Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Ғинуар 2022, 03:00

ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ

Гөлназ, бармаҡтарын Арғынбайҙың ҡыҫып тотҡан устарынан алып, йәшен һөртмәксе ине лә, егет ысҡындырманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, терәлеп тиерлек баҫты ла, ҡыҙҙың күҙ йәштәрен тәмләгәндәй, ике сикәһенән йомшаҡ ҡына итеп, алмаш-тилмәш үпте.

ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ
ТУЙҘЫҢ БЕР КӨНӨ

ХИКӘЙӘ

- Кисә мин бигерәк артыҡлап ташлағанмын, - тине Арғынбай Гөлназдың күҙҙәренә тура ҡарап.- Нимә булғанын да хәтерләмәйем.
Гөлназ күҙҙәрен ҡаплай барған томанға бирешмәҫкә тырышып, егеттең беләгенә йәбеште.

- Бер нәмәне ләме? Хатта?...
- Юҡ, бер ни ҙә иҫләмәйем. Ну, баш ауырта, малай. - Арғынбай үҙен матҡып алған оҙон тырнаҡлы нәфис ҡулды бушатып, устарына алды.- Ә нимә? Беҙҙең арала берәй нәмә булдымы әллә?

-Булды шул, бөтәһе лә булды. - Ҡыҙҙың матур сикәләренә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, аҫҡа һирпелгән керпектәре аҫтынан саф күҙ йәштәре юлаҡ-юлаҡ булып ағып төштөләр. Гөлназ, бармаҡтарын Арғынбайҙың ҡыҫып тотҡан устарынан алып, йәшен һөртмәксе ине лә, егет ысҡындырманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, терәлеп тиерлек баҫты ла, ҡыҙҙың күҙ йәштәрен тәмләгәндәй, ике сикәһенән йомшаҡ ҡына итеп, алмаш-тилмәш үпте.

- Гөлназ… Был бит туй. Ә туйҙа ни генә осрамаҫ. Бер матур хәтирә, мөғжизә итеп ҡабул ит тә ҡуй. Аҙаҡ һағынып ҡына, йылмайып иҫләрһең әле. Нимә генә булһа ла, артыҡ иғтибар итмә, мәғәнә юҡ. Сөнки… Нисек кенә ҡыйын булмаһын, дөрөҫөн әйтәм инде. Минең ҡатыным һәм ике улым бар. Алдан әйтмәгәнем өсөн ғәфү ит. Әлбиттә, мин ҡатыным менән бергә йәшәмәйем, ләкин балалар өсөн мин атай, уларҙы бер ҡасан да ярҙамымдан ташламаясаҡмын. Ә икенсе ҡатын алырға, яңы ғаилә ҡорорға минең әлегә теләгем дә, хәлем дә юҡ. Бер ауыҙың бешкәс, өрөп ҡабырға өйрәнәһеңдер…
Гөлназ ҡапыл ғына килтереп өҫтөнә һыуыҡ һыу ауҙарғандай тертләп, ҡалтыранып китте, өнһөҙ генә ҡулдарын ҡыҫҡыстарҙан һурып алды. Арғынбай ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡарарға, ҡараштарын тотоп алырға тырышты.

- Һин миңә асыуландың, ахыры? Нимә, әллә? Юҡ, булыуы мөмкин түгел… Һин… ғиффәтле ҡыҙ инеңме ни? Юҡтыр…
Егеттең буталсыҡ һүҙҙәренә ҡыҙ иҫенә килгәндәй булды һәм үткән төндә генә сафлығын алған, намыҫын таплаған егеткә тәү күргәндәй сәйерһенеп, екһенеп баҡты. Нисек, нисек теле әйләнә улайтып әйтергә?! Ни өсөн Гөлназ бындай хурлыҡҡа ҡалды әле? Ә хәҙер, хәйер һорашҡандай, бер йылы һүҙгә сарсап, тоғро эттәй күҙенә ҡарап тора. Ниндәй түбәнлек!

- Юҡ, юҡ һәм юҡ!
Гөлназ ҡырт ҡына боролоп китеп барҙы. Артынан тапалған күңеле, ҡыҙлыҡ намыҫы, яраланған кейектең ҡанылай тамсылап-тамсылап ҡойолоп барғандай тойолдо. Тик күп эсеүҙән, таңға табан аҙ ғына эләккән йоҡонан ҡыҙарған Арғынбайҙың күҙҙәре уны күрерлек, ҡыҙҙың аяныслы хәлен аңларлыҡ хәлдә түгел ине.

****

…Кейәүҙәр алыҫ Ҡаҙағстандан булғас, туйҙы бер яҡта - ҡыҙ яғында ғына үткәрергә килештеләр. Ике яҡтан да йәштәр ҙә, парлы ҡоҙалар ҙа арыу уҡ күп кенә ине, шуға күрә туй табынын ҙур йәшел ихатала эшләргә булдылар. Сиҙәм менән ҡапланған ишек алдына бер-береһенә терәтеп, әллә нисә өҫтәл ултырттылар. Өҫтәл кәрәк-ярағы, һауыт-һаба эҙләп, йәш килендәр күрше-күләнгә йүгереште. Иртәнге автобус менән ҡоҙаларҙан алда килеп төшкән Гөлназды күреп, Шәүрә бик һөйөндө. Байтаҡ күрешмәгән дуҫтар ҡосаҡлашып күреште.

- Әлдә генә килдең әле, дуҫ, - тине Шәүрә күҙенә йәш алып, - Ой, ҡыйын икән кейәүгә сығыуҙары. Баш ҡатты бит әй.
- Китсәле, Шәүрәкәй, юҡты һөйләмә! Кейәүгә сығыу ниңә ауыр ти! Бына мине алам тиеүсе генә юҡ, әйтеүсеһе булһа, һәп итеп кенә ҡалыр инем дә ул!
- Табылыр әле яҙғаның. Ҡартайып бармайбыҙ ҙабаһа. Бәлки бөгөн туйҙа уҡ осратырһың әле.

- Алланың “Амин” тигән сағына тура килһә ярар ине! - Әхирәттәр сырҡ-сырҡ көлөштө. Егерме икенсе йәштәре менән генә барған ике һылыу өсөн эй бәхетле көн ине шул туй көнө. Үткәндәре ғәмһеҙ бала саҡ, бөгөнгөләре салт аяҙ сағыу ҡояшлы, киләсәктәре атасаҡ алһыу таң төҫлө серле лә, ымһындырғыс та. Йәшлек кенә шулай вайымһыҙ- күңелсәк, шаталаҡ – хыялый була торғандыр…

Шәүрәләрҙең өйөн үҙенекеләй күреп, эҫенеп бөткән инде Гөлназ. Әсәһен дә үҙенекеләй күреп ярата, апай-ағайҙарын да яҡындан белеп, яҡын күреп бөткән. Шуға күрә, килеп инеүҙән һәр береһе менән йылмайып ҡына иҫәнләште лә, башҡаларға ҡушылып, бөтмәҫ- төкәнмәҫ туй мәшәҡәтенә сумды.
Бер-береһен апайҙарынан да яҡын күреп, өҙөлөп яратҡан әхирәттәр һирәктер. Әммә Гөлназ менән Шәүрә тап шундайҙар иҫәбенә инә. Ҡарап тороуға икеһе ике төрлө кеше инде былай, тик бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, башҡаларҙан дуҫын көнләшеп-ҡыҙғанып яраталар. Килеп сыҡһа, бер үк ергә институтҡа уҡырға инергә, бер ҡалала йәшәргә хыялландылар. Ләкин мәктәптә уҡығанда ҡорған матур хыялдары бойомға ашманы. Төрлө ҡалаларҙа институт бөттөләр, хәҙер инде юлдары бөтөнләй айырылырға тора: Шәүрә Ҡаҙағстанға кейәүгә сығып китһә, ҡасан күрешерҙәр? Әлегә ҡыҙҙарға ул турала уйларға форсат теймәй, ул-был йомош менән тыз-быз сабышалар. Ара-тирә генә Шәүрә әхирәтенә бер-ике һүҙ әйтеп, ҡунағының хәтерен ҡалдырмаҫҡа була хәбәр ҡушып китә.

- Күптән хыялланған кейәүеңде күрәһең инде, - ти Шәүрә ихлас йылмайып.- Тик әллә ниндәй баһадир кәүҙәле, кәртинкә шикелле матур тип уйлама. Һинең менән минең ише ябай бер әҙәм.

Гөлназ дуҫының буласаҡ кейәүе Әмирҙе күргәне юҡ әле. Нисәмә йылдар, бала саҡтан дуҫлашып йөрөһәләр ҙә, Әмир менән Шәүрәне бергә күргәне юҡ . Шәүрә һынлы Шәүрәнең йылдар буйы ауыҙ һыуы ҡороп һөйләрлек, бер егеткә лә күҙ һалмай тик Әмир тип кенә йәшәрлек иткәс, ябай ғына түгелдер. Шәүрәнең үҙенә генә ҡарағыҙ һуң: тамылйып бешкән ҡарағаттай сөм-ҡара күҙҙәренә генә ҡарағыҙ - башҡа ҡыҙҙар күҙегеҙгә лә салынмаҫ! Ниндәй генә егеттең күңеле тертләмәй икән эргәһенән Шәүрә үткәндә?! Гөлназ, бәхетенән балҡып- нурланып, осоп йөрөгән дуҫына һоҡланып, яратып ҡарай. Шәүрә кеүек ҡыҙҙы ла яратмағас, кемде яратмаҡ кәрәк! Нимә тип кенә минең ише ямаҡай ғына ҡыҙ менән дуҫлашҡан булалыр инде был Шәүрәкәй? Унан үҙ уйынан үҙе көлөп ҡуя - эш матурлыҡтамы ни?!

Әмир - ябай ғына, башҡаларҙан әллә ни айырылып тормаған уртаса буйлы егет. Оҙонса танауына эләктtргән күҙлеге генә уға бер аҙ серлелек, зыялылыҡ өҫтәй кеүек. Уның ҡарауы, кейәү үңгәре тәү күреүҙән ҡатын-ҡыҙҙың һушын алды. Оҙон мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, ҡап-ҡара күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, тишә ҡарап торған был егет үҙебеҙҙең башҡорт тип уйлағайнылар, ул Ҡаҙағстандан килгән берҙән-бер ҡаҙаҡ егете Арғынбай имеш.
ЗАГС-ҡа күрше ауылға барҙылар. Бер-бер артлы теҙелешкән еңел автомобилдәр саң туҙҙырып ялан юлынан елдереп килделәр ҙә ял итергә шишмә янына туҡтанылар.

Шәүрә менән Әмир, әле генә законлы рәүештә ир менән ҡатын булышҡан йәштәр, ташып барған хистәрен кеше күҙенән йәшерә була, башҡаларҙан ситкәрәк киттеләр. Бына Әмир ҡаҡса кәүҙәле кәләшен еңел генә күтәреп бер нисә мәртәбә өйрөлтөп, татлы ирендәренән һурып үпкәс, эргәләге сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Кейәүенең муйынынан ҡосаҡлаған Шәүрә, яурынына башын һалып, ҡолағына ниҙер бышылданы ла сылтыратып көлөп ебәрҙе. Әмир, кәләшенең һүҙҙәренә һәм көлөүенә яуап итеп, сәстәренән, ҡолаҡ остарынан үпте. Дуҫына яратып, һоҡланып- көнләшеп, һағыш менән ҡарап торған ҡыҙ эргәһенә Арғынбай килде.

- Шунан, йәштәрҙең бәхетенә көнләшәһеңме?
- Көнләшмәҫлекме һу-у-у? Ғүмер буйы ошолай бәхетле, мөхәббәтле генә булһындар инде.
- Теләйһеңме, мин дә һине шулай бәхеттең етенсе ҡатына алып менәм? – Арғынбай телгә бөткән нәмә икән, Гөлназдың ҡулынан тотоп та алды.
- Йә, нисек итеп?
- Урлайым да, алып ҡасам.

Гөлназ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
- Рәхим ит. - Уға был сая, күҙе янып торған шаян ҡаҙаҡ егете бик оҡшаны. Гөлназ ҡулын егеттән тартып алып, шишмә яғына ыңғайланы, - Һыуҙан ауыҙ итер кәрәк, шишмә үпкәләр.

Әммә Арғынбай тиҙ генә табышын ысҡындыра торғандарҙан түгел ине, шунда уҡ ҡыҙҙы ҡыуып етте. Гөлназ услап һыу алғайны, егет етеҙ генә уның усын ҡыҫып, ҡыҙҙың ҡулдарынан һыу эсте. Унан эйелеп үҙенең ҙур устарына тап-таҙа шишмә һыуын һоҫто ла Гөлназға эсерҙе. Егеттәрҙең әле былай итеп ҡарағандары, бөтөн кеше алдында үҙенә генә шундай айырым яғымлы иғтибарға өйрәнмәгән ҡыҙыҡай үҙен шундай сибәр, бәхетле итеп тойҙо. Тирә-яғына күҙ һалды: кемдер сәскә йыя, кемдәрҙер шаулашып-көлөшөп фотоға төшә, бер төркөм егеттәр менән ҡыҙҙар сыр-сыу килешеп, һыу һибешеп йөрөйҙәр.

