

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл. Әммә юбилейҙы театр коллективы үҙенең сәхнәһендә ҡаршыламай. Февралдә бина реконструкцияға ябылды. Коллектив быны оҙаҡ көттө: ҡурсаҡ театры бинаһы 1976 йылдың ноябрендә асылған, шул осорҙан алып бында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған.
"Юбилей айҡанлы бик шәп бүләк алдыҡ, бының өсөн коллектив исеменән ҙур рәхмәт әйтәм, – тине Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов. – Беҙҙең коллективтың бай тарихлы булыуын барыһы ла белә. Беҙ – Рәсәйҙә тәүге милли ҡурсаҡ театры. Быуындар күсәгилешлеген айырып билдәләгем килә. Бөгөн беҙҙә йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлаған ижади команда тупланды, йәш артистар ҙа ҡушыла. Репертуарҙа 50-нән ашыу тамаша, социаль эште лә әүҙем алып барабыҙ. Реконструкциянан һуң ижади проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла киңерәк мөмкинлектәр асылыр".
Объектты реконструкциялау буйынса проект-смета документтары тулыһынса әҙерләнгән, дәүләт экспертизаһы һығымтаһы алынған. Театр реконструкцияһын Башҡортостан һәм федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә финанслау планлаштырыла. Мәғлүм булыуынса, былтыр февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашып, Өфөләге мәҙәни объекттарҙы реконструкциялауҙы һәм төҙөкләндереүҙе финанслау мөмкинлеге буйынса фекер алышҡайны.
“...Беҙҙә йолаларға бай булған иҫ киткес Ҡурсаҡ театры бар. Әммә уны ла еренә еткереп эшләргә кәрәк. Театрҙа актерҙарҙың уңайлы грим һалыу, костюм алмаштырыу бүлмәһе, буфет юҡ, ә балалар өсөн антрактта туңдырмаһыҙ ниндәй тамаша булһын? Бында, һис шикһеҙ, балалар студиялары ла эшләргә тейеш. Заманса төкәтмә төҙөргә кәрәк...” – тип яҙғайны Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры менән осрашыуынан һуң.
Реконструкциянан һуң театр һәм уның эргәһендәге биләмә балаларҙы, уларҙың ата-әсәһен йәлеп итеп, балалар ижады һәм үҫеш үҙәгенә әүереләсәк. Объектты 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Театрҙа 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы, шулай уҡ 40 урынлыҡ балалар кафеһы, музей, уйын бүлмәһе, балалар һәм уйын ижади студиялары барлыҡҡа киләсәк. Дөйөм алғанда, театр бинаһы 6,5 мең квадрат метрға тиклем артасаҡ.
Әлегә ҡурсаҡ театры спектаклдәрен кескәй тамашасылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә ҡарай ала.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.