

Ғинуар иртәһе
Рәсем итеп төшөрәйем микән
Йылдарымдың яҡты миҙгелен?
Мамыҡтарҙан һынлап ҡарайыммы,
– Әсәй, бирсе ҡағыҙ һәм елем!
Ғинуар иртәһенең сағыу мәле
Күңелдәргә сафлыҡ өләшә.
“Мороз и солнце. День чудесный!” –
Хаҡ һүҙҙәрең, Шағир, мең йәшәр.
Ҡыштың ғорурлығын һынландыра
Ҡыйыҡтарҙың һомғол төтөнө.
Мин йылындым ошо саф тынлыҡта,
Имле тынын елдәр бөркөнө.
Шығырлаған ҡарҙың үҙ көйө бар,
Ҡар моңонан иҙрәй был йәнем.
...Бурандарға табан борҙо ғинуар
Ҡышҡы юлдай ап-аҡ йүгәнен.
Түп-түңәрәк донъя
Әсәй миңә сәйҙәр яһай –
Таралды үлән еҫе.
Кемгә рәхмәттәр әйтәйем
Әсәйем булған өсөн!
Ҡышҡы һалҡын ҡурып ала,
Әсәй иңгә шәл һала.
Әсәйем иҫән сағында
Мин бала әле, бала.
Ауылымдың йәме – әсәй,
Әсәй булған ер – Ватан.
Мин шундай тулы бәхетле –
Иҫән-һау әле атам!
Түп-түңәрәк минең донъям,
Ауылым шундай ҡотло!
Үҙенә гел тартып торған
Әсәй йәшәгән йортло!
Инйәр
Ағышыңда болоттарҙы күрәм,
Ғорур һынын ҡая таштарҙын,
Ишетәмен кеүек ярҙарыңда
Боронғоноң һағыш-аһтарын.
Тау йылғаһы тигән даның белгәс,
Бейеклектәр тоям сәмеңдә.
Ғәййәрлектәр көҫәп килдем, Инйәр,
Заманым да шундай хәлендә.
Ашығаһың һаман Уралтауҙың
Еткерәм тип илгә сәләмен.
Биргән бит ул Күктәр кешегә лә
Йылға телен аңлау ғәмәлен.
Тауҙар ғорурлығын һиҙгән саҡта,
Шаршы тилберлеген алғанда,
Сәмле ағым үҙе генә белгән
Быуат ҡомарҙарын тойғандай.
Тигеҙ ерҙә лә бит һәр тулҡының
Раҫлағандай рухи ҡеүәтен,
Айбарланып бар ғәйрәтен сәсә,
Ул тарата илгә көс-дәртен.
Һәр тулҡының тере!
Һәр бер тамсың
Йәншишмәләй ерҙе һуғара.
Уралтауҙың ҡан тамыры кеүек,
Йөрәк тибештәре – һәр ынтылыш,
Ғәскәр рухын илтә ул ара.
Үҙ илеңдә тауҙар ҡотон һаҡлап,
Боронғоноң төҫө булғанда,
Тау йылғаһы иңен ҡуйыр һәр саҡ,
Шүлгән үте илгә тулғанда.
Ғәййәрлектәр көҫәп килдем, Инйәр!
Илгә һеңһен һинең дарманың.
Мең ғүмергә етер ҡөҙрәт бирҙең,
Бер көнөмә ҡеүәт һораным!..
Милләт тамғаһы
Бик боронғо башҡорт ҡалаһынан
Бик боронғо башҡорт балаһы,
Быуаттарҙан артыла ла һүҙең,
Рухнамәнән йөрәк ҡағаһың.
Ватан хисе асылдарға тулғас,
Яралған ул тамға иң башта.
Оран булып яңғыраған илдә –
Соҡоп яҙылған ул ағасҡа.
Урал тауҙарына ырылған ул,
Мәғрур ҡаяларға һыҙылған.
Мәмерйәнең төпкөл залдарында
Серле буяҡ менән яҙылған.
Дала ҡылғанында бәүелгән дә,
Йылға тулҡынында тирбәлгән.
Аңлатылмаҫ изге моңдай булып,
Ҡурай көпшәһенә йән өргән.
Ырыу-ырыу булып йәшәгәндә,
Беҙҙең бик боронғо бабалар,
Урал батыр әйткән васыяттан
Улар илгә байман табалар.
Тамғаларҙан мин дә яралғанмын,
Яралғанмын һеҙҙең орандан.
Тамырҙарҙа аҡҡан ҡайнар ҡаным
Сәләм әйтә миңә борондан.
Бик боронғо башҡорт йәйләүенең
Бик боронғо башҡорт балаһы,
Мин үҙем дә бүре ҡотон һаҡлар
Милләтемдең рухы, тамғаһы.
Боронғо ҡала
Был ҡаланы күрмәҫ элек беләм,
Мәсетенең нигеҙ ташына
Бер олатам, йөкмәп арҡаһына,
Аҡ диңгеҙҙән ҡом, таш ташыған.
Был ҡалаға һәр саҡ тартылырмын,
Арбап тора бында ҡорамдар:
Иҫкеләрен улар һаҡлай белгән,
Яңыларын нурлап ҡорғандар.
Йырлап уяталар был ҡалала:
Көйлө аҙан алыҫ тарала.
Һәр тулҡынға һеңгән рух ҡотонан
Бәндә күңелдәре арбала.
Сәләм бирешкәндәй үҙ-ара,
Манаралар гөрләй аҙандан.
Тулҡын, гүйә, теләк теләп ҡала
Диңгеҙ ярҙарына ҡунғанда.
Был ҡаланың белем диуарҙарын
Башҡорт ғилеме лә нығытҡан.
Яралған ул – фәнни ҡитғаларҙан,
Төрки донъя тигән көс, уттан.
Был ҡалаға кем һуң ғашиҡ булмаҫ,
Босфор күпме серҙәр йәшергән.
Тетрәүҙәрҙән ҡабат хасил булып,
Тере сыҡҡан күпме йәшендән.
Боронғолоҡ рухы – һәр урамда,
Тыҡрыҡтарҙа күҙләй тарихтар.
Ғаилә байрамдары – бында өҫтөн,
Күмәк халыҡ менән һәр ифтар.
Заман менән үҙе бергә атлай,
Кеҫәһендә – иҫке таныҡлыҡ.
Беҙ борондан һине белә инек,
Әле килеп ҡабат таныштыҡ.
Миллилек
Рәшит Шәкүр ағайға
Ҡарһүҙҙәрҙе нигеҙ итеп,
Йырҙар һалып ҡаҙнаға
Милли диуарҙарҙы бурай
Был быуатта бер Ағай!
Терелә боронғо яҙма,
Түгелә һорнай моңо.
Тыйылғандар тергеҙелә,
Йыуыла дәүер саңы.
Һәр атама – үҙе тарих,
Һәр бер һүҙҙең үҙ таты.
Тере булғас һәр табыштың
Тәүәрих ҡаны һарҡый.
Һәр бер һүҙ бында һалдаттай,
Көрәшсе – һәр бер һөйләм.
Боронғо бер ҡәлғә төҫлө
Бабанан ҡалған өләң.
Зауыҡлы тамға эсендә
Зыялы заттан алғыш.
...Бер ҡараһаң, оҫта үҙе
Халҡында – милли балҡыш.
Быуаттар аша һыналған
Боронғо ҡорам кеүек,
Һүҙҙән, уйҙан һарай һалыу
Һәр бер ғәмәлдән бөйөк!
Һөйәнтөҫ хәтере
Ниңә тағы ишетелә миңә
Ҡатындарҙың үкһеп илауы?
Тынғы бирмәй ирҙәр менән бергә
Бикле ҡалған аттың тулауы.
Үҙәгемә үтте аҡһаҡалдың
Һуңғы тапҡыр әйткән аҙаны?
Ишеткән юҡ, уҡығайным ғына
Дакотала бындай ҡазаны...
Ағинәйҙәр ниңә теҙелешеп,
Доға ҡыла ҡарап ҡиблаға?
Ниндәй ниәт менән улар һүҙен
Намаҙ эстәренә туплаған?
Сытыр-сытыр янған тирмәләрҙә
Ишетелә бала тауышы.
Был тарихи ысынбарлыҡмы ла?
Халҡын ерләр илдә яу ошо?!.
Янған тупраҡ еҫе аң томалай,
Биткә ҡуна көлдөң туҙаны.
Ҡурылып та кипкән үләндәрем
Зарлы көйҙө генә һуҙамы?
Нисәмә йыл ошо сал ҡаялар
Ыңғырашҡан кеүек һил саҡта.
Үтеп барған елме һиҫкәндерҙе...
Ҡара ергә ҡарап тонсоҡтом.
Әле генә бында урман балҡый,
Баш ҡалҡыта үлән аҡланда.
Ҡан хәтере ергә һеңмәй бит ул,
Ҡан хәтере илдә һаҡланған.
Ҡайтауаздар булып тауыш килә,
Ҡайтауазда аҙан, доғалар.
Бер ғәйепһеҙ ҡаза күргән йәндәр
Милләт асманына ҡағалар!
Ҡәүем үткәнендә ҡәһәр төҫлө
Йәшәй кеүек һаман һинең төҫ.
Башҡорт милләтенең ғазабына
Рухи һәйкәл һинме, Һөйәнтөҫ?!.
Рәми ағайға өндәшеү
Толҡа тапмаҫ саҡта йәндәремә,
Юғалтҡанда тәмен ашымдың
Һораным мин: “Һынау тигәндәрең,
Әйтсе, тормош, әллә ошомо?”
Мин юғалам кеүек, Рәми ағай,
Тәрәнерәк бата hағышым.
Тормош hөйөү менән үкhеҙ әрнеү
Йәшәй алмаҫ йәндә hыйышып,
Улай оҙаҡ. Ярай микән илап
Ҡаршыларға яҙғы бөрөнө?..
Ҡыштар мине бәйҙә тотҡан икән,
Яҙ нурында бөгөн иренем.
Иренем дә, сарсаған бер юлсы
Эскән кеүек hыуын шишмәнең.
Тоҙ hибелгән асыҡ яраларға
Шиғырыңдан дауа эҙләнем.
Ҡояш асҡан кеүек бөрө күҙен
Бейекләнә барҙы күктәрем.
Йәшләүекте күрмәм тигән минме?
Юҡ, булманы ундай шиктәрем.
Яҙҙар булып hин киләhең кеүек,
Йырың тула бөрө йәнемә.
Телhеҙ итер саҡта hин теллеhең,
Рухың тейеп ҡуйҙы сәмемә.
Илhеҙ итер мәлдә hин илеңде
Тапҡанhың бит яҡлар сараhын.
Илле, телле ерҙә баҫып торам –
Аңлағандар аңлар баhаhын.
Иңдәремә төшкән моңhоҙ мәлем
Ил өҫтөнә килгән бәләме?
Абынhам да, юҡ hынманым әле,
Рухиәтең терәк беләм мин.
Һыналған hәм сыныҡҡан был йырҙар –
Һынағандыр hинең түҙемде.
Аңларҙар, тим, улдар хәҡиҡәтте –
Уҡыhындар hинең hүҙеңде.
Атағыҙҙы аңларhығыҙ, тинем,
Ярлыҡарhыҙ булмаҫ хатаhын.
Доға, ҡурсау итеп киләсккә
“Табыныу”ҙы улдар ятлаhын!
Минең әле шундай ярhыу мәлем –
Рәми ҡоҙоғонан hыу эсәм.
Һинең менән мең бәхәскә инәм,
Һинең менән hәр саҡ килешәм.
Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй
Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй,
Борон-борон-борон заманда...
Арбап ала мине һүҙ тылсымы,
Яҡшылыҡтың көсө ямандан.
Йылдар үтә.
Шул әкиәт менән
Мин атлайым йәшлек үренә.
Хәҙер инде яҡшы, яман яуы
Минең заманда ла күренә.
Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй,
Кем булды һуң әле батыры?
Ғәҙеллектең хаҡы бөгөн ниндәй?
Ниндәй хәлдә икән йорт-ырыу?
Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй,
Борон-борон-борон заманда.
Һүҙ ҡаҙнаһын мәңге маяҡ итеп,
Әкиәт серен сисәм һаман да...