

Ошо көндәрҙә шағир, драматург һәм журналист – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров 55 йәшлек юбилейын билдәләне. Алты китап авторы, матбуғат даирәһендә үҙ һүҙе булған әүҙем журналист. Салауат Әбүзәр “Башҡортостан” гәзитенең Дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире булған осорҙа уның менән бер бүлмәлә ултырырға насип итте, шуға күрә, башҡалар менән сағыштырғанда, Салауат Нәзир улы тураһында саҡ ҡына күберәк беләм, тип әйтә алам. Тәү ҡарамаҡҡа ябай, тыныс, баҫалҡы холоҡло булып күренгән Әбүзәрҙең күңелендә уйнаған хистәрҙе һүҙ менән аңлатыр өсөн шағир булырға кәрәктер. Хәйер, үҙе тураһында Салауат Нәзир улынан да яҡшыраҡ әйткән кеше булмаҫ:
Намаҙлығым –
Ап-аҡ ҡағыҙ,
Йырҙарым –
Доға минең.
Табынғаным –
Әҙәбиәт,
Шиғриәт,
Тотҡан динем.
Мулла булырға
Самам юҡ,
Суфый ҙа
Булалманым.
Ябай ғына
Бер ҡоло мин
Ижад тигән
Алланың.
Ҡиәмәттә
Яуап биреп,
Үҙемде
Йәлләтмәмен.
Йырлы донъя –
Нурлы донъя, –
Былай ҙа
Йәннәттәмен.
– Салауат ағай, шиғырҙарың шунда уҡ күңелгә үтә. Белеүемсә, шиғри юлдар уйламағанда “килә”. Ғөмүмән, шиғыр нисек яҙыла? Образдар, һүҙ уйнатыу – һирәктәргә бирелгән талант.
– Биш тиҫтә йыл тигәндәй шиғыр менән йәшәйем. Тәүге шиғырым 4-се класта уҡығанда яҙылды, шунан алып шиғыр юлдашыма әйләнде. Әлбиттә, юлда ниндәй генә хәлдәр булмай, уның менән үпкәләшеп, бер ни тиклем айырылышҡан саҡтар ҙа булды, тик оҙаҡҡа һуҙылманы – ул да, мин дә кенә тотоп йөрөй торғандарҙан түгел. “Шиғыр үпкәләйме ни?” тигән һорау тыуыуы бар. Үпкәләй икән шул. Тормоштоң тайғаҡ юлдарында яҙа баҫып, гонаһ батҡағына буялған саҡтарҙа йә, йәшен шикелле ялтлап ҡуйған уңыштарҙан күңел күҙе сағылып, баш әйләнеп киткән мәлдәрҙә саҡырһаң да килмәй йөҙәтә. Ҡайһы саҡта уға үҙем һырт борам: бынауындай заманда шиғыр ҡайғыһымы, йөрөмә теңкәгә тейеп, тип ҡыуам... Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙән айырылмай, шулай әштер-өштөр килеп йәшәп ятҡан булабыҙ. Һөйөнөп тә ҡуям: шиғыр бөтөнләйгә ташлап китмәй икән, тимәк, күңелдә уны саҡырып торор яҡтылыҡ бар, сөнки шиғыр – сәскә кеүек яҡтылыҡтан ғына таждарын аса бит ул!..
Яҙғандарым һәр кемдең күңеленә үтеп инә, тип әйтә алмайым. Һәр хәлдә, шиғырың оҡшаманы, тиеүҙәре лә яҡшы хәбәр: тимәк, һирәк-мирәк булһа ла шиғыр уҡыйҙар. Әлбиттә, шиғриәт заманы үтте, шиғыр ғүмере бөттө, тимәйем. Ваҡыты еткәс, тәбиғәттә һәр нәмә лә һулый, ләкин орлоҡтарын һибеп ҡалдыра. Уңайлы шарттар тыуып, йылы бөркөлөү менән ул орлоҡтар морон төртә. Кеше күңелендә мөхәббәт яҡтыһы бар саҡта шиғыр ғүмере лә үлемһеҙ!..
“Шиғыр нисек яҙыла?” тигән һорауыңа, Лилиә, ошолайыраҡ яуап бирһәм, бәлки, шаштырып ебәреү булыр. Бала һөйөүҙән тыуа, шиғыр ҙа – мөхәббәт емеше... Мин бында ике енес араһындағы мөхәббәт тураһында ғына әйтмәйем, илгә-телгә, тәбиғәткә, яҡындарыңа һ.б. һөйөү хаҡында һүҙ йөрөтәм. Эйе, асыу-нәфрәттән, ҡайғы-хәсрәттән тыуған шиғырҙар ҙа бар, ләкин, төптән уйлап ҡараһаң, уларҙың нигеҙендә лә һөйөү орлоғо ята...
Образдар, һүҙ уйнатыу тигәндә инде, халҡыбыҙҙың телмәренә төрлө сағыштырыу, һүҙ уйнатыу, йәшерен мәғәнә хас. Ауылда өлкән кешеләрҙең хәбәренә ҡолаҡ һалһаң, телдең шул тиклем бай булыуына иҫ китерлек, хатта шиғыр юлдары, әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡулланалар. Шуларҙы күңелгә һеңдерергә генә кәрәк.
– Һинең байтаҡ шиғырҙарыңда, йәнә башҡа жанрҙағы әҫәрҙәреңдә тыуған яғың, Ғафури районының Ташаҫты ауылы тәбиғәте, кешеләре йыш сағылыш тапҡан һымаҡ. Тыуған ауылыңа ҡайтырға ашҡынып тораһыңмы?
– Һәр тере йәндең тамырҙары береккән ғәзиз тупрағы бар. Кешенең дә рухи тамырҙары тыуған төйәгенән һутланып йәшәй. Минең дә әҫәрҙәргә үҙем белгән, аралашҡан кешеләрҙең ҡылыҡ-фиғеле инеп китәлер. Шекспир әйткәнсә, тормош – театр, кешеләр – актерҙар...
Ауылға ҡайтып йөрөү генә түгел, үҙ ҡулдарым менән йорт һалып ҡуйҙым. Йәйге ял шунда үтә. Беҙҙең яҡтың тәбиғәте ғәжәп матур ул: ҡая-тауҙар, урмандар, йылға-шишмәләр... Шундайыраҡ шиғыр юлдарым да бар:
Беҙҙә ҡояш башҡасараҡ, –
Бешеп, алланып тора.
Унан нур булып, һуҙылып,
Өҫкә бал тамып тора.
Ҡышын да, йәйен дә ял итеүселәр өҙөлмәй. Һөйләп торған булам, “Башҡортостан” гәзите менән сәйәхәткә сыҡҡан саҡта һин үҙең дә күрҙең ул яҡтарҙы.
Хәйер, һәр кемгә лә тыуған ере матур һәм ҡәҙерле. Мин, мәҫәлән, Ырымбур яҡтарына барғанда, икһеҙ-сикһеҙ даланы күреп, бында нисек йәшәйҙәр икән, тип аптырағайным. Шунда тыуып үҫкән мәшһүр шағирыбыҙ Рауил Бикбаев иһә, тыуған яҡтары тураһында һүҙ сыҡһа, күҙҙәре янып, йөҙөнә йылмайыу йүгерә торғайны. Бер лаҡап та бар: йәнәһе, дала киңлегендә сәй һемереп ятҡан бер бай, алыҫта үҫкән бер ағасты күреп, ҡырҡып ташлағыҙ, тыным тарыға, ти, имеш.
– Мостай Кәримдең телеграммаһына бәйле ваҡиғаны һөйләгеҙ әле.
– Уны күп һөйләнем инде. Ярай, һорағас, тағы һөйләйем.
Ауыл мәктәбендә уҡытып йөрөй инем ул саҡта. Телеграмма килтереп тотторҙолар. Уҡыйым: “Сердечно поздравляю с Новым годом и предстоящим Вашим 30-летием. Берегите себя, тогда Ваш большой талант будет сбережен. Обнимаю. Мустай Карим”. Ышанманым. Өфөлә эшләп йөрөгән әшнәләр шаяртҡандыр, тим. Ана-а-ау тиклем Мостай Кәрим Ташаҫтылағы ниндәйҙер бер “малай”ҙы ҡотлап ята буламы һуң?! Шулай ҙа күңел төбөндә өмөт күҙҙәре йылтырап ҡуйҙы: бәлки...
Бер-ике йылдан һуң минең ғүмер йомғағым Өфө тарафына тәгәрәне. “Йәшлек” гәзитендә эшләп йөрөйөм. Бер көн Рәлис Ураҙғолов, Мөнир Ҡунафин, Булат Тимерғәлиев һәм мин һөйләштек тә Мостай ағай менән әңгәмә ҡорорға ниәтләнек. Киттек ағай тәғәйенләгән ваҡытҡа. Ул беҙҙе күңел ҡоласын йәйеп ҡаршыланы. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ, сәйҙән ауыҙ иттек.
Хушлашыр алдынан Мостай ағай минән һорап ҡуйҙы:
– Утыҙ йәшең менән ҡотлап телеграмма һуҡҡайным, алдыңмы?
– Юҡ – тинем. Быныһын шайтан телдән тартып сығарҙы булыр. – Беҙҙә почта насар йөрөй, – тип тә өҫтәтте иблис ялсыһы.
Шуның менән бөткән дә булыр ине, ләкин күңелдә шайтан менән килешмәгән зат та бар икән. “Кемде алданың, оятһыҙ!..” Үҙем кисергән ғазаптарҙы теге шайтан ғына белә, сөнки ул минең ғазаптан рәхәт сикте, кинәнде: оло гонаһ ҡылдырҙы бит...
Ваҡыт тирмәне әйләнә. Бәхеткә, Мостай ағай менән тағы осрашырға насип булды. Һөйләшә-һөйләшә, һүҙ теге телеграммаға барып төртөлдө.
– Мостай ағай, – тим. – Ул телеграмманы алдым бит мин. Әле лә һаҡлана. Тик һеҙҙән түгелдер, дуҫ-иш шаяртыуылыр, тип уйланым.
Мостай ағай, мине үтә күреп торғандай, мәғәнәле итеп йылмайып ҡуйҙы.
Бына хәҙер килеп нимәләр хаҡында уйлайым мин: башта оло йәштәге Мостай ағайҙың хәтере хайран итһә, уның йәштәр ижадын да ҡарап барыуы, хатта уларҙың исем-шәрифен генә түгел, тыуған көндәренә тиклем белеүе аптыратты. Ә кешелеклелеге һәм кеселеклелеге хаҡында әйтеп тораһы түгел: бөйөктәр генә шулай була ала!
Хәбәр юҫығында шуны ла әйтәйем: телеграммала яҙылған “большой талант” тигән һүҙҙе дуҫтар ҡупыртҡан тигәйнем, бөгөн былайыраҡ фекер йөрөтәм. Мостай ағай төпкөл ауылда ятҡан бер йәш шиғырсы күңелен күтәрергә, ҡанатландырырға, үҙ-үҙенә ышаныс уятырға теләгәндер. “Береги себя” тигәне лә шуға ишара бит.
Мостай ағайға рәхмәт һүҙҙәрен үҙенә әйтмәһәм дә, ул минең күңелдә күптән йөрөй. Йөрөһөн. Әҙәм балаһы иң ҡәҙерлене генә күҙ ҡараһылай һаҡлаусан була!
– Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарың һиңә ижадташ, ғүмер юлында йәнәшә атлап барған дуҫтар бүләк иткән. Курсташтарың – көслө кешеләр. Улар тураһында ла бер аҙ һөйләһәң ине.
– Был һорауың Мостай ағайҙың шиғыр юлдарын иҫкә төшөрҙө: “Күп нәмәнән уңдым, минән уңдымы икән бүтәндәр?” Эйе, тормош юлымда шәп егеттәр, ҡыҙҙар осраны. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла улар минең өсөн туғандарым кеүек үҙ кеше булды, мин дә уларҙың күңелендә урын тапҡанмындыр, тим, ситләтмәнеләр. Курсташтарымдың күбеһе тормошта юлын тапты, юғары вазифаға өлгәшеүселәр ҙә бар, ләкин кешене вазифаһына ҡарап баһаламайым, иң мөһиме – кеше булып ҡалһын.
Аллаға шөкөр, аҫыл дуҫтарым бар. Уларҙың ҡаҙаныштарына ҡарап һоҡланам! Был сөсө һүҙ түгел. Халыҡ аҡылына таянып әйтәм, шундай йыр ҙа бар бит:
Ҡайҙа ғына барһаң,
дуҫ-иш кәрәк –
Ҡаршы ла сығып,
атың бәйләргә...
– Салауат Әбүзәр – шағир, прозаик, драматург. Шиғырҙарыңды халыҡ ярата, проза әҫәрҙәреңде эҙләп алып уҡыйҙар. Театр сәхнәһенән спектаклдәрең төшмәй. Драматургия тормошоңа нисек килеп инде?
– Драматургия миңә күктән төштө... Аптырап ҡалдың, шикелле. Хәҙер аңлатам.
Ауылда йәшәгән саҡта өйөбөҙ өҫтөнән генә бер дельтаплан һымаҡ нәмәнең осоп үткәнен күрҙем. Баҡһаң, кемдер үҙе эшләп алған аппарат менән осоп йөрөй икән – “бына хыялый”! Шунда “Хыялый” тигән пьеса яҙыу уйы тыуҙы. Тиҙ генә яҙып ташланым да оноттом ул турала. Байтаҡ йылдар үткәс, Өфөгә эшкә килдем һәм гәзиттә драматургтар конкурсы иғлан ителеүен күреп ҡалдым. Бәй, әҙер пьесам бар бит, ебәреп ҡарайым әле, тим. Уйламағанда был пьеса республика конкурсында беренсе урынды алып, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшкәне юҡ.
Артабан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры өс пьесаны сәхнәләштәрҙе, Татарстан, Ырымбур театрҙары ҡуйҙы.
Форсаттан файҙаланып, шуны ла әйтәйем: “Хыялый”ҙы халыҡ бик яратып ҡарағас, уның икенсе өлөшөн яҙҙым. “Хыялый-2” тип атала ул. Бәлки, Аллаһ бирһә, театр сәхнәһендә күрергә насип булыр.
– Тыуған көн – үткән ғүмергә байҡау яһау, киләсәккә пландар ҡороу мәле. Нимәгә өлгәшелгән? Алға ниндәй маҡсаттар ҡуйылған?
– Хоҙайҙы көлдөргөң килһә, пландарыңды һөйлә, тиҙәр. Йылғаны һикермәй тороп, “һоп” тип ҡысҡырмайҙар, тигән әйтем дә бар. Алдымда һикереп сығырлыҡ ҡына йылға түгел, даръя йәйрәп ята. Яҙыла башлаған, ҡағыҙға һөлдәһен генә сыймаҡлап ҡуйған, башта йөрөгән “әҫәрҙәр”, ябай ғына итеп әйткәндә, муйындан! Ләкин, әлеге лә баяғы, һүлпәнлек тәгәрмәскә таяҡ тыға.
Шулай ҙа, “төп әҫәр” тигән иллюзияға бирелмәҫ йәштәмен инде. Минең өсөн ижад төп урында тора. Күңелде һығып яҙғаныңды кемдәрҙер оҡшата икән – ҡыуаныс!
Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.