Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ғинуар 2022, 09:30

Ашығығыҙ, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә

Конкурстың маҡсаты – театр сәнғәтенә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Ашығығыҙ, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителәАшығығыҙ, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә
Ашығығыҙ, ғаризалар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә

“Театраль Волга буйы” балалар һәм йәштәр ижади коллективтарының округ фестивале нигеҙендәге афишалар һәм плакаттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү 15 февралгә тиклем оҙайтылды. Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән уҙғарыла.

Конкурстың маҡсаты – “Театраль Волга буйы” фестиваленә, шулай уҡ театр сәнғәтенә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Ул һәләтле йәш дизайнсыларҙы һәм рәссамдарҙы эҙләүгә, уларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Сарала Волга буйы федераль округында йәшәгән алты йәштән 30 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала, махсус белем йәки сәнғәт өлкәһендәге эш тәжрибәһе талап ителмәй.

Афиша, плакат йәки баннерҙарҙың төп темаһы “Театраль Волга буйы” фестивале булырға тейеш. Автор фестивалдең төп идеяһын, спектаклдәр һәм фестиваль финалсылары тураһындағы мәғлүмәтте сағылдыра ала. Эштәрҙең төрлө техникала – графика, батик, компьютер дизайны, буяуҙар, фотоколлаждар рәүешендә башҡарылыуы мөмкин. Уларҙы эксперттар баһалай. Баһалама комиссияһына эксперт берләшмәһе, шул иҫәптән Рәсәй Рәссамдар союзы, Рәсәй художество академияһы вәкилдәре, шулай уҡ Волга буйы федераль округындағы ҙур театрҙарҙың баш рәссамдары инә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм конкурс материалдары 15 февралгә тиклем theatres.fest@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә (“Афишалар конкурсы” тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ).

Өҫтәмә мәғлүмәт һәм конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән фестивалдең сайтында (http://театральноеприволжье.рф/news/tpost/guuk5vede1-konkurs-na-luchshuyu-razrabotku-afishipl) ентеклерәк танышырға мөмкин.

Фото: pfo.gov.ru/press/events

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас