Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраля 2022, 10:01

Тылсым тулы донъя ул!

Иртәгә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторолоуға – 90 йыл.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Ул үҙенең эшмәкәрлеген 1932 йылдың 5 февралендә башлай. Сәнғәт усағының тәғәйен сығыш яһар мөйөшө лә булмай, ҡурсаҡтар ҡатнашҡан тәүге тамаша – “Шалҡан” әкиәте Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла.

 

Тарихы – бай, бөгөнгөһө – матур

 

Ойошторолоуының тәүге көндәренән театрҙа башҡорт һәм рус төркөмдәре эшләй. Заман заңына күрә репертуарҙа совет ҡоролошон агитациялауға һәм пропагандалауға ҡоролған әҫәрҙәр өҫтөнлөк итә. Артабан коллективҡа баш ҡаланың Пионерҙар һарайы подвалынан мөйөш бүләләр.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡурсаҡ театры ла ил күргән ауырлыҡтарҙы кисерә: ир-егет артистарҙың күбеһе тыуған ил азатлығы һағына баҫа, һөҙөмтәлә ике төркөм берләш­терелә. Театр­ҙың бригадалары фронтта, госпи­талдәрҙә спектаклдәр менән сығыш яһай, 1944 йылда Карелия фронтында гастролдә булып, һалдат­тарға еңеүгә дәрт һәм рух өҫтәп ҡайта.

Һуғыштан һуң тормош яҡшыра бара, театр ҙа яңы һулыш кисерә, репертуар байый, коллектив нығына. 1976 йылда яңы бинаға күсәләр. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндос­танда гастролдәрҙә булып, үҙен танытыуға, баһалы премиялар яулауға өлгәшә.

Күптәр Ҡурсаҡ театрын тик балалар өсөн эшләгән сәнғәт усағы тип ҡабул итә. Эйе, бында кес­кәй­ҙәр өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә әкиәттәр, уларҙың аң-белем кимә­лен үҫтергән тамашалар тәҡдим ителә. Шул уҡ ваҡытта театрҙы өлкәндәр ҙә ярата. Заманында бында “Аҡ пароход” (С. Айытматов), “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури), “Ташлама утты, Прометей!” (М. Кәрим) һәм башҡа спектаклдәр ҙур аншлаг менән ҡуйыла һәм зал тулы тамашасылар йыя.

Шулай ҙа, ысынлап та, тамаша­сыларҙың төп категорияһы – бәләкәй балалар, шуға күрә репертуар уларҙың йәшен, ҡыҙыҡһы­ныуын иҫәпкә алып төҙөлә. Театрҙа ҡуйылған күпселек спектаклдәр “0+” категорияһына ҡарай, ләкин был уларҙың өс, алты йәки туғыҙ йәшлек тамашасылар өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы буласағын аңлатмай әле.

– Беҙҙә иң бәләкәй тамашасылар, йәғни өс йәшкә тиклемгеләр өсөн “Йыл миҙгелдәре” тип аталған спектаклдәр циклы бар. Уларҙа кескәйҙәрҙе театр, тирә-яҡ донъя, атап әйткәндә, йыл миҙгелдәре, тәбиғәт күренештәре менән яҡын­дан таныштырабыҙ. Был проектты  йәш ата-әсәләр яратып ҡабул итте, бәләкәстәре менән бик теләп йөрөйҙәр. Спектаклдән тыш, балалар менән открытка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, ә һуңынан спектаклдең декорациялары янында фотосессия үткәрелә, – тип һөйләй Ҡурсаҡ театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе Диана Гәрәева.

Өс йәштән ҙурыраҡ балаларға тәғәйенләнгән спектаклдәр – барыбыҙға ла бала саҡтан яҡшы таныш “Өс сусҡа бәрәсе”, “Ҡыҙыл ҡалпаҡ”, “Буратино”, “Итекле бе­сәй”, “Бесәй өйө”, “Доктор Айболит” һәм башҡалар. Әлбиттә, яңы персонаждар һәм тарихтар менән заманса пьесалар буйынса спектакл­дәр ҙә ҡуйыла, әммә ата-әсәләр бындай спектаклдәрҙе һағыраҡ ҡабул итә, ти театр белгестәре.

Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар менән әүҙем эш алып барыла. Театр артистары был йәш категорияһына ҡараған спектакл­дәр менән республикабыҙ буйлап гастролдәргә сыға йәки уҡыусы­ларға театрға килеүҙе ойоштора. Репертуарҙағы “Әлисә мөғжизәләр илендә”, “Урал батыр”, “Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ”, “Мең дә бер кисә”, “Орнамент нимә тураһында йырлай” кеүек тамашалар йәш быуын тарафынан һәр саҡ йылы ҡабул ителә. Әйткәндәй, театрҙың бөтә спектаклдәренә лә, хатта “0+” категорияһындағы тамашаларға ла “Пушкин картаһы” буйынса билеттар һатып алырға мөмкин.

 

Алда көтә ҙур эштәр

 

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ысын мәғәнәһендә тарихи мәл кисерә – сәнғәт усағын тулыһынса реконструкциялау башлана. Ярты быуатҡа яҡын ваҡыт дауамында бина, әлбиттә, ныҡ ҡына иҫкергән, ҙур ремонт һәм заманса үҙ­гәр­теп ҡороу талап итә. “Тамашасы­лары­быҙҙың театрға килеп, спектаклдәребеҙҙе ҡарауын ғына түгел, беҙҙә булыуҙан шатлыҡ хисе кисереүен, рәхәтләнеп ял итеүен, тылсымлы сәнғәт мөхитен тойоуын, ихлас аралашыуын те­ләй­беҙ. Шуға күрә хыялдары­быҙҙың тормошҡа аша башлауына сикһеҙ шатбыҙ”, – ти театр артистары.

Реконструкция дүрт ҡатлы төкәтмә төҙөүҙе күҙ уңында тота. Унда ҙур һәм бәләкәй тамашасылар залы, балалар өсөн ижади үҫеш һәм уйын студиялары, кафе, театр музейы буласаҡ. Ғөмүмән, артистарға рәхәтләнеп ижад итергә ҙур мөмкинлектәр асыла, мәҫәлән, проектҡа ярашлы, бәләкәй тамаша залы ғына ла 135 урынлыҡ була­саҡ, тип күҙаллана. Эштәрҙе 2024 йылға тамамларға ниәтләйҙәр.

Белеүебеҙсә, 30 ғинуарҙа Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция алдынан һуңғы спек­таклдәр – “Билдәле Белмәҫйән” һәм “Йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе” ҡуйылды. Әммә был төҙөклән­дереү барышында театрҙың эшмәкәрлеге туҡтап торасаҡ, тигәнде аңлатмай. Артистар ваҡытлыса майҙансыҡ­тарҙа эшләйәсәк. Әлегә был маҡ­сат­та Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залы һәм Өфө балалар филар­монияһының сәхнәһе билдәләнгән.

– Репертуарға алынған премьералар ҙа планға ярашлы күрһә­теләсәк. Яҙғыһын “Йомро икмәк”, башҡорт халыҡ әкиәте “Һоросай ме­нән Ҡарасай”, Григорий Остер­ҙың “Клочки по закоулочкам” әҫәре буйынса әҙерләнгән яңы спектакл­дәр көтөлә. Сентябрҙә иһә юбилей йылының миҙгелен “Көлбикә” (“Золушка”) спектакленең премьераһы менән асырға ниәтләйбеҙ, – ти Диана Илдар ҡыҙы.

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын Альберт Имаметдинов етәкләй. Уның бөтә хеҙмәт юлы ошо театр менән бәйле, тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ. Альберт Әлфрит улы – ҡурсаҡ менән идара итеүсе актерҙан режиссер, баш режиссер, артабан директор вазифа­һына тиклем үрләгән һәм үҙенсә­лекле сәнғәт усағының эшмәкәрлеген биш бармағы кеүек белгән кеше. Әле уның иңендә ҙур яуаплылыҡ ята, сөнки бындай күләмле реконструкция театрҙа тәүге тапҡыр үткәрелә.

– Яңылыҡты коллектив, һис шикһеҙ, оло ҡыуаныс менән ҡабул итте. Йәшерен-батырыны юҡ: иҫке бинала реквизиттарҙы, ҡурсаҡ­тарҙы тейешенсә һаҡлау өсөн урын етерлек булманы. Грим һалыу һәм административ хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйен бүлмәләр ҙә тар булды. Шуға күрә коллектив яңы бинаға ҙур өмөттәр бағлай. Киләсәктә иркен, заманса, барлыҡ техник талаптарға яуап биргән театрҙа эшләү мөмкинлеге ижади йәһәттән дәрт-дарман, күңелгә ышаныс өҫтәй, – тип билдәләне Альберт Имаметдинов.

Был үҙенсәлекле театр тураһында һөйләгәндә актерҙар һәм ҡурсаҡтар тураһында ла әйтеп китеү кәрәктер.

– Спектаклдәрҙә артистар йыш ҡына ҡурсаҡтар менән генә түгел, йәнле планда ла эшләй. Шуға күрә ҡурсаҡ театры актерҙарынан икеләтә оҫталыҡ талап ителә: беренсенән, улар драма актёрҙары кеүек үк уйнарға, йырларға, бейергә, пластик һәм хореографик яҡтан оҫталыҡҡа эйә булырға тейеш, икенсенән, ҡурсаҡ менән дөрөҫ эш итеү зарур. Төрлө ҡурсаҡтар бар: таяҡлы, планшет, бирсәткә рәүешендәгеләр, оҙон буйлылар... Идара итеү йәһәтенән иң ауыры булып таяҡлы ҡурсаҡтар һанала. Бындай ҡурсаҡ менән идара итеү һәм уйнау оҫталығы – ысын һөнәрмәндәр өлөшө, – ти Диана Илдар ҡыҙы.

Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында “Башҡорт ҡурсаҡ театры актеры” һөнәре буйынса маҡсатлы курс ойошторолған. Төркөмдөң етәксеһе – Баш­ҡортос­тандың халыҡ артисы Ольга Шә­рәфет­динова. Ике йылдан, йәғни институтты тамам­лағас, уларҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры эшкә ҡабул итәсәк. Йәштәр менән яңы һулыш, яңы мөхит килер, тип өмөтләнә театр етәкселеге.

Бөгөн – төп бинала тынлыҡ. Ижади мөхит гөрләп торған бүлмәләр, балаларҙың шат тауышы яңғыраған фойе, бер нисә быуын актер­ҙарын танытҡан, миҙгел һайын яңы, ҡыҙыҡлы спектаклдәр барған сәхнә тынып ҡалған. Әммә етәкселек тә, актерҙар ҙа, тамашасылар ҙа был хәлдең ваҡытлыса булыуын, алда уларҙы матур яңылыҡтар көтөүен белә. Ә театр үҙ эшмәкәрлеген дауам итә, ул һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙәр юлында. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының берҙәм, эшһөйәр, талантлы коллективын оло юбилей уңайынан ҡотлап, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, илһамлы ижад теләйбеҙ!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас