Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Февраль 2022, 04:18

Бай ижады ҡалды

Рәсми сығанаҡтарҙан.Рәсми сығанаҡтарҙан.
Фото:Рәсми сығанаҡтарҙан.

Башҡортостандың халыҡ рәссамы Георгий Ғәйниәхмәт улы Калитов, һынлы сәнғәт донъяһының ҡабатланмаҫ оҫтаһы булараҡ, ижадына ил һәм заман һулышын һалды, “Ер рухы” полотноһында төрлө халыҡ дастандарын ғәйәт теүәл һәм ғорур итеп һүрәтләне.

Георгий Калитов бала са­ғынан уҡ үкһеҙ етем ҡала. Уны күп балалы туғандары тәрбиәгә ала. Малай Түбәнге Иванайҙа 11 йәшкә тиклем генә йәшәй – тормош һуҡмаҡтары уны ҡустыһы Сережа менән Бөрө ҡалаһындағы 1-се балалар йортона алып килә. Бында улар 1963 – 1967 йылдарҙа тәрбиә­ләнә. Йәшәүгә ынтылыш, ҡусты­һының яҙмышы өсөн өҙгөләнеү менән ғүмер шулай үтә тора.

Георгий һигеҙ йыллыҡ мәк­тәпте яҡшы билдәләргә тамамлай. Хоҙай уға тәбиғи һәләтте йәлләмәгән, ул уңғанлығы менән дә айырылып тора. Егеттең яҙмышы еңелдән булмай, әммә тырышлығы менән алға бара, уңыштар ҙа йылмая, шулай уҡ юлында яҡшы күңелле, изге кешеләр йыш осрай. Ул “Ағиҙел” художество фирмаһына эшкә инә. Сәнғәткә мөхәббәт уны 1968 йылда Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. Тырыш егет уҡыу йортон 1972 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Данлыҡлы уҡытыусыларҙан дәрес алған йәш белгес үҙенең иҫ киткес һәләтен күрһәтә. Уны уҡыу йортонда эшкә ҡалырға өгөтләйҙәр. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәс, Балтас районының Иванай мәктәбендә уҡытыусы, клуб мөдире, рәссам, спектаклдәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы, концертмейстер булып эшләй. Башҡортостан халыҡтарының тормошон, көнкүрешен күҙәтә.

1975 йылда Георгий Ғәй­ниәхмәт улының тормошонда яңы осор башлана, ул Өфө дәү­ләт сәнғәт институтына уҡырға инә, шул уҡ ваҡытта сәнғәт учи­лищеһында дәрестәр алып бара. Ижади үҫеше нәҡ ошо осорҙа башлана. Коллективта иң көслө, оҫта портрет төшө­рөү­се булып таныла. Портрет, натюрморт, пейзаж, сюжет – һынлы сәнғәттәге станокта – мольбертта эшләнә торған әҫәрҙәр.

Рәссам монументалист була­раҡ та киң танылыу ала. График-рәссам булараҡ та билдәле.

Георгий Ғәйниәхмәт улы үҙенең ижади ғүмерендә 50-нән артыҡ картина төшөрә. Әҫәрҙәре Өфөлә М.В. Нестеров исе­мен­дәге музейҙа, Башҡортос­тандың Милли музейында, Марий Эл Республикаһының (Йошкар-Ола) Милли музейында, Башҡорт дәүләт университетында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Бик күп күргәҙмәләрҙә ҡатнаша ул. Һөнәри оҫталығы тыуған ерендә – Башҡорт­останда формалаша.

Рәшит