

Волга буйындағы боронғо Кострома ҡалаһында II Бөтә Рәсәй бейеү фестивале — «Костромала ҡунаҡта» конкурсы үтте. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Кострома, Ярославль, Ижевск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан хореографик төркөмдәр ҡатнашты. Конкурсҡа һигеҙ төбәктән 600 үҫмер көс һынашырға килгән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итә.
"Әлбиттә, таланты менән дан тотҡан Стәрлетамаҡ та был саранан ситтә ҡалманы! Улар араһында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, "Ҡояшҡай" халыҡ хореография театр-студияһы бар. Ансамбль конкурсҡа төрлө йәштәге бейеү төркөмдәренән икешәр сығыш әҙерләне. Ике ай дауамында конкурсҡа етди әҙерлек барҙы, һәм был эштең һөҙөмтәһе — Стәрлетамаҡ бейеүселәре Гран-при яуланы! Һигеҙ сығыш I дәрәжә лауреаттары исемен алды, тағы ике бейеү II дәрәжә лауреаты тип иғлан ителде.
Шуны әйткем килә: бындай еңеү, һис шикһеҙ, һеҙҙең тырышлығығыҙ, еңеүгә ынтылышығыҙ һөҙөмтәһе. Ансамбль етәкселәре Гүзәл һәм Роберт Ишмаҡовтарҙың ҙур хеҙмәте! Еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым! Ижади ҡаҙаныштар картаһында тағы ла күп яңы ҡалалар һәм илдәр өҫтәлһен!" – тип яҙа Рөстәм Ғәзизов.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.