Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Февраль 2022, 18:00

Ҡурсаҡтарға йән өрөп...

Туҡһан йыллыҡ тарихты сағылдырған бай күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләйәсәк.

Ҡурсаҡтарға йән өрөп...Ҡурсаҡтарға йән өрөп...
Ҡурсаҡтарға йән өрөп...

Республиканың Милли музейында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 90 йыллығына арналған “90 йыл һеҙгә әкиәттәр бүләк итәбеҙ” тигән күргәҙмә асылды.

Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан һуңғы йылдар спектаклдәре ҡурсаҡтарына тиклем экспозиция күрһәтелде.

Күргәҙмә өсөн ҡурсаҡтарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, театрҙың баш рәссамы Андрей Волков һайлаған. Ул тамашасыларға уникаль экспонаттар тәҡдим иткән – легендар “Һинд легендаһы”, “Аҡ пароход” кеүек спектаклдәрҙән Мария Елгаштина, Зинаида Сахно, Марина Грибанова, Наиль Байбурин кеүек рәссамдарҙың эштәре.

"Беҙҙең театрға 90 йыл тула, - тип белдерҙе Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов. – Юбилей тантаналарын тап республиканың Милли музейынан башлау – ҙур баһа ул. Хәҙер музейға килеүселәр театрҙың бай тарихы, шәп спектаклдәре менән таныша аласаҡ".

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсозының республика ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко ҡатнашты.

"Театрҙа балалар күңелендә яҡшылыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү йәһәтенән бик ҙур, яуаплы бурыс атҡарыла, - тине ул. – Ҡурсаҡ театры артистары – ысын мөғжизә тыуҙырыусылар. Һәм уларға драма актерҙарына ҡарағанда ла эшләүе ауырыраҡ, сөнки улар үҙ роле менән йәшәп кенә ҡалмай, тере булмаған ҡурсаҡҡа йән өрә. Миңә бер спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова менән эшләргә тура килгәйне, уның оҫталығына таң ҡалғайным".

Күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләйәсәк.

Фото: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас