптө яңылышҡанбыҙ. Әле Миңнурҙың китап өсөн әҙерләнгән шиғыр йыйынтығы менән танышып ултырҙым да, хаталанғанымды аңланым. Тел осома Рәми Ғариповтың әлеге юлдары килде: “Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты!”

Бигерәк тә шағирәнең (эйе, шағирәнең, бындай юлдарҙы яҙған ижадсыны башҡаса атау мөмкин дә түгел) түбәндәге шиғыр юлдарын уҡығанда тәндәр земберҙәп китә:

“Буш сыйырсыҡ ояһына ҡунып,

Эй, кинәнә һоро турғайҙар...”

 (“Болоҡһоу”).

Ниндәй тәрән сағыштырыу, аллегория: был тәбиғәттәге ҡоштар донъяһын һүрәтләү генә түгел, эш, яҡшы тормош эҙләп, халҡыбыҙ ситкә китә, ауылдар юҡҡа сыға, ситтәр бушап ҡалған ауылдарға килеп кинәнеп йәшәй.

Йәки булмаһа “Бәйге күрһәм” шиғырын­дағы ошо юлдар:

“Һонолоп та сапҡан аттар күрһәм,

Күҙҙәремә йәштәр тығыла...”

Был инде ат йәнле булып тыуған башҡорт ҡына кисерә алырлыҡ тойғолар. “Улыма” шиғырында үҫеп еткән балаһының бала сағын юҡһынған шағирә ошо тойғоһон шулай белдерә: “Күҙҙәреңдә көлә бары бала сағың, бала сағың...” Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Бала сағын һағынам баламдың” тип әйткәйне бер шиғырында. Ике шиғыр ҙа тәрән уйҙарға һала, Миңнурҙың шиғыры Рауил Бикбаевтыҡынан әсә кешенең хисен әйтеп биреү менән айырылып тора.

Миңнурҙың шиғырҙары бер кемдекенә лә оҡшамаған, парадоксаль фекергә ҡоролоуы менән һоҡландыра. “Ауылым”, “Яңғыҙ икәү”, “Юғалтыуҙар аша киләм”, “Һарытүш мажараһы” һәм башҡа тигәндәре тап шундайҙарҙан. Балалар өсөн ижад ителгән “Һарытүш мажараһы”н уҡығанда күҙ алдымдан йәнһүрәт кадрҙары йүгереп үтте. Сюжетлы шиғыр яҙа алыуы Миңнурҙың проза, драматургия жанрҙарында ла берҙәй үк уңышлы эшләй алыуы мөмкинлектәре барлығы хаҡында һөйләй.

Миңнурҙың тағы бер шиғырын тулыһынса килтереп үткем килә:

Бер көн килеп, мин аңланым:

Шағир була алманым.

Рифма теҙеп алдап булмай

Шиғриәттең Аллаһын.

Бөгөн килеп, мин аңланым:

Яҙмай тора алмамын –

Ижад шишмәһенән эсеп

Танһыҡтарым ҡанманы.

Татлы ғазап тәмен белгәс,

Тыйыла алмам, буғай.

Һиңә табынған бәндәңде

Кисер, Шиғриәт-Хоҙай?!

“Шағир була алманым” тип үҙеңде кәмһетмә, Миңнур! Беҙ үткән быуаттың 80-се йылдар башынан алып һине шағирә итеп беләбеҙ. Бөгөн килеп шуға һөйөнәбеҙ: һин, үҙең өсөн генә булһа ла, ижадтан ситләшмәгәнһең. Әле шиғырҙарыңды уҡып, ижадыңдың халҡыбыҙ өсөн дә кәрәклеген аңланым. Бынан был яғына тик үҙең өсөн генә ижад итә алмаҫыңды ла беләм. Һуңланым тип тә үҙеңде тыйма, сикләмә, ысын ижадсы һуңламай, сөнки әҙәби әҫәрҙәр бер көн өсөн генә яҙылмай.

 

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ,

“Ағиҙел” журналының

баш мөхәррир урынбаҫары,

Салауат Юлаев ордены кавалеры.

 

Бел, ҡояштан ҡапланырға мөмкин,

Мөмкин түгел ҡаплау ҡояшты...

Ҡыҙылтүшле мәлдәрем

 

Бөтә ерҙә аҡлыҡ. Сағыу төҫтәр

Ҡышҡы тәбиғәткә хас түгел.

Ағастарҙы ап-аҡ бәҫ һырыған,

Бураны ла ап-аҡ, аҡ – күге.

Шул аҡлыҡты шәфәҡ кеүек янған

Ҡыҙылтүштәр ҡапыл тертләтте.

Ялҡын төҫө, йәшәү төҫө булып,

Туңған күңелемде тетрәтте.

Кемдәргәлер ҡышын

ҡыҙылтүштәр –

Күнегелгән ябай хәлдер ул.

Минең өсөн – һоро көндәремдә

Илһам килгән яҡты мәлдер ул.

Ҡыҙылтүшле сағыу мәлдәремдең

Һирәк булыуҙары йәлдер ул.

 

 

Ҡышҡы йәйғор

 

Ҡыш тантана иткән мәлдә,

Нурға күмеп тирә-йүнде,

Ете төҫө менән балҡып,

Ерәнатҡа* йәйғор ҡунды.

Ҡышҡы йәйғор, ҡышҡы йәйғор –

Шатлыҡ-һағыш ҡатыш балҡыш.

Ап-аҡ күккә, ап-аҡ ергә

Ете төҫтән сағыу нағыш.

Был нағыштан сал Ерәнат

Бейегерәк, ғорур, көслө.

Ҡышҡы йәйғор, олоғайғас,

Өтөп алған һөйөү төҫлө.

Йәйғор көлә салт иртәлә,

Көмөшләнә сал сикәлә.

 

 

Еранат* – Учалы районындағы тау исеме.

Ир ирлеген итһен

 

Ир ир булып ҡалһын асылында,

Ир ирлеген итһен һәр ҡайҙа.

Ир булмаһа эше, хисе менән,

Кәпәс кейеүенән ни файҙа?!

Һөйөүенән мәжнүн булғанда ла,

Ирлек дәрәжәһен юймаһын.

Мөхәббәттең ҡоло булһа, булһын,

Һөйгәненең ҡоло булмаһын!

 

 

Таш йылға

 

Таш йылғала ташҡындар юҡ,

Тулҡындар ярға ҡаҡмай.

Йәйҙәрен йәйрәп йәйелмәй,

Яҙҙарын ярһып аҡмай.

Көҙҙәрен көҙгөләй боҙо

Күҙ сағылдырып ятмай.

Йөҙә белмәгәндәр хатта

Сөңгөлдәрендә батмай.

Ҡыштарын аҡ ҡарҙар ғына

Яба таш тулҡын өҫтөн.

Таш йылға – ғәжәп хикмәте

Тиңһеҙ юғары көстөң!

 

 

Һөйләгәндәр – һөйләһендәр

 

Сытырлатып күҙҙе йомоп,

Башымды тығам ҡомға.

Ишетмәйем, күрмәйем дә,

Бирелмәйем дә шомға.

Һөйләгәндәр – һөйләһендәр,

Янағандар – янаһын.

Башым тыныс, әйләнәмде,

Теләһә, ут ялмаһын.

Рәхәт, тиеп үҙ-үҙемде

Ышандырырға итәм.

Ҡомға нығыраҡ күмелеп,

Төпкәрәк кереп китәм.

Эйе, тыныс, эйе, рәхәт,

Донъям теүәл – һүҙ ҙә юҡ!

Әммә-ләкин был тынлыҡта

Ҡояш та юҡ, күк тә юҡ!

Рәхәт түгел, шик тә юҡ!

 

 

Кейәү үләне

 

Кейәү үләненең хуш еҫенә

Иҫергәндәй кеүек ҡылғандар:

Елбер елдәр менән етәкләшеп,

Тау битендә уйын ҡорғандар.

Кейәү үләненең хуш еҫенә

Мин дә йөҙ иҫереп, айныным.

Шул ҡылғандар ише, эй, хыялый,

Йылғыр елдәр ҡыуып алйыным.

Кейәү үләненең хуш еҫенә

Тағы иҫерермен, һис шикһеҙ.

Мин шундай шул. Әллә ниндәй бына.

Аңлап бөтөп булмаҫ, киҫекһеҙ.

Шундай миңә нисек сыҙайһығыҙ,

Түҙәһегеҙ икән нисек һеҙ?

 

 

Уҡсы ҡыҙҙар

 

Уҡсы ҡыҙҙар. Буй-һындары

Кереш кеүек тартылған.

Йөҙҙәрендә тәүәккәллек,

Сая ныҡлыҡ сағыла.

Үҙ баһаһын белеп кенә

Ғорур сөйөлгән баштар.

Милләтемдең йөҙөк ҡашы,

Зиннәтле аҫыл таштар!

Һомғоллата милли кейем

Унһыҙ зифа һындарын.

Нәфис ҡулдар ышаныслы

Тотҡан йәйә-яндарын.

Башҡортомдоң ғорурлығы –

Кереш тартҡан һылыуҙар!

Нәзәкәтле һәм һөйкөмлө,

Тәүәккәл һәм ҡыйыуҙар!

Кереш тартҡан һылыуҙар!

 

 

Бейеүсегә

 

Ғорур торош, осҡор ҡараш,

Һәр хәрәкәт – илаһилыҡ!

Өҙә баҫып бейей егет,

Хайран ҡалып ҡарай халыҡ!

Күҙҙәренән осҡон сәсә,

Ут сәсрәтә табандары,

Дуҫтарында дәрт уятһа,

Ҡан ҡалтырай дошмандары.

Һай, халҡымдың бейеүҙәре,

Аһ, сәнғәттең тәьҫир көсө!

Ғорурлығым сиктән аша

Затым башҡорт булған өсөн!

Ғорурланам һинең менән

Бер Яйыҡты һыулағанға,

Бер тупраҡта тәпәй баҫып,

Бер һауаны һулағанға!

Һай, бейеүсе!

 

 

Көнләшеүгә аҡлыҡ хас түгел

 

Көнләшеүҙең ағы, ҡараһы юҡ,

Көнләшеү ул – күңел тарлығы.

Аҡ көнләшеү менән көнләшәм, тип

Әйтеү – аҡланыу ул барлығы.

Көнләшеүҙең ағы, ҡараһы юҡ,

Көнләшеү ул – күңел ғазабы.

Үҙен-үҙе ашай көнсөл кеше,

Был ғәҙәттең яман аҙағы.

Көнләшеүҙең ағы, ҡараһы юҡ,

Көнләшеүгә аҡлыҡ хас түгел.

Аҡ көнләшеү менән көнләшкәнсе,

Һоҡланыуҙан балҡып ян, күңел!

 

Ҡыш йыры

 

Мин ҡыштарҙы бигерәк яратам,

Ынйы ҡарҙар тиеп йән атам.

Ҡар юрғанын һелкеп ҡабартам,

Бәҫте йондоҙ итеп таратам.

Мин ҡыштарҙы бигерәк үҙ итәм,

Селләләре ҡаты – түҙ икән.

Бурандары етеҙ, тиҙ икән,

Ҡыҙылтүштәр тере ҡуҙ икән.

Өшөтһә лә селлә һалҡыны,

Һис һүрелмәй һөйөү ялҡыны:

Йондоҙ булып был хис балҡыны,

Әсир итте мине ҡар тыны.

Мин ҡыштарҙы бигерәк яратам!

 

Хоҙай биргән...

 

Һуҡыр әйтмәҫ: ҡояш юҡ, тип

был донъяла,

Һаңғырау ҙа: моң юҡ,

тиеп яҡмаҫ яла.

Аяҡһыҙҙар иҫбатламаҫ, ер юҡ, тиеп,

Ҡанатһыҙҙар ҡабатламаҫ,

күк юҡ, тиеп.

Мөхәббәтһеҙ кеше генә (бына ғәжәп?)

Ышандыра: һөйөү юҡ,

ул ниңә хәжәт?!

...Һөйә белеү – Хоҙай биргән

бер һәләттер,

Был һәләттән мәхрүм булыу –

һәләкәттер.

 

Миннур БАЙҒАРИНА.

 

Учалы районы.

Читайте нас