

Республика тормошонда әүҙем ҡатнашып, һәр саҡ алғы һыҙыҡта барған, ал-ял белмәй, сабыр ат кеүек башын ғорур тотоп, тик юғарылыҡҡа ынтылған кешеләр бар. Улар араһынан филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВТЫ билдәләр инем. Уның менән әңгәмә ҡорғанда, тормош ҡиммәттәре, кешенең мөмкинлектәре тураһында һөйләштек.
– Зәки Арыҫлан улы, ғинуарҙа күркәм юбилейығыҙҙы – 55 йәшегеҙҙе билдәләнегеҙ. Тыуған көнөгөҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ут сәсрәтеп йүгереп йөрөүегеҙ һоҡланыу хисе тыуҙыра. Бының сере нимәлә?
– Беренсенән, уның сере ата-бабаларҙан ҡалған гендарға бәйле. Атайым 78 йәштә әхирәткә күсте, шул ваҡытта ла уның хәрәкәттәре йәштәрҙеке кеүек ине. Икенсенән, беҙҙең Белорет районында һимеҙ, йыуан кешеләр юҡ, улар һәр ваҡыт хәрәкәтсән. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән башҡорт халыҡ мәҡәле минең булмышыма тура килә. Хәрәкәт ул һинең махсус рәүештә уйҙарың, фекерҙәрең, барлыҡ булмышың булырға тейеш. Әгәр ҙә һин нимәнелер уйлап, шуны оҙаҡ хәл итә алмай тораһың икән, был инде туҡталыш була. Туҡталыш ул тормошто артҡа этәрә. Шуның өсөн дә хәрәкәт – шәп ғәмәлдәрҙең береһе, тип уйлайым.
– Бала саҡта кем булырға, ниндәй һөнәр һайларға хыялландығыҙ?
– Беҙҙең ғаиләлә күбеһенсә традицион медицина йүнәлешендә тәрбиәләйҙәр ине. Ғөмүмән, беҙҙең заманда һөнәрҙе һайлау атай-әсәй йәки оло ағайҙар, апайҙар йоғонтоһонда булды. Шуға ла мин VIII кластан һуң Белорет медицина училищеһына уҡырға индем, ләкин үҙемдеке түгеллеген бер нисә ай үткәс кенә аңлап, кире үҙебеҙҙең мәктәпкә уҡырға ҡайттым. IX-X кластарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем аласаҡмын тип хәл иттем.
– Һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә – ғаиләме, карьерамы, байлыҡмы, данмы?
– Ғаилә, әлбиттә. Бәләкәй генә сығанаҡты алып ҡарағанда ла, ғаилә – ул илдең нигеҙе. Ошо бәләкәй генә ғаилә утрауы тирәләй бөтә донъя әйләнә. Беҙҙең халыҡта борондан ғаиләгә, атай-әсәйгә, балаларға ҡарата мөнәсәбәт тотош халыҡ ижадында, әҙәбиәттә, мәҡәлдәрҙә, әйтемдәрҙә сағыла. Ислам дине буйынса ла, башҡорт халҡы традицияларында ла ғаиләне өҫкә күтәреү – тәүҙә ололарға, атай-әсәйгә ҡарата мөнәсәбәт, ихласлыҡ билдәһе.
Ололар менән башлап һаулыҡ һорашыу, хөрмәтләү, уның әйткәндәрен үтәү элек-электән килгән. Бигерәк тә ауыл ерендә был тәртип ныҡ һаҡланып ҡалған. Ундағы өлкән кешеләр оло сығанаҡты тотоп тора, үҙенең ябай ғына бер-ике һүҙе, ҡарашы менән дә ҙур закондарға тиң көскә эйә. Ошо ауыл тәрбиәһе беҙҙә лә һаҡлана: ололарға – ололап, кеселәргә кеселекле итеп ҡарау. Ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙгә йылылыҡ, хөрмәт, һөйөү менән һуғарылған мөнәсәбәттәр булыуы шатландыра, йортобоҙҙоң ныҡлығын тәьмин итә. Атайҙар һүҙен әйтеү ҙә борондан ғаиләлә һаҡланған ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора.
Ә инде балалар беҙҙә ҙур шатлыҡ тип ҡабул ителә. Ғаиләбеҙҙә дүрт бала, ике ейәнсәр – беҙҙең өсөн ошонан да ҙурыраҡ байлыҡ юҡ.
