

Әгәр һин йырлайһың, бейейһең, йәки башҡа һәләттәргә эйәһең һәм үҙеңде һынап ҡарарға теләйһең икән, тимәк, был конкурс тап һинең өсөн: Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы менән берлектә "Сағыл" (“Үҙеңде күрһәт”) тип аталған йәш һәләттәр конкурсын иғлан итә.
Конкурста 14 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге Урал аръяғы райондары йәштәре ҡатнаша ала. Еңеүсене 50 мең аҡса һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Заявкалар 21 февралдән ҡабул ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 89677377683, 8(347) 51 2 24 06 телефон номерҙары аша белешә алаһығыҙ. Шулай уҡ бар мәғлүмәт https://vk.com/proyavistalant төркөмөндә буласаҡ.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты төркөмө.