

– Аҫылйәр, Сөмбөлөбөҙҙөң тауышын тағы ишеттем бит бөгөн…
Атайым әсәйемә моңһоу ғына ҡарап ала. Ҡыуанысым сиктән аша – әсәйем ысынлап та ишетә икән, тимәк, улар менән һөйләшә алам, тип уйлайым. Тик шатлығымды атайым һыпырып юҡҡа сығара:
– Гөлсибәр, һинең ҡолағыңа ғына ишетеләлер ул, элеккеләрҙе онота алмағанлыҡтан…
Уның менән килешкем килмәй үрһәләнәм, сәбәләнәм. Әсәйем дә күнергә теләмәй:
– Ысынлап та ишетәм, Аҫылйәр, Сөмбөл ысынлап та минең менән һөйләшә…
Башын эйеп ултырған атайым минән аша тағы әсәйемә күҙ һирпә. Быныһында ҡаршы өндәшмәй.
Әсәйемдән башҡа берәү ҙә ишетмәгәс, унан шикләнә башланылар. Ишеткәнгә ҡарағанда, ишетмәүҙе хәйерлерәк һананылар. Үҙем дә быны төшөнә башлағайным, шуға ла бөтөнләй өндәшмәҫ булдым.
Тик әсәй әсәй бит ул. Нисек итеп әсәй менән һөйләшмәйһең? Иң ҡәҙерле кешемә, ҡайғырып киткән саҡтарында өндәшмәй ҡала алмай инем. Бигерәк тә түгелеп илаған мәлдәрендә эргәһенә йүгереп бара ла етәм. Сәстәренән һыйпап, күңелемдәге иң матур һүҙҙәрҙе теҙеп әйтә лә ташлай торғайным. Ә ул миңә текләп ала ла, яуап бирергә ҡурҡамы, мөлдөрәп кенә ҡарап ҡатып ҡала. Шунан минең һүҙҙәремдән уға тағы ла ҡыйыныраҡ икәнен аңлап, өндәшмәҫ булам да ул, тик әйтер һүҙҙәр әйтелгән шул… Шундай саҡтар йыш ҡабатланғайны Уртағолда. Билдәшкә килгәс, һөйләшә ҡалһам, атайым тағы ла күсенергә булып китер, тип бөтөнләй һөйләшмәҫкә хәл иттем. Ни тиһәң дә, донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдән башҡа ла, шырлыҡһыҙ ҙа булдыра алмайым.
Билдәш Уртағолдан бик үк йыраҡ түгел, тура тартһаң, ун саҡрым самаһы ара… Мин бит һаман да, бер кемгә лә белгертмәй генә, Көнтөшмәҫкә барып килә торғайным. Хәйер, хәҙер үҙемде күҙәтеп-ҡарап та тормайҙар, ҡайҙа теләйем, ҡасан теләйем, шунда барам. Күпме кәрәк, шунса йөрөйөм…
Бер тапҡыр ошо шырлыҡта йәшенгә эләккәйнем. Шырт-шырт иткән тауыштың аяҡ аҫтымданмы, әллә икенсе ерҙәнме килгәнен самаларға тырышып, байтаҡ йөрөгәйнем ул көн. Нисектер бер нәмәгә лә күңелем ятманы. Башта күп күренгән бөрлөгән, эйелеп бер-ике өҙһәм, юҡҡа сыға ла ҡуя. Күҙемә салынған күбәләктәрҙе ҡыуа башлаһам, урман уларын да йәшерә. Быға тиклем бер тынмай һайраған ҡоштары ла ул көн ауыҙҙарына һыу йотҡандай өндәшмәҫ булғайны.
Шырлыҡтың шул сәйерлеге нисектер күңелемә шом һалғандай булғайны. Хәҙер аңлайым: шулай итеп ул мине үҙенән ҡыуып ҡайтармаҡ булған...
Их, шул саҡта шырлығымды аңлаған булһамсы… Үкенәмме? Үкенәмдер… Дауыл ул көндә ҡапыл ҡупты. Ҡояш та ҡайҙалыр ҡастымы, донъя бер мәлгә дөм-ҡараға әйләнгәндәй булды ла, күк күкрәп, йәшен уттары тирә-яҡты хәтәр сыйып үтте… Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Нисектер асыулы башланды ул, ни аралалыр уйһыуыраҡ урындарҙа бер кемде лә аямаҫтан ҡырып-һепереп, бәреп-йығыр тулҡын менән йәһәннәмгә ағыҙып алып китерҙәй ташҡын барлыҡҡа килтерҙе… Биҙрәләп ҡойғандай ҡоторонған ямғыр баш күтәрер, күҙ асыр әмәл ҡалдырманы. Ҡурҡышымдан, йөҙйәшәр ағастарҙың ҡайһыһына һыйынырға белмәй, улай йүгерҙем, былай саптым. Ҡуйы үлән араһынан күренмәгән күләүектәрҙе сәпелдәтеп кисеп үттем. Шул арала өҫтөм лысма һыу булып, тағатылып өлгөргән толомдарымдағы сәстәрем ҡыуаҡ ботаҡтарына эләгеп йолҡолоп-өҙөлөп ҡалды.
Эйелеберәк үҫеп ултырған бер ҡайын төбөнә сүгеп боҫтом да күҙҙәремде сырт йомдом. Ялағай уйнап, йәшен йәшнәп, күк дөһөрләгән һайын, бөршәйеберәк ултырып, тешем-тешкә теймәй дер ҡалтырауымды тыя алмай, ағасҡа нығыраҡ һыйына барҙым һәм береһендә, ялағай ҡойроғо ергә йән асыуы менән һуғылған саҡта, ике ҡулым менән ҡайын олонон ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунда уның да дер ҡалтырағанын ап-асыҡ тойҙом. Юҡ, беҙ генә түгел, тотош донъя һелкенә ине... Күпме яуғандыр ямғыр, миңә бик оҙаҡ тойолдо. Ололарҙың ошо урман тураһында һөйләгәндәре ҡабат иҫемә төшөп, тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға һалды.
– Шырлыҡ – иң насар урман. Шундағы ағастарҙы нисә йәшен һуҡты? Был бушҡа түгел, сөнки унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дейеү йәшенеп йәшәп ята. Йәшен “шул дейеүҙе һуғам” ти ҙә яңылыш ағастарҙы ата ла ҡуя, – тип бала-сағаны ҡурҡытыр өсөн һөйләгәндәрҙер, тип уйлай торғайным да, ул көн шул һүҙҙәргә ышана ҡуйҙым: ҡоторонған йәшен шырлыҡты һуңғы ағасына тиклем атып бөтөрһә бөтөрөр, дейеүҙе тапмайынса тынысланмаҫ кеүек тойолдо.
Унда ҡала алмай инем. Шәп-шәп атлап, урман ситенә тиклем килдем.
Урман менән беҙҙең өйҙө иген баҫыуы ғына айыра. Әлбиттә, баҫыу юлы арыраҡ… Әммә туп-тура, баҫыу аша ҡайтырға ла мөмкин дәбаһа…
Ана, беҙҙең өйҙөң ҡыйығы, башҡаларҙан бер башҡа бейегерәк булып, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Шулай булмайса, беҙҙең йорт урамда иң яңыһы, иң күркәме бит. Нигеҙе лә тәпәш түгел, ҡыйығында шифер буйҙары ла башҡаларҙан бер буйға күберәк. Ҡапҡабыҙ ҙа ҡалҡыуыраҡ, тик был яҡтан уны күреп булмай, йортобоҙ баҫыуға арты менән тора. Уның ҡарауы, ихатабыҙ эсе бынан ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Мин йыш ҡына ошонан тороп өйҙәгеләрҙе күҙәткәнем дә булғыланы. Ишек алдында Айһылыу менән Йәнбикәнең эйәртенешеп улай-былай үткәне ифрат мәҙәк. Алыҫтан уларҙы бик үк танып та булмай, кейгән кейемдәренән генә ҡарап төҫмөрләргә мөмкин. Тауыштарын ишетмәһәм дә, нимәләр һөйләшеп йөрөгәндәрен яҡынса тоҫмаллай ҙа алам. Йәнбикә “әйҙә, шулай итәйек”, “әйҙә, былай итәйек”, тип бер туҡтауһыҙ һеңлеһенә инәләлер. Тегеһе, ыҡҡа килмәй, үҙенекен эшләп маташалыр.
Ә мин – урман ҡыҙы, ысын урман ҡыҙы. Урман мине һәр ваҡыт үҙенә тартты. Ошонда килһәм, нисектер рәхәт, теләгәнсә ҡысҡырып йырларға, былай ғына һөрәнләргә мөмкин. Бер кем дә тыймай. Хәйер, өйҙә лә бик үк тыйып бармайҙар ине…
Ниндәйҙер мәлгә туҡтап, күңелемә яҡын урмандан сығырға баҙнат итмәй Уртағолға ҡарап торҙом. Атайымдың тир түгеп һөргән баҫыуын тапауы ла әллә нисек. Шул саҡ баяғы ялағай, әйләнеп килеп, ҡойроғон тағы яман һелтәне. Шырлыҡ эсе яҡтырып, бер нисә урында осҡондар сәсрәгәне күренеп ҡалды хатта. Ҡурҡышымдан игенгә бер-ике аҙым да баҫҡайным, урман эскә тарттымы, әллә үҙем кире ырғыныммы, бер нисә секундтан тағы элекке урынымда тора инем.
Ни эшләргә? Урманда ла ҡала алмайым. Бынауындай йәшендә баҫыу аша йүгерергә лә ҡурҡам… Ни булһа ла булыр, тинем дә тәүәккәлләргә иттем…
Быныһында урмандан ҡапыл сыҡманым, мөмкин тиклем ипләберәк ҡуҙғалырға тырыштым. Тәүге аҙымым барыбер нисектер яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, абына яҙҙым. Икенсеһе, өсөнсөһө ышаныслыраҡ булдымы, ҡурҡыуымды еңдемме, йән көсөмә йүгерҙем. Баяғы хәтәр ҡойроҡло ялағай урап килгәнсе, өйгә ҡайтып етергә тейеш икәнемде генә белдем. Бөрлөгәнле сирпәгемде күкрәгемә ҡыҫтым да елдерҙем генә… Тик йүгергән һайын, хәрәкәттәр ауырая, еүеш тупраҡ ҡаталарға ҡатланыбыраҡ йәбешеп-һылашып, табандарымды көс еткеһеҙгә әүерелдерә, әле бешеп етмәгән иген башаҡтары “туҡта!” тигәндәй, тубыҡтарыма аяуһыҙ һуғыла, тышарға самалағандай аяҡтарыма урала.
Алдан күҙаллауымса, әллә ҡасан өйҙә ултырырға тейеш инем… Ямғыр яуғандан һуң баҫыу аша йүгереү ҡырҡа ауыраясағын иҫәпкә алмағанмын.
Бер-ике генә ынтылырлыҡ ара ҡалғайны, баш осомда хәтәр ҡурҡыныс йәшен йәшнәне. Баяғы ҡойроҡ тап минең тапҡырҙа ғына һелтәнгән кеүек булды. Мине ергә һеңдерә һуҡҡандай тойолдо. Ҡулымдағы сирпәгемде әллә ҡайҙа осорҙо. Ундағы бөрлөгәндәр бая, урман эсендә, ялағайҙан һуң сәсрәп киткән осҡондар кеүек, күҙ алдымды аллы-ҡыҙыллы төҫкә мансып, сәсрәп һибелде. Тәнем аша ниндәйҙер тулҡын үтте. Уның көслө, бик көслө икәнен генә һиҙеп өлгөрҙөм…
Йәшен әллә мине һуҡтымы? Тәүҙә шуны төшөнөргә тырыштым. Ипләп кенә урынымдан ҡалҡынып ҡараным. Ҡалҡына алдым… Тимәк…
Тороп баҫтым. Нисектер бик еңел. Сирпәгемде эҙләп торманым. Быға тиклем бер ҙә таныш булмаған ниндәйҙер ғәйәт ҙур көс менән артабан йүгерҙем, хатта мәте йәбешкән аяҡтарымдың ауырлығын да, быға тиклем тубыҡтарыма туҡтауһыҙ һуғылған башаҡтарҙы ла тойманым.
Баҫыу ҙа нисектер тиҙ үк артта ҡалды, кәртә аша ла йәһәт кенә үттем, күтәрмәләргә менгәндә үҙемде бөтөнләй иҫләмәйем, өйгә лә нисектер шәп килеп индем, хатта ишекте асып-япҡанымды ла хәтерләмәйем… Нисектер тиҙ, бик тиҙ икәнен генә белдем…
Өйгә килеп ингәс, бер аҙға иҫемде йыйҙым.
“Ҡайтып еттем бит! Ҡайттым бит!” тигән ҡыуаныс күңелемде биләне…
Унда әсәйем, уға һыйынған туғандарымды күргәс, ғәләмәт ҡыуандым. “Улар ҙа ҡайтып өлгөргән икән. Бөтәһе лә өйҙә” тигән уй ниндәйҙер мәлгә ишек төбөндә тотто. Шунан ике туғаным араһынан үтеп, әсәйемдең ҡуйынына тығылдым. Ниндәй рәхәт! Әйтерһең дә, бөтөнләй үҫмәгәнмен. Тағы бер-ике тапҡыр ныҡ ҡына ялағай ялтлап, күк дөһөрләне лә йәшен туҡтаны. Донъя тынып ҡалды. Быға тиклем әсәйемдең шашыр сиккә етеп ниҙер шыбырлағанына иғтибар итмәй ултырғанмын.
“Сөмбөлөм генә имен булһын! Сөмбөлөм генә имен булһын!” – ти ине… Ни ҙә булһа төшөнөп өлгөргәнсе, әсәйем ҡапыл урынынан ҡупты, “Сөмбөл апайығыҙҙы ҡарап киләм”, – тип сығырға ынтылды.
Ныҡ аптыраным шунда. Тәүҙә ни әйтергә лә белмәй, шаңҡып ҡалдым, шунан иҫемде йыйып: “Әсәй, мин ҡайттым да инде”, – тип әйтеп ҡараным. Тауышым сыҡманы. Улай ҙа түгел, әсәйем артынан ишек ҡаҡлығып өлгөрҙө. Ул нығыраҡ ҡаҡлыҡтымы, өй дер һелкенгән кеүек булды ла йәшен ваҡытына тип, күрәһең, ҡапланған япма көҙгөнән иҙәнгә һыпырылып төштө.
Бер нәмә шунда шаҡ ҡатырҙы: ике туғаным, көҙгөнөң ҡаршыһындағы бөтә әйберҙәр ҙә унда сағыла, ә бына мин көҙгөлә юҡ инем…
Шөбһәләнеп, туғандарым араһынан киҫкен һурылып сыҡтым да көҙгөгә инерҙәй булып бик-бик яҡын килдем, ни тиклем текләберәк ҡараһам да, үҙемдең сағылышымды барыбер күрмәнем. Бер ни ҙә аңламаным. Әйләнеп, Йәнбикә менән Айһылыуға: “Һеҙ мине күрәһегеҙме, һеҙ мине күрәһегеҙме?” – тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙым... Тегеләре “Эйе, күрәбеҙ” тип әйтеү түгел, миңә боролоп та ҡараманы. Дөрөҫөрәге, ҡаранылар, тик нисектер үтә ҡаранылар….
Ғауғаланып үҙ-үҙемде ҡапшаным. Битемде, башымды, ҡулдарымды тотоп ҡарамаҡ булдым. Тота алманым. Шунда ғына көҙгөлә генә түгел, бында ла юҡ икәнемде төшөндөм. Мин юҡ… Мин юҡ инем… Минең кәүҙәм юҡ ине…
Бая ҡолаған еремә бар көсөмә йүгерҙемме, остоммо, киренән шунда барҙым… Кәүҙәм ысынлап та шунда ине. Тик һулаҡай яҡтан ҡап-ҡара булып көйгән тән минеке лә, минеке түгел дә һымаҡ…
Кискә ҡарай мине таптылар… Ундағы кешеләр араһында ҡаңғырып, үҙем дә оҙаҡ йөрөнөм, тик берәү ҙә аңғарманы. Аңғарырға, башҡаларҙан ныҡ айырылам бит хәҙер: бүтәндәрҙең тәне бар, минеке – юҡ. Бар айырма шунда...
Рәмилә ТОРОМТАЕВА.