– Һеҙ ишле ғаиләлә үҫкәнһегеҙ, үҙегеҙ ҙә күп балалы атай. Шуға ла тормош тәжрибәгеҙ ҙә бай. Ата-бабаларыбыҙ килен һайлағанда нәҫелгә, ете быуынға иғтибар иткән. Уларҙың ҡарашын уртаҡлашаһығыҙмы?
– Быларҙы тәғлимәт тип әйтергә лә була. “Инәһен күрмәйенсә – ҡыҙын ҡосма, атаһын күрмәйенсә – улын һөймә” тигән мәҡәлде лә өҫтәргә мөмкин. Ғөмүмән, башҡорт халҡы элек-электән бер-береһен белеп, аралашып йәшәгән. Беҙҙең халыҡта һәр ваҡытта ла икенсе ырыуҙан, алыҫтан барып кәләш алыу ҙур дан һаналған. Икенсе ырыу менән туғанлашыу дуҫлыҡ күперҙәрен һалыу, ҡан алыштырыу булһа, ата-бабаларыбыҙҙың һуғышҡа, походтарға барғанда мотлаҡ кәләш алып ҡайтыуы ҡан яңыртыу өсөн эшләнгән.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ейән-ейәнсәреңдең икенсе яҡтан туғаны килеп сыға һәм бер-береңде белеү был баланың киләсәге өсөн ике яҡтың да яуаплылығын арттыра. Шуның өсөн дә ата-әсәһен, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы белеү бик кәрәк. Зат-зәүер тураһындағы мәғлүмәт генетик яҡтан ауырыуҙар ҡабатланмаһын өсөн һаҡланыуға булышлыҡ итә. Шуға ла халыҡ тәғлимәтен инҡар итергә ярамай.
– Һеҙҙең ғаилә шәжәрәгеҙ бармы?
– Кеше, үҙенең шәжәрәһен асыҡлап, ата-бабаларының кемлеген белә, хәҙерге һәм үткән тарихына ҡарашы үҙгәрә. Мәрхүмдәргә хәйер биргән саҡта олатайҙарҙың, өләсәйҙәрҙең исемен әйтеп иҫкә алыу ҙур мәғәнәгә эйә. Беҙҙең оло ағай, шәжәрәбеҙҙе төҙөп, һәр беребеҙгә бүләк итте. Шәжәрәне өйрәнгәндә ҡыҙыҡлы тарихҡа юлығаһың. Мәҫәлән, 1812 йылдағы Ватан һуғышында беҙҙең нисәлер быуын олатай Мырҙабай Әлибаев ҡатнашҡан. Шәжәрәнең киләсәк быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Үткәндәребеҙгә ҡарап, киләсәгебеҙҙе төҙөйбөҙ.
– Бер юлы бер нисә йөктө тартаһығыҙ: студенттарҙы уҡытаһығыҙ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ла булып тораһығыҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ла етәкселек итәһегеҙ, командировкаларға йыш йөрөйһөгөҙ. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәһегеҙ?
– Студенттар менән эшләү үҙеңде формала тотоу өсөн дә кәрәк, тип иҫәпләйем. Дәрестәрем бик ҡулай итеп төҙөлә. Мәҫәлән, кесе йома – парламент көнө, шуға ла был көндә дәрестәр ҡуйылмай. Минеңсә, беренсенән, өлгөрөү ваҡытты дөрөҫ бүлеүгә ҡайтып ҡала. Икенсенән, бер эш икенсеһен тулыландырып, өҫтәп килә һәм дөйөм эш булып тора.
– Былтыр яҙыусылар ҙур форумға йыйылды. Сара Яҙыусылар союзы эшенә этәргес көс бирҙеме?
– Республика Башлығы Радий Фәрит улы “XXI быуат яҙыусыһы” форумында: “Иң беренсе яҙыусы үҙенең әҫәрҙәренән башҡа уҡыусыһын да белергә тейеш”, – тине. Ошо йәһәттән сығып, былтыр республикабыҙҙа уҙған барлыҡ һабантуйҙарҙа ла яҙыусылар, шағирәләр ҡатнашты. Был осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы. Халыҡ күтәргән мәсьәләләр нигеҙендә байтаҡ ҡына эш башҡарырға мөмкин.
Форумдың төп үҙенсәлеге шунда – ул отчет биреүҙе түгел, ә өр-яңы ҡараштарҙы берләштереү маҡсатын ҡуйҙы. Унда биш сессия эшләне: тәржемә, драматургия һәм театр, балалар әҙәбиәте, шиғриәт һәм проза. Рәсәй кимәлендәге спикерҙар аудиториялар менән әүҙем сығыш яһаны.
Тәржемәгә айырыуса иғтибар иттек. Форумдың һөҙөмтәһе булып “Илаһи һүҙ” йыйынтығы баҫылып сыҡты. Сарала “Һәр яҙыусы XXI быуатта нисек эшләргә һәм ниндәй темалар күтәрергә тейеш?” тигән һорауҙарға яуап алды.
Хәл итәһе байтаҡ ҡына мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, ХХ быуатта социаль темаларға ярашлы яҙыусылар заказ буйынса әҫәрҙәр яҙған, шул иҫәптән Рәшит Солтангәрәев – нефтселәргә, Булат Рафиҡов Белорет – Шишмә тимер юлын төҙөгән юлсыларға арнап ижад иткән. Бөгөн дә бит уҡыусыға кәрәкле темалар бар.
– Парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты әле ниндәй закондар өҫтөндә эшләй? Белеүебеҙсә, һеҙ ошо комитет ағзаһы...
– Туған телдәр буйынса ҙур кәңәшмә булды һәм унда туған телдәрҙе уҡытыу даирәһен киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Мин депутат булған осорҙа мәктәп ашханаһы буйынса закондар ҡабул ителде – башланғыс кластарҙа бушлай ашатыу индерелде. Дәреслектәргә, федераль компоненттарҙан тыш, төбәк компоненттары ла ҡушыла. Мәҫәлән, географияны үткән саҡта – республиканың географияһына, тарих дәреслегендә Башҡортостан тарихына айырым урын биреү мәсьәләләре беҙҙең комитетта ҡарала. Ғөмүмән, закондар сығарыу эше – оҙайлы һәм ентекле процесс, шуға ла беҙ теләгәнсә генә ҡануниәтте тиҙ генә үҙгәртеп булмай.
– Һеҙҙең йәшкә еткән ир-егеттәр нимә тураһында ныҡлап уйлана башлай?
– Атайым 55 йәштә хаҡлы ялға сыҡты ла, үҙ ғүмерендәге бишенсе өйөн һалды. Шуға ла был йәштә артҡа түгел, ә күберәк алға ҡарарға кәрәк. Башҡарылған ғәмәлдәр тураһында түгел, ә киләсәктә нимә эшләргә кәрәк, тип.
Мине бигерәк тә “Әҙәбиәт ғилеме буйынса ниндәй әйберҙәр эшләнмәгән?” тигән һорау борсой. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе тора. Ғөмүмән, Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Мәктәп директорынан башлап ҙур етәкселәргә тиклем, йәғни үҙ эшен урынына еткереп эшләрлек кадрҙар һәр ерҙә кәрәк, ә улар йылдар буйы әҙерләнә.
Икенсе борсоған мәсьәлә – йәмғиәттә педагогия кадрҙарының баһаһын күтәреү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙҙең йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйы төштө. Өсөнсөһө – башҡарылаһы эштәр тураһында “уйҙар ергә төшөп, ошо ерлектә тормошҡа ашһын ине” тип теләйһең. Һәр быуын үҙенең эшен алып барырға тейеш һәм уға өлгөрөү өсөн йүгерергә тура килә инде. Шуға ла тормошта үҙеңә сиктәр ҡуйырға ярамай, тип уйлайым, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу бер ваҡытта ла һуң түгел, теләк кенә булһын.
– Һеҙҙәге зауыҡ, тормошҡа яҡты ҡараш ҡайҙан килә?
– Тәбиғәттән киләлер, тип уйлайым. Кеше тыуған ерендә формалаша, тәбиғәттә булған әйберҙәр уның йәшәү рәүешенә тәьҫир итә һәм ул холоҡ-фиғел ғүмер буйы һаҡлана. Кешенең тыуған еренә хәтере, бәйләнеше булғанда ғына, ул үҙен бәхетле тоя. Тыуған ерҙең һауаһы ла көс бирә бит. Тыуған еребеҙ булыуы менән беҙ бәхетле.
– Зәки Арыҫлан улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.