

Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор Артур Туҡтағоловтың 55 йәшлек юбилейына арналған “Йөрәгемдән йырҙар осорам” тип аталған концерты үтте.
Унда республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп, Артур Бәҙри улына Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
"Йырҙарығыҙ менән төрлө милләт вәкилдәрен берләштерәһегеҙ. Ижадығыҙҙы төрлө быуын вәкилдәре ярата. Республикала, шулай уҡ Рәсәйҙә лә, һеҙҙең йырҙарығыҙҙы белмәгән башҡорт юҡтыр", – тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.
Юбилярҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡорлтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та ҡотлап, ҡурай бүләк итте.
Артур Туҡтағолов - йөҙҙән ашыу йыр авторы һәм башҡарыусыһы. Ул “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө башланғысында тора, уға етәкселек итә. 2000 йылда “Далан” эстрада коллективын төҙөй. Әйткәндәй, был төркөм “Урал моңо-2001” халыҡ-ара төрки йәштәр конкурсында лауреат була.
Юбилей кисәһендә Миңзифа Исҡужина, Римма Амангилдина, Искәндәр Ғәзизов, Диана Ишниязова, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Нәркәс Сиражетдинова, Алиса Жумағәлиева, Илдар Абдуллин, “Каруанһарай” төркөмө һәм башҡа ижадташ дуҫтары ҡатнашты.
Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайты.