Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Февраль 2022, 04:00

Һөйөнсө: театрға кире ҡайтҡан!

Ул ғүмеренең байтаҡ йылдарын кино эшенә бағышлағайны...

Һөйөнсө: театрға кире ҡайтҡан!Һөйөнсө: театрға кире ҡайтҡан!
Һөйөнсө: театрға кире ҡайтҡан!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан хәбәр итеүҙәренсә, Айсыуаҡ Йомағолов ҡасандыр ижади хеҙмәт юлын башлаған театрға актер булып эшкә ҡайтҡан. “Ат уйнатып алдан бара” спектаклендә әлеге ваҡытта сирләгән Хөрмәтулла Үтәшевте алмаштырған. Шулай уҡ 29 ғинуарҙа актер “Бәхет хаҡы” спектаклендә Профессор ролендә уйнаған. 

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған Айсыуаҡ Йомағолов 1991–1997 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып эшләй. 

Айсыуаҡ Йомағолов ғүмеренең байтаҡ йылдарын кино эшенә бағышлағайны. 2010–2014 йылдарҙа – Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе, 2011–2013 йылдарҙа “Башҡортостан” киностудияһының художество етәксеһе була. К. Шахназаров, А. Эшпай оҫтаханаларында уҡып сыҡҡандан һуң Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының уйын киноһы режиссураһы бүлегендә режиссерлыҡ эшенә тотона. 

Айсыуаҡ Йомағолов “Бибигөл һәм Сәйфелмөлөк”, “Етегән” музыкаль телефильмдарының, “Ел аулаусы”, “Пират күңеле” тулы метражлы картиналарының, “Башҡортостан мосолмандары бөгөн”, “Мостай Кәрим” документаль фильмдарының һәм башҡа музыкаль клиптарҙың ҡуйыусы режиссеры, сценарий авторы булараҡ билдәле. Шулай уҡ “Улицы разбитых фонарей. Менты – 11” һәм “След” Рәсәй сериалдарының бер нисәүһендә режиссер булған. Ғөмүмән, ул төшөргән фильмдарҙы тамашасы йылы ҡабул итте. Ул шулай уҡ Булат Йосоповтың “Быяла юлсы” һәм “13-сө раунд” фильмдарында ла төштө.

Һәләтле милләтәшебеҙгә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: “Бәйләнештә” социаль төркөмәнән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас