Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2022, 07:00

Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды

Онлайн рәүештә үткән фестиваль ҡәләм тибрәткән балалар өсөн фекер алышыу майҙансығы булды.

Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылдыБөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды
Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында йәш хәбәрселәрҙең Бөтә Рәсәй фестивале ойошторолдо. Быйыл фестиваль икенсе тапҡыр үткәрелде, унда илебеҙҙең Иванов өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Өфө ҡалаһынан менән республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан 350-нән ашыу уҡыусы бала ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина билдәләүенсә, фестиваль уҡыусы балаларҙа журналистикаға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрҙе асыҡлауҙы, уларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйған.

Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу-методик эштәр буйынса проректоры Азат Ғәлимханов, Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан баш белгес-эксперт Неля Ғәйнетдинова, ”Молодежная газета” гәзитенең баш мөхәррире Елена Киселева һәм башҡалар сығыш яһаны.

Онлайн форматта үткән фестиваль ҡәләм тибрәткәндәр өсөн фекер алышыу майҙансығы булды.

Фото: Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты.

Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды
Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды
Бөтә Рәсәйҙән йәш хәбәрселәр йыйылды
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас