

Башҡорт кино сәнғәтендә ышаныслы аҙымдар менән эш башлаған йәш режиссер Айнур Асҡаровтың уңыштары ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә уның "Буран" ҡыҫҡа метражлы фильмы Ҡазанда кинематография өлкәһендәге "Алтын тәлинкә" төбәк-ара премияһына лайыҡ булған.
"Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы" номинацияһында төп бүләк өсөн башҡорт режиссеры Президенттың мәҙәни башланғыстар фондынан аҡсалата 500 мең һум менән бүләкләнгән.
- Был минең тәүге аҡсалата бүләгем. Бик ҡыуаныслы. Конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, — ти Айнур Асҡаров. Премия Рәсәй төбәктәрендә йәш таланттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм ғәмәлгә ашырылған проекттарға финанс яҡтан ярҙам итеү, шулай уҡ милли киноны танытыу, уның географияһын киңәйтеү һәм аудиторияны арттырыу маҡсатында ойошторолған.
Күптәр Айнур Асҡаровты "Өфөнән һөйөү менән" һәм "Өс таған" кеүек билдәле фильмдарҙың режиссеры булараҡ яҡшы белә.
Фото: "Башинформ"