Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Февраль 2022, 15:30

Рушан Үтәғоловҡа - 500 мең һум!

Ул Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә баян уйнау серҙәренә өйрәтә.

Рушан Үтәғоловҡа - 500 мең һум!Рушан Үтәғоловҡа - 500 мең һум!
Рушан Үтәғоловҡа - 500 мең һум!

Билдәле булыуынса, республикала "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән программа эшләй. Табиптарға, уҡытыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтелгән кеүек, ауыл клубтарына, балалар сәнғәт мәктәптәренә эшкә ҡайтырға теләк белдергән йәш белгестәргә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыу өсөн аҡса бирелә.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә баян уйнау серҙәренә өйрәткән Рушан Үтәғолов тәүгеләрҙән булып ошо программа буйынса 500 мең һум дәүләт ярҙамы алды. Был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонасаҡ.

Рушан Рәмил улы Күсей ауылынан, Сибай институтының музыка бүлеген уңышлы тамамлаған. Әйткәндәй, егеттең ата-әсәһе лә йыр-моңға маһир, атаһы өҙҙөрөп баянда уйнаһа, әсәһе матур йырлай.

Фото: Рушан Үтәғоловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас