

“Союз дәүләт студенттары королеваһы” конкурсы финалына Рәсәй һәм Белоруссияның әүҙем студенттары йыйылған. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бапес ауылы ҡыҙы Земфира Тимерова һөйләүенсә, конкурс бер нисә этаптан торған. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең һылыулығын туй, милли күлдәктәрҙә күрһәткән һәм бергәләп бейеү сығышын әҙерләгән.
Бынан тыш, ҡыҙҙар үҙ төбәктәренең легендаларын бәйән иткән һәм ижади конкурста үҙҙәрен күрһәткән. Земфира башҡорттарҙың килеп сығышы хаҡында һөйләгән, милли бейеү аша матурлығын, энергияһын күрһәтә алған.
Шуны билдәләргә кәрәк, быға тиклем ул “Һылыуҡай” республика, “Мисс Азия”, “Мисс Рәсәй”, “Мисс Рәсәй студенты” халыҡ-ара конкурстарында еңеү яулаған.
- Конкурста ҡатнашыуым - иң тәү сиратта үҙем өсөн анализ, ысынбарлыҡтағы уй-теләктәрҙе, мөмкинлектәрҙе аңлау ул, - тип һөйләгән Земфира Тимерова.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.