- Ниңә һин гел ул “ҡартлас” менән йөрөйһөң? – Арғынбай Шәүрәнең ағаһы Әҡсәнгә ымланы.
- Ул - минең ағайым.
- Бер туғанмы ни?
- Эйе.
- Алдашма. Бер туған ағайҙар һеңлеләренә улай мөкиббән китеп, яратып ҡарамайҙар. Үлә яҙып ғашиҡ булған ул һиңә. Ҡартайған көнөндә.
Гөлназ уңайһыҙланып китте: ғаиләле, бала-сағалы Әҡсән ағайҙы ул бик ихтирам итә. Уның шулай туғандарса мөнәсәбәтен икенсегә бороуҙы ул аңлап етмәне.

- Ҡартлас тимә. Ул бына тигән егеттәреңә алыштырғыһыҙ, ни бары утыҙҙы үткән, ҡырҡҡа етмәгән ир-уҙаман. Етмәһә, Әҡсән ағай - бик һәйбәт кеше.
- Барыбер һинең өсөн ҡарт.
Үҙе тураһында гәпләшкәнде ишеткәндәй, Әҡсән улар яғына ыңғайланы.
- Әйҙә, Гөлназ һылыу, ҡайтабыҙ. - Әҡсән машинаһына үҙенең эргәһенә Гөлназды, артҡы урындарға һеңлеһе Шәүрә менән Әмир кейәүен ултыртып, иң алдан ҡайтыр юлға төштө.

- Һин был ҡаҙаҡ менән уяу бул, бигерәк йылмаяҡ күренә, - тип киҫәтте ул ҡыҙҙы шым ғына. Гөлназ көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Ә үҙенең йөрәге, осорға әҙерләнгәндәй, леп-леп талпына, ҡайҙалыр ашҡына ине.
…Табын артындағы һөйләшеүгә ситтән күҙ һалған кеше аптырар ҙа ине, бәлки: башҡортсаһы, урыҫсаһы, ҡаҙаҡсаһы бергә буталғайны. Кәләш менән кейәү оҙон өҫтәлдең башында, барлыҡ ҡунаҡтарға ла күренерлек урында ултыралар.

Гөлназ әхирәтенә, килешле, нәзәКәтле туй күлдәгенә, бер аҙ бөҙрәләтеп яурындарына төшөргән ҡуңыр сәстәренә беркетелгән ап-аҡ кескенә яһалма сәскәләргә, бәхетле йылмайған аҡыллы сабыр күҙҙәренә яратып ҡараны. Былай саҡта ла, буянмаған-бөҙәнмәгән көйө лә матур Шәүрә әле иҫ китмәле сибәр! “Минең дә шулай туй күлдәге кейер көнөм ҡасан етер, бәхеттән башы әйләнеп, ҡулына алтын балдаҡ кейҙерерме берәү?” - тип уйланы Гөлназ.

Тәүге бокалдарҙы күтәреп, салат-маҙарҙы ауыҙ иткәс, йәштәргә бүләк биреүҙәр, ҡотлауҙар башланды. Телдәр асылып, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алған ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар кемуҙарҙан теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Бер үк һүҙҙе һәр береһе тиерлек ҡабатлаһа ла, уларҙы итхлас тыңлаған кеүек ултырыусы Шәүрә менән Әмирҙән башҡалар шаулаша, шыбырҙап һөйләшә, ир-ат рюмкаларын әлдән-әле бушатып ҡына торҙо.

Бына һүҙ йәш-елкенсәккә лә етте. Исмаһам, береһе ҡалыплашмаған матур теләк әйтһәсе, һаман бер үк һүҙҙе тылҡыуҙан бушамайҙар. Их, башҡасараҡ, көн дә ишетмәгәнерәк берәй теләк әйтергә ине, тип уйланы Гөлназ. Ул арала ҡыҙҙың эргәһендә ултырған Әҡсәнгә лә сират етте. Ул оҙаҡҡа һуҙмай ғына, бүләккә бер һарыҡ, тине лә кире ултыра һалды. Һүҙҙе Гөлназға бирҙеләр.

- Ҡәҙерле Шәүрә дуҫҡайым, Әмир! - тине ҡыҙ тулҡынланыуҙан ҡалтыранған тауышын күтәрә биреп. Бер үк тонда мығырҙап ҡына әйтелгән теләктәрҙән һуң, дикторҙыҡы кеүек һәйбәт ҡуйылған матур дикциялы сағыу тауышҡа ҡапыл һәммәһе лә шымып, баштарын Гөлназ яғына борҙолар. – Ҡабат-ҡабат әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Һәм…
Томош күгендә ҡағынған
Пар күгәрсен икегеҙ.
Бер-берегеҙгә терәк булып,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Һеҙ саҡырғас, беҙ ҙә килдек,
Ҡотло булһын туйығыҙ,
Тормош туйҙан ғына тормай
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Эйе, тормош – туй түгел. Ауырлыҡтары ла, күҙ йәштәре лә осрар. Шул саҡта бер-берегеҙҙе аңлап, ҡулға-ҡул тотоношоп еңә алһағыҙ ине тормош кәртәләрен. Ир-егеттең көслө беләге лә, ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәре лә күп ауырлыҡтарҙы еңә алырлыҡ ул. Әле бына Шәүрә беҙҙең алдыбыҙҙа сәскә һымаҡ балҡып ултыра. Ун, егерме, утыҙ йылдан һуң осрашһаҡ та, ул шулай һылыу булып ҡалһын ине. Ә был, Әмир, тик һинән тора. Сәскә кеүек матур ғүмер итегеҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яман аҙымдарҙан, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән яҡлағыҙ. Минең теләгем ошо - һөйөгөҙ, һөйөлөгөҙ. Ғүмерегеҙ бәхетле, ә бәхетегеҙ ғүмерлек булһын!

Теләген әйтеп, Шәүрә менән Әмирҙең сикәләренән үпкәс тә, халыҡ бер аҙ тын ҡалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе барып етмәгәндәй бер аҙ тынлыҡтан һуң, ҡайһылыр ҡоҙаның:
- Ну, шәп әйтте бит әй! Теленә тилсә йоҡмағыры! – тип ҡуйыуы рөхсәт биргәндәй, бөтөнөһө шау-гөр килешеп ҡул сабырға тотондо.
- Һай, афарин, был ҡыҙ!
- Уҡыған кешегә оҡшаған.
- Телевизорҙан һөйләйме ни, еппәрә генә бит , ә!

Гөлназдан һуң ҡотлаған йәштәрҙе тыңламанылар ҙа тиерлек. Улар ҙа бындай күркәм, йөрәктән сыҡҡан ихлас теләктән һуң баҙап ҡалғайнылар, беҙ ҙә ҡушылабыҙ, кеүегерәк һүҙҙәр әйтеп, бүләктәрен тапшыра һалып, кеше күҙенән ҡасыу яғын ҡарынлар. Гөлназ эргәһенә килеп ултырғас, Әҡсән ағай ҙа ҡыҙҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.

- Афарин, һеңлекәш, филологтарҙың бәҫен төшөрмәнең! Әллә уҡығанда һеҙҙе тост әйтергә лә өйрәтәләрме?-тип шаяртып йылмайҙы. - Әйҙә, ашап ултыр, оялма. –Ул ҡыҙҙың алдына йәшелсә салатын, ҡыҙҙырылған тауыҡ ботон алып һалды. Музыка ҡуйғас, йәш-елкенсәк дәррәү бейергә төштө. Ситтән килгән Гөлназ һаман үҙлегеп китә алмай ятһыраңҡырап, урынында ҡалғайны, Әҡсән ағай уны вальс бейергә алып төштө.

- Эй, матур әйттең, Гөлназ,- тине ул ҡыҙға һоҡланып ҡарап, тегеһе йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Нишләп еңгәй күренмәй, әллә яңғыҙ ғына килдеңме туйға? -
Комплиментҡа бындай яуап Әҡсәндең сикәһенә һуҡҡандай тәьҫир итте, урыныңды бел, һин кем дә, мин кем, тигәндәй тойолдо.
- Килмәне, ауырып тора. Шуға күрә бөгөн мин һине үҙем ухаживать итәсәкмен.

Авторы – Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
Фото: almode.ru

(АҘАҒЫ БАР).

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас