Вәсилә Фәттәхованың яҡты иҫтәлегенә арналған Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаһында үтәсәк концерттарына махсус рәүештә ире Илгиз Абдракипов "Вәсилә Фәттәхова. Туған яҡ" тип аталған бүләк-иҫтәлек йыйылмаһы әҙерләгән.
Бүләк йыйылмала Вәсилә Фәттәхованың бөтә йырҙарынан торған йыйынтыҡ, башҡорт балы һәм шифалы үләндәрҙән торған башҡорт сәйе урын алған. Теләүселәргә уны концерттар ваҡытында һатып алыу мөмкинлеге бар, бүләктәр йыйылмаһы сикләнгән күләмдә. Флеш-USB-та Вәсилә Фәттәхованың үҙе башҡарған 63 йыры ингән.
Концерттар 25 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта, 26-һы Өфөлә үтәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 ғинуарҙа 2016 йылда Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Вәсилә Фәттәхова йәшләй генә вафат була. Уға ни бары 36 йәш кенә ине. Йырсының ире, улы һәм ҡыҙы ҡала. Вәсилә Фәттәхова башҡарған "Туған яҡ", "Әйтелмәгән мөхәббәтем", "Яңғыҙ миләш" күптән инде хитҡа әйләнгән.
Фото: "Башинформ"