

Уҙған йыл билдәле драматург Наил Ғәйетбай өсөн емешле булды. Бер нисә театрҙа уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙең премьераһы үтте. Пьесаларының уңышлы булыуы нимәгә бәйле? Хәҙерге тамашасының күңеленә ниндәй әҫәрҙәр яҡын? Драматургка ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
“Эҙләгән нәмә эргәлә генә булыуы мөмкин”
– Наил Әсғәт улы, белеүебеҙсә, йыл аҙағында Сибайҙа премьера үтте. Ғөмүмән, сибайҙар ике пьесағыҙҙы сәхнәгә сығарҙы, ә башҡа театрҙарҙа әҫәрҙәрегеҙ ҡуйылдымы?
– Эйе, декабрь башында Сибай театрында пьесам буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырып китеү сәбәпле үҙем унда бара алманым, ләкин туғандарым, таныштарым, дуҫтарым ҡараны. Тамашанан һуң фекерҙәре менән уртаҡлашыусылар, ыңғай тәьҫораттарын еткереүселәр байтаҡ булды.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә килгәндә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында – “Ғашиҡтар көнө”, Стәрлетамаҡта – “Нисек кейәүгә сығырға?” комедияларының, “Нур” татар театрында “Иректең дә сиге бар” драмаһының премьералары булды. Театрҙар иғтибарһыҙ ҡалдырмай, шөкөр.
– Сибайҙа ҡуйылған икенсе пьесағыҙ ҡасан һәм нисек яҙылды?
– “Тау артында ниҙәр бар?” тип аталған был пьесамды үткән көҙ ижад иттем. Сентябрь урталарында билдәле режиссер Азат Нәҙерғолов Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса пьеса яҙыуымды һораны. Сибай драма театрының планы буйынса ул мотлаҡ 2021 йылда ҡуйылырға тейеш икән. Шуға ваҡыт бик аҙ ине. Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре менән таныш булһам да, уларҙың күбеһен яңынан уҡып сығырға тура килде. Әҙиптең ике повесына һәм өс хикәйәһенә туҡталдым. Шулар нигеҙендә өс аҙнала пьеса яҙҙым. Был сентябрь аҙағы ине. Нәҙерғолов 27 октябрҙә спектаклде әҙерләй башланы, ә декабрь башында Сибай театрында премьера үтте.
– Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре башлыса һуғыш темаһына арналған. Был спектакль дә шул тураламы?
– Юҡ, пьеса мөхәббәт хаҡында. Нимәнелер ситтән эҙләйбеҙ, ә ул йыш ҡына эргәбеҙҙә генә булып сыға. Беҙ уйларға өлгөрмәйбеҙ, ә Аллаһ Тәғәлә уны яныбыҙға килтереп тә ҡуя. Был – әҫәрҙең идеяһы. Ә былай Талха Ғиниәтуллин, ысынлап та, һәр саҡ һуғыш тураһында яҙа, сөнки Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашҡан, ләкин мин баштан уҡ ул тематиканан баш тарттым. Пьесала һуғыштың кешеләрҙең яҙмышына, мөхәббәттәренә фажиғәле йоғонтоһо хаҡында һөйләйем.
Ошо урында Талха Ғиниәтуллин хаҡында бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп китәйем әле. Ул – Учалы районының Өргөн ауылы башҡорто. Ғүмер буйы Мәскәүҙә йәшәне һәм һуғыш тураһында эскерһеҙ яҙылған, ысынбарлыҡты йәшермәйенсә күрһәткән повестары менән дан ҡаҙанды. Уның әҫәрҙәрен “һалдат прозаһы” тип тә атайҙар. Ғиниәтуллин рус телле китап һөйөүселәр араһында ныҡ билдәле, сөнки бар әҫәрҙәрен Мәскәүҙә рус телендә баҫтырып сығарҙы, ә үҙебеҙҙә уның тураһында бөтөнләй белмәйҙәр ине. Талха Ғиниәтуллинды халҡыбыҙға прозаик Әмир Әминев ҡайтарҙы, тиергә була. Ул оло әҙиптең бар әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. Ғиниәтуллиндың повесть-хикәйәләре беҙҙең уҡыусыларға ла бик оҡшаны, шуға күрә яҙыусының геройҙарын Сибай театрында сәхнәгә күтәрергә теләүҙәре осраҡлы хәл түгел. Әйтеүемсә, был үтә яуаплы һәм оло миссия йөкмәтелгәс, ҡыуанып эшкә тотондом.
– Пьесаның йөкмәткеһе тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Әлбиттә, прозаны пьесаға әйләндереү уғата ауыр. 30 битлек драма әҫәре үҙе эсенә бер романға һыйырлыҡ материал туплай. Әҫәрҙең логикаһы талап иткәнсә, повесть-хикәйәләрҙә булмаған бик күп ваҡиға һәм хәлдәрҙе өҫтәмә рәүештә уйлап сығарырға тура килә. Бына мин дә бит Талха Ғиниәтуллиндың күләмле генә ике повесынан һәм өс хикәйәһенән бер пьеса яҙҙым. Әйтеүемсә, пьеса мөхәббәт хаҡында, дөрөҫөрәге, “мөхәббәт өсмөйөшө” тураһында. Ни өсөн беҙ, ир-ат, ике һылыуҡайҙың берәүһенә ғашиҡ булабыҙ, икенсеһенә битараф ҡалабыҙ? Ни өсөн гөлт итеп ҡапыл тоҡанған тойғолар шулай уҡ тиҙ генә юҡҡа сыға, ә икенсе гүзәл затҡа беҙ әкренләп һәм бик оҙаҡ күнегәбеҙ, аҙаҡ ихлас күңелдән ғүмерлеккә яратабыҙ? Әҫәрҙең төп геройы Тәлғәт ошо хаҡта уйлана, был һорауға яуапты пьеса аҙағына ғына таба, ләкин һуң була.
Спектаклде сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле режиссер Азат Нәҙерғолов сығарҙы. Уның спектаклдәре республикабыҙҙың күп театрҙарында ҙур уңыш менән бара, тамашасыларҙың күңелен яулай. Режиссерҙың был ижади эшен дә тамашасы яҡын ҡабул итер, тип өмөтләнәм.
“Күңел әрней...”
– Һеҙ күберәк комедия яҙаһығыҙ, тип беләбеҙ. Был әҫәрегеҙ иһә – драма...
– Эйе. Әйткәндәй, Сибай театрында быйыл ҡуйылған “Урал бөркөтө” тигән пьесам да, Өфө “Нур” татар театрында премьераһы ҡуйылған “Иректең дә сиге бар” исемле әҫәремдең дә жанры – драма.
– Ҡапыл ғына тормоштоң драматик яғына йөҙ бороуығыҙҙың сәбәбе барҙыр...
– Күңел әрней. Илебеҙҙә һуңғы 30 йыл эсендә булған хәл-ваҡиғалар асыуҙы килтерә, завод-фабрикаларҙы, колхоз-совхоздарҙы юҡҡа сығарҙылар, уларҙың ҡорамалдарын һәм машина-тракторҙарын урланылар.
Бына тыуған ҡалам Сибайҙы ғына алайыҡ. Ит комбинаты, май һәм сыр комбинаты, тимер-бетон һәм кирбес заводтары, леспромхоз, тегеү фабрикаһы һәм башҡалар – барыһы ла ябылды. Меңәрләгән кеше эшһеҙ ҡалды. Хәҙер ирҙәр айҙар буйы ғаиләһен, балаларын күрмәйенсә, Себерҙә вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр. Ошо хаҡта “Иректең дә сиге бар” драмаһын яҙҙым. Өфө “Нур” татар театры тамашасылары ул әҫәрҙе бик йылы ҡабул итте.
Спектаклдең уңышында “Нур” театры режиссеры Илдар Вәлиевтең өлөшө ҙур. Илдар пьесаны, унда күтәрелгән проблемаларҙы үҙ итте һәм бик фәһемле, кәрәкле, уйландырғыс сәхнә әҫәре ижад итте. Бөтә режиссерҙар араһынан Вәлиевтең эшләү манераһы, ҡабартмай, арттырмай идеяһын тамашасыға еткереүе күңелемә бик яҡын. Илдарҙың фантазияһы иҫ киткес бай, ул сәхнәләге образдарҙың хәленә, кәйефенә, холҡона ҡарап, иң кәрәкле мизансценалар уйлап таба белә. Шулай итеп, күрһәтелгән ваҡиғаларҙы тормошсан итә, уларға ышанаһың, фәҡәт ошондай хәрәкәт, интонация менән генә характерҙарҙы төбөнә еткереп асырға була икәнен күреп ҡыуанаһың. Илдар Вәлиев – мәшһүр режиссерҙарыбыҙ Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллин, Рафаэль Әйүпов, Ғабдулла Ғиләжевтәрҙең традицияларын дауам иткән, режиссер оҫталығын яңы бейеклектәргә күтәргән ижади шәхес. Бына ошонда, минеңсә, “Иректең дә сиге бар” спектакленең уңыш сере.
– Һеҙҙе “Ҡара ҡумта”, “Буран”, “Әлфиә” повестары аша талантлы прозаик тип белә инек. Хәҙер бөтөнләйгә драматургияға күстегеҙ булып сығамы?
– Ысынлап та, һуңғы 30 йылда мин, нигеҙҙә, гел пьеса яҙҙым. Ләкин 2017 йылда башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡында роман ижад иттем. 2018 йылда ул “Ағиҙел” журналында баҫылды һәм уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Быйыл “Йән” романын тамамланым. Ул – кеше йәненең мәңгелек икәне хаҡында.
– Әле ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– ХХ быуат башында йәшәгән мәшһүр шәхес Зыя Камали тураһында роман яҙырға иҫәп бар. Ул мосолман донъяһында дан тотҡан “Ғәлиә” мәҙрәсәһен ойошторған, төҙөгән һәм тәүге директоры булған. Бында Башҡортостандың, Татарстандың ғына түгел, Ҡаҙағстан, Дағстан, Үзбәкстан, Чечняның күп билдәле сәйәсмәндәре, шағирҙары белем алған: Сәйфи Ҡудаш, Нәҡи Иҫәнбәт, Муса Йәлил, Шәйехзада Бабич һәм башҡалар. Әҫәргә тотонор өсөн материалдар эҙләйем. Әлбиттә, драматургияны ла онотмайым. Яңы комедия яҙырға йыйынам.
– Төплө әңгәмә өсөн рәхмәт, Наил Әсғәт улы. Ижади уңыштар юлдаш булһын!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА