Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ғинуар 2022, 12:00

Бөрйән бал ҡортона арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

Проекттың төп героиняһы – Бөрйән районының ғына түгел, бөтә республиканың төп символына әүерелгән бал ҡорто. 

Бөрйән бал ҡортона арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылаБөрйән бал ҡортона арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асыла
Бөрйән бал ҡортона арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

1 февралдә Башҡортостандың Милли музейында “Бөрйән бал ҡорто” тип аталған үҙенсәлекле күргәҙмә асыла. Проекттың төп героиняһы – Бөрйән районының ғына түгел, бөтә республиканың төп символына әүерелгән бал ҡорто. Халҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың милли брендына арналған проектты Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ҡабул итә.

Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, фото һәм скульптура эштәре тәҡдим ителә. Бөтә халыҡтарҙа ла бал ҡорто – эшһөйәрлек, именлек, ғаилә һәм бәхет символы, ә бал ҡорто күсе һәр кемдең үҙ урыны һәм бурысы булған идеаль йәмғиәт өлгөһө булып тора.

Белеүебеҙсә, Бөрйән бал ҡорто уникаль бал ҡорто һанала. Ул йомарт та, бер үк ваҡытта ҡырыҫ та Урал тәбиғәтенең ябай булмаған шарттарында йәшәп, һыуыҡҡа бирешмәҫкә һәм сыҙамлы булырға өйрәнгән.

“Бал ҡорто башҡорт халҡының ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ кеүек әхлаҡи сифаттарының символына әүерелгән”, - ти сәнғәт белгесе Светлана Игнатенко.

Проекттың авторы – билдәле рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт магистры Евгения Васильева. Уның әҫәрҙәре Пьер Карден (Франция), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Гибеллин ҡалаһының (Италия) хәҙерге заман сәнғәте музейы, Кальтаджироне ҡалаһының (Италия) Епархия музейы, Ибраһим Кодра фонды (Швейцария) коллекцияларында, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

“Әйтерһең дә, Евгения Васильева Бөрйән бал ҡорто хаҡында тулыһынса белә һәм, ошо ерлектә йәшәгән халыҡ кеүек, уның матурлығы, үҙенсәлеге менән һоҡлана, - тип билдәләй Светлана Игнатенко. - Васильеваның әҫәрҙәрендә тап бал ҡорто башҡорт далаһын бал ҡорто осошо бейеклегенән күреү мөмкинлеген бирә. Был күргәҙмәлә лә донъялағы бөтә буяуҙар сағылышын башҡорт далаһы өлгөһөндә күрергә мөмкин”.

Проект Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Сәнғәт факультеты, Санкт-Петербургтағы Сәнғәт академияһының Ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас