Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Ғинуар 2022, 04:59

Стәрлеләр дәррәү ижад итә

“Эх, күгәрсенкәйҙәрем...” спектаклендә уйнаған актерҙар: Гөлнара Йәрмиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова.“Эх, күгәрсенкәйҙәрем...” спектаклендә уйнаған актерҙар: Гөлнара Йәрмиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова.
“Эх, күгәрсенкәйҙәрем...” спектаклендә уйнаған актерҙар: Гөлнара Йәрмиева, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова.

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры уҙған йылда тамашасыларҙы матур спектаклдәре, ижади уңыштары менән ҡыуандырҙы. Улар тураһында ла, театрҙың билдәле актерҙары хаҡында ла әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе Гөлдәр Собханғолова бәйән итте.

– Мәғлүм булғанынса, 2021 йыл беҙҙең театр өсөн юбилей йылы булды, сөнки уның тарихын 1991 йылдан, тәүге спектакль уйналған ваҡыттан алып, барлайбыҙ. Дулат Исәбәков пьесаһы буйынса Гөлдәр Ильясова ҡуйған “Көтөр кешем бар минең” спектаклен әле булһа телдән төшөрмәй һөйләгән оло быуын вәкилдәрен ишетеп, һаман да һоҡла­набыҙ.

Әлбиттә, театрыбыҙҙың асылып, әлегәсә йәшәүе – күп шәхестәрҙең ғәйәт ҙур хеҙмәт һөҙөмтәһе. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы һәм аҫыл ҡыҙҙарының береһе Илшат ағай Йомағолов менән Гөлдәр апай Ильясова, ҡалабыҙҙың элекке мэры Спартак Әхмәтов, мәҙәниәт министры Салауат Әминев – шулар араһында.

...Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры электән үҙенең сағыу, ҡабатлан­маҫ таланттары менән дан тотто. Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға менән Рауил Ғәлиндәр, Миңниса Бакирова, Физәлиә Рәхимова, Зөлфиә Хәлилова, Фәим Әхмәтйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова, Резеда Әмәкәсова, Илфир Баймырҙин, Рафиҡ Хәсәнов – театр сәнғәтендә танылыу яулап, үҙ ижадтары менән сәхнә оҫталығын дәлилләгән артистарыбыҙ.

Башҡорт драма театры ижад миҙгелендә сәхнәгә алты спектакль сығарҙы. Һәр береһенең нигеҙендә әллә күпме көс, йөрәк йылыһы һалынған оло хеҙмәт ята. Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!” драмаһы менән йылды астыҡ, артабан тамашасыны Рәфис Ҡуйбағаровтың “Минең йөрәк һиндә тибә” драмаһы, Аманулланың “Әлепле артистары” комедияһы менән һөйөндөрҙөк тә йылды балалар өсөн Яңы йыл әкиәте менән тамамлап ҡуйҙыҡ.

2021 йылда өс комедия – Раффи Шарт әҫәре буйынса “Минең ҡаты­нымдың исеме Морис” һәм Наил Ғәйетбайҙың “Нисек кейәүгә сығырға?”, Флорид Бүләковтың “Эх, күгәрсен­кәйҙәрем...” спектаклдәре театр сәхнә­һенә сығарылды. Төрлө сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡабул ителгән тәртипкә ҡалыплашып, халыҡтың күпләп йөрөүен иҫәпкә алғанда, комедиялар “үтемле” булды, тип әйтергә мөмкин.

Йыл барышында актерҙар ре­пертуарҙағы спектаклдәрҙе уйнау менән бер рәттән, төрлө конкурс, фести­валдәрҙә лә ҡатнашты. Дағстан Республикаһының баш ҡалаһы Махачкалала уҙған II халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә Спартак Ильясовтың “Биғылый” спектаклен күрһәтеп, дипломға лайыҡ булдылар. Шулай уҡ спектаклдәге яҡтыртыу эше лә юғары баһаланды.

Күптән түгел Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторған сараларҙа Зөлфиә Хәлилова “Һүҙ оҫталығы” конкурсында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды, йәш актерыбыҙ Фәнил Ҡарасурин иһә махсус приз менән бүләкләнде. Шулай уҡ ул “Минең ҡатынымдың исеме Морис” спектаклен­дәге Морис роле өсөн Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр эштәре буйынса советы премияһы лауреаты ла булды.

Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективы республика мәҙәниәте һәм театр сәнғәте өлкәһендә иғлан ителгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр яңылыҡты дәррәү күтәреп ала, – тип һөйләне Гөлдәр Салауат ҡыҙы.

Стәрлеләр үткәндәрҙе хөрмәтләп хәтерҙә тота, киләсәк тураһында ла иҫтән сығармай. Театр коллективы яңы киңлектәргә сығыр, тамашасы өсөн янып эшләй, һәр яҡлап камиллашырға ынтыла. Барыҫ йылы ла был ижад­сыларға мәрхәмәтле булһын, тип теләйек.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас