Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраля 2022, 09:32

Араларҙы йыр яҡынайта

1988 йылдың йәйендә Яр Саллы ҡалаһына Башҡортостандың һәм Татарстандың үҙешмәкәр композиторҙары фестиваленә барғайныҡ. Йырсы Резидә Әминеваны, мине Нәфисә менән Ризуан Хәкимовтарҙың йырҙарын башҡарырға саҡырғайнылар.

Беҙҙең республиканан тағы ла виртуоз ҡумыҙсы һәм композитор Роберт Заһрет­динов, танылған үҙешмәкәр композиторҙар Алик Лоҡманов, Борайҙа йәшәп ижад иткән Вәсил Хәбисламов, Дүртөйлөнән Мөфтәдин Ғиләжев менән уның хәләл ефете, йырсы Фәрзәнә ханым барҙы. Ике көн барған фестивалдең программаһы бик бай ине. Татарстандың үҙешмәкәр композиторҙары менән таныштыҡ, үҙебеҙгә йырҙарын алдыҡ.

Бөтә ерҙә лә беҙҙе ихлас ҡабул иттеләр, сығыштарыбыҙҙан ҡәнәғәт ҡалдылар. Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән композитор Ринат Ғөбәйҙуллиндан алған “Торналар ҙа китә инде”, “Ауылымда ҡаҙ өмәһе”, Түбәнге Каманан Фәһим Шәйехов биргән “Ҡайтсы, йәшлек”, “Таңдарымда һин бар кеүек” йырҙары минең башҡарыуҙа Башҡортостан радиоһынан тапшырылып тора. Кон­церттарҙа әле лә йырлайым. Әлмәт ҡалаһынан йырсы һәм композитор Зиннур Сафиуллин менән ижади дуҫтарбыҙ!

Зиннур Татарстандың Әлмәт районы Мәмбәт ауылында 1962 йылда Сания менән Ғәбделбарый Сафиуллиндар ғаиләһендә донъяға килә. Моңға тартылған улын атаһы кескәй сағынан уҡ гармунда уйнарға өйрәтә, үҫә төшкәс, баян алып бирә. Һәләтле малай уны ла бик тиҙ үҙләштерә. Ауылда үткән сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша. “Артист булыр”, ти уның тураһында ауылдаштары, талантына һоҡланып. Шулай уҡ спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә Зиннур. Төрлө ярыш­тарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Артист булыр тип юраһалар ҙа, урта мәктәпте тамамлағас, Әлмәт физкультура һәм спорт техникумына уҡырға инә. Бында ла үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә ихлас йөрөй. Ҡаҙағстанда әрме хеҙмәтен үтеп ҡайт­ҡас, уҡыуын тамамлап, район хакимиә­тенең мәғариф бүлегендә эшләй башлай. Бер аҙҙан үҙен хәүефле, әммә героик һөнәргә  бағышлай – 1986 йылда Әлмәт ҡалаһының янғын һүндереү бүлегенә урынлаша.

Хәләл ефете Нәсимә менән Илназ һәм Илнар исемле улдар үҫтерәләр. Улар инде икеһе лә Ҡазанда төпләнгән. Илназ йырсы булараҡ танылды, сығышын телевидениенан йыш күрһәтәләр, ә Илнар – шәхси эшҡыуар.

Яҙмышын профессиональ сәнғәткә бағышламаһа ла, бер ҡасан да йыр-моңдан айырылмай Зиннур. Үҙенең киң диапазонлы, тәбиғәттән бирелгән моңло, бәрхәт тауышы менән тамашасы күңелен яулай. Йырҙар яҙа. “Аҡ ҡайын” концерт студияһы ойоштороп, Татарстан буйлап гастролдәргә сыға. Ул ижад иткән “Талдарым”, “Көнбағыш”, “Бәхет төнө”, “Аҡ ҡайын” йырҙары халыҡ араһында популярлыҡ яулай. Талантлы йырсы һәм композитор хаҡында республика матбуғатында күп мәҡәлә сыға.

Белемен артабан да үҫтереү ниәтенән Зиннур ситтән тороп Алабуға мәҙәниәт училищеһының режиссерлыҡ бүлеген тамамлай. Уны 1999 йылда Татарстандың Үҙешмәкәр компози­торҙар союзының көньяҡ-көнсығыш төбәгенә рәйес итеп һайлайҙар.

Зиннур Сафиуллиндың йырҙарын Татарстан һәм Баш­ҡортостандың байтаҡ профессиональ, үҙешмәкәр йырсылары башҡара. Уның йырҙарында халыҡсан моң да, заманса ритм да бар. Бер генә йырында ла композитор үҙен ҡабатламай, башҡаларға эйәрмәй. Үҙ моңо, стиле бар. Шуға ла уның йырҙарын күп кенә танылған йырсылар үҙ репертуарына алған. Концерттары ла һәр ваҡыт алҡыштарға тулы залдарҙа үтә.

“Нисә йыр яҙҙың?” – тип һорағайным бер. “Эш һанда түгел, иң мөһиме, уларҙы йырсылар теләп ала, йырлай, халыҡ араһында таралып китә”, – тине композитор.

Элек Зиннур миңә йырҙарын хаттар аша ебәрә торғайны. Хәҙер интернет заманы булғас, аралашыу еңеләйҙе. Композиторҙың “Муйыл сәскәләре”, “Мөхәббәтем ҡалды аҙашып”, “Һағыныу”, “Розалар”, “Һин генә”, “Өфө таңдары” һәм башҡа йырҙарын Башҡортостан радиоһына яҙҙырҙым, концерттарҙа йырлайым. Тамашасылар йылы ҡабул итә.

Зиннур Ғәбделбарый улының ижади эшмәкәрлеге маҡтау грамоталары, Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәттәге ҡаҙа­ныш­тары өсөн” билдәһе, 2008 йылда “Татарс­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһаланған.

Бөгөн дә Зиннур Сафиуллин концерттарға әҙерләнә, яңы йырҙар ижад итә. Йыр-моң шиш­мәһе һайыҡмаһын, аҡһын да аҡһын әле…

Харис ШӘРИПОВ.

Читайте нас