

Республикабыҙҙың Салауат башҡорт дәүләт драма театры 2021 йылда сағыу премьералары менән ҡыуандырҙы. Тамашасылар иғтибарына Сәрүәр Суринаның “Абау, димсе килә!” музыкаль комедияһы (З. Сөләймәнов), Рабит Батулланың “Кисер мине, әсәй!” моңһоу комедияһы (режиссеры Р. Ғәлиуллин), балалар өсөн “Аладдиндың тылсымлы лампаһы” яңы йыл әкиәте тәҡдим ителде. Шулай уҡ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы, “Һырғалаҡ” исемле спектакль дә ҡуйылды. Ул тамашасыларҙа ихлас ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҙған йылдағы һуңғы премьера тураһында һөйләүен үтенеп, театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Динә Бәшироваға мөрәжәғәт иттек.
– Алексей Житковский әҫәре буйынса ҡуйылған “Һырғалаҡ” спектаклен үҙ эшен яҡшы белгән оҫталар әҙерләне: ҡуйыусы режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссамы – Лилиә Хисмәтуллина, хореографы – Александр Родионов, композиторы – Магуля Мезинова, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Евгений Лисицын, рәссам-аниматоры – Урал Мәхийәнов һәм, әлбиттә, тамашасы һөйөүен яулаған артистар. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова әҫәрҙе рус теленән башҡортсаға тәржемә итте. Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнашты.
Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев был пьеса тураһында бик матур фекерҙә. “Алексей Житковский – күп драматургия фестивалдәре лауреаты. Уның пьесалары баш ҡала театрҙарында ҙур уңыш менән бара. Рәсәйҙең төрлө театрҙарында күп тапҡыр сәхнәләштерелеүе – әлеге пьесаның да тамашасылар һәм актерҙар тарафынан ҡабул ителеүенә ишара. Төп тема – тәрбиәсе һөнәренең, айырыуса әлеге заманда, ябай булмауын күрһәтеү”, – тип иҫәпләй.
Спектаклдә төп ролде – йәш тәрбиәсе Анастасия Витальевнаны башҡарған актриса Нәфисә Мәжитова өсөн был образ – уның Салауат театрындағы тәүге роле, һәм ул уңышлы килеп сыҡты, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. “Был образдан шул тиклем йылылыҡ, изгелек бөркөлә. Бөтә күңелемде һалып башҡарырға тырыштым. Тәрбиәсе, тауҙай өйөлгән проблемаларға ҡарамаҫтан, бар һөйөүен сабыйҙарға бирергә, уларҙың яҡшы сифаттарын күрергә, мәрхәмәтле кешеләр итеп тәрбиәләргә тырыша. Шул ролде уйнау аша донъяға шәхси ҡарашың да үҙгәрә. Ул барыһын да – ата-әсәләр, етәкселек яғынан булған ҡыҫымды ла лайыҡлы күтәрә. Тамағында төйөр тулышҡанда ла тешен ҡыҫып түҙә, тыуыр көндөң яҡтыраҡ, матурыраҡ булырына өмөтөн өҙмәй. Был күптәргә өлгө булып торалыр”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йәш актриса.
Спектаклде ҡарарға килеүселәр араһында тәрбиәселәр ҙә, балалар баҡсалары мөдирҙәре лә, ата-әсәләр ҙә бар ине. Әҫәрҙә күтәрелгән тема уларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр, күңелдәренә яҡын ҡабул иткәндәрҙер, моғайын.
Спектаклде тамашасылар үҙҙәре нисек баһалай, тип тә ҡыҙыҡһындыҡ. Мәҫәлән, Әлфирә Сабитова: “Һырғалаҡ”та, бер ҡарауға, ябай тема күҙаллана: балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе көндәлек эшен атҡара – балаларҙы ҡарай, байрамға әҙерләнә, ата-әсәләр менән бәйләнеш тота һәм, әлбиттә, ҡышҡы һырғалаҡ төҙөргә тырыша. Шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы проблемаларҙы асыҡлай. Спектаклдең авторы нескә күҙәтеү менән тамашасыны шаҡ ҡатыра. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте: ата-әсәләрҙең мәңге ваҡыты юҡ, эштән бушамайҙар, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ ихтыяждарын күҙаллай, ә баҡса мөдирен фәҡәт эштең һөҙөмтәһе ҡыҙыҡһындыра. Бисара тәрбиәсе генә бөтә ауырлыҡты бер үҙе күтәрергә тейеш. Ирекһеҙҙән ошоноң дөрөҫлөгөнә аптырайһың, уйға сумаһың. Ҡуйыусы режиссерҙың мөкиббән бирелеп эшләгәне күренеп тора. Яҡтыртыу, музыка, йыр-бейеү, башҡа төрлө алымдар, костюмдар, ябай, әммә күп функциялы декорациялар – барыһы ла проблематик тамашаны асырға ярҙам итә”, – ти.
Балалар баҡсаһында эшләгән Әлфиә Баймырҙина: “Һырғалаҡ” спектакленең темаһы бик яҡын, тулҡынланып ҡараным. Артистарҙың ролдәрҙе башҡарыу оҫталығы тамашаны ҡарағанда берсә көлдөрҙө, берсә илатты. Спектакль тәрбиәсенең ябай ғына күренгән эшенең ысынбарлыҡтағы мәшәҡәттәрен, ауырлыҡтарын, тынғыһыҙлығын тамашасыға еткерә. Ысынлап та, тәрбиәсе эше бик ҡатмарлы ул. Уны тәгәрмәстә йүгергән тейен менән сағыштырырға була: баланы йылмайып ҡаршы алыу, илаһа – йыуатыу, ашатыу, уйнатыу, йыр йырлап йоҡлатыу, иркәләп уятыу. Ә бит төркөмдә 25–30 бала. Һәр береһенә айырым иғтибар талап ителә. Эш көнө тамамланғас та, әле тәрбиәсене әллә күпме мәшәҡәт көтә: пландар яҙыу, конспект ятлау, дәрестәргә ҡулланма материалдар, байрамға костюмдар әҙерләү... Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә булырға кәрәк, хәҙер ватсаптағы һорауҙарға яуап биреп өлгөр генә. Ә бит тәрбиәсенең дә ғаиләһе, балалары, өй мәшәҡәттәре бар. Был спектаклде сабыйҙары, балалар баҡсаһына йөрөгән ата-әсәләр ҡараһа, тәрбиәсенең эшенә аңлап ҡарарҙар ине, тип уйлайым”, – ти.
Тамашасыларҙың фекере әҫәрҙең уңышлы килеп сығыуын дәлилләй. Бындай уңыштар театр коллективына дәрт өҫтәй. Быйыл да Салауат театры яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыр әле.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА