

Рәсәйҙә Ғашиҡтар көнө күптән түгел генә билдәләнә башланы һәм ғашиҡтар араһында популярлыҡ та яулап өлгөрҙө. Төрлө илдәрҙә Ғашиҡтар көнө үҙенсәлекле үтә һәм һөйгәндәренә лә бүләктәр төрлөсә.
Мәҫәлән, Бразилияла валентинка, сәскәләр һәм тәмлекәстәрҙән тыш, ғашиҡтар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән алмаша. Инглиздар, боронғо йолаларын онотмайынса, был көндө валентикаларҙан лотерея уйыны ойоштора. Италияла ҡыҙҙар, йөрәк формаһындағы валентинканы ҡап уртаға бүлеп, яртыһын дөйөм тоҡҡа һала, икенсе яртыһын үҙендә ҡалдыра. Тоҡтағы яртышар йөрәктәрҙе егеттәр тартып сығара һәм валентинканың йыртылған эҙҙәре буйынса “мөхәббәтен” эҙләй. Испанияла ир-егеттәр һөйгән йәрҙәренә мотлаҡ аҡһыл – ҡыҙыл раузалар бүләк итә. Америкала иһә гүзәл заттар был көндө яратҡан кешеләренә яҙмыштарын, тормоштарын бәйләргә тәҡдим яһарға хоҡуҡлы. “Юҡ” тип яуаплаған егет ҡыҙға ебәктән тегелгән ҡыҙыл күлдәк алып бирергә бурыслы. Бындай бүләк менән ҡыҙ башҡа егеткә оҡшарға тейеш тип иҫәпләнә. Францияла был байрам менән барыһын да ҡотлайҙар, хатта йорт хайуандарын да, эйәләштерелгән ҡоштарҙы ла. Ә һуңғы ваҡытта был илдә матбуғат биттәрендә баҫылған валентинкалар популярлыҡ менән файҙалана.
Әгәр ҙә кемде был көндә һөйгәненә нимә бүләк итергә белмәй аҙапланһа, беҙҙең кәңәштәргә күҙ һалығыҙ.
1. Йөрәк формаһындағы һауытҡа һалынған тәм – томдар. Матур ҡумта һатып алып, уны һөйгәнегеҙ яратҡан шоколад, кәнфит, печеньелар менән тултырығыҙ.
Йөрәк биҙәктәре төшкән гәлсәр фужерҙар йәки матур нескә быяланан эшләнгән бокалдар. Тик улар мотлаҡ икәү булырға тейеш. Тышлығында йөрәк һүрәте булған, ә тәүге биттәренә икегеҙ иң бәхетле минуттарығыҙҙа төшкән фотолар ҡуйылған альбом.
2. Хуш еҫле май шәмдәре. Уларҙы 14 –дә киске табында ҡабыҙырға онотмағыҙ.
3. Мөхәббәт йырҙары, моңдары яҙылған диск.
4. Һөйгәнегеҙ менән икегеҙ төшөрөлгән, изге теләктәр яҙылған календарь. Уны фотоүҙәктә йәки махсус студияла эшләтергә мөмкин.
5. Бирсәткәләр. XVII быуаттан башлап Европаның күп илдәрендә улар Изге Валентин көнөнә иң һәйбәт бүләк булып һанала.
6. Ресторанға йәки кафеға саҡырыу. Хистәрегеҙҙе белдереү өсөн шунан да уңайлы урын булмаҫ.
Ниндәй генә бүләк һайлаһағыҙ ҙа, мөхәббәтегеҙҙе белдереүсе матур һүҙҙәр яҙылған кескәй открыткалар – “валентика”лар һалырға онотмағыҙ.
Фото: komu-podarok.ru