

Бөгөн Белорет районынан ҡайғылы хәбәр ишетелде – яҡташыбыҙ, билдәле рәссам Рим Әхмәт улы Юнысовты тыуған ауылы Аҙнағолда һуңғы юлға оҙаттылар.
“Киң ҡарашлы, тәрән белемле, ололарҙы ихтирам иткән, кеселәргә кәңәшсе булған шәхес беҙҙең аранан китеп барҙы. Йәнең йәннәттә булһын", - тип социаль селтәрҙә уртаҡлашты Рим Юнысовтың ауылдашы, Сермән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов.
Рим Әхмәт улы 1954 йылдың 19 апрелендә Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуған. 1980 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Ул Өфөлә, Злотоуста, Учалыла сәнғәт мәктәптәрендә уҡытҡан. 1995 йылдан Сибайҙа йәшәгән һәм унда Башҡорт художество гимназияһын, Урал аръяғы рәссамдарының йәмғиәтен ойоштороуға тос өлөш индерә. 2005 йылдан һуңғы көндәренә тиклем Учалы ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Рим Юнысов 1990 йылда – СССР Рәссамдар союзына, 1995 йылда – “Артыш” ижад берекмәһенә ағза итеп алына. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарында ижад итә. Ул 1981 йылдан республика, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнашып килә. Рәссамдың эштәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Белорет картина галереяһында, Белорет районының Асы ауылында урынлашҡан Арыҫлан Мөбәрәковтың музейында һаҡлана. 2005 йылда Сермән ауылындағы Социаль-мәҙәни үҙәктә рәссамдың картина галереяһы асыла.
Рим Әхмәт улы 2006 һәм 2010 йылдарҙа рәссам-педагогтар араһында ойошторолған республика конкурс лауреаты, 2008 йылда Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты була.
Рим Юнысовтың туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйлнештә" төркөмөнән алынды.