Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Февраль 2022, 17:00

Осрашыу урыны - "Мираҫ"

Күргәҙмәне рәссам менән физик нисек ойошторған?

Осрашыу урыны - "Мираҫ"Осрашыу урыны - "Мираҫ"
Осрашыу урыны - "Мираҫ"

Өфөләге “Мираҫ” галереяһы “Локомация” күргәҙмәһен тәҡдим итә. Экспозиция 26 февралгә тиклем эшләй.

Авторҙар - Александр Соболев, Ольга Будаева, Азат Ғәлиев, Рушана Зәйнуллина һәм башҡалар. Уларҙың эштәре – арт-объекттар, фото, видео, графика.

“Локомация” тип исемләнгән күргәҙмә латин теленән “кешеләрҙең һәм хайуандарҙың киңлектә күсеүе", "барлыҡ тереклектең йәшәйешендә мөһим роль уйнай” тигән мәғәнәләрҙе аңлата. Локомация “Психофизика кафедараһы”ның ижади лабораторияһы тикшереүҙәре өсөн объектҡа әйләнгән. Төркөмдәрҙе рәссам Александр Соболев һәм физик Азат Ғәлиев ойошторған. Улар фәндең, техниканың, сәнғәттең төрлө өлкәләре белгестәрен заманса сәнғәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйған. “Локомация” – “Психофизика кафедараһы”ның дүртенсе проекты.

Күргәҙмә программаһы сиктәрендә экскурсиялар, перформанс һәм рәссамдар менән осрашыуҙар ҡаралған.

Фото: "Мираҫ" галереяһы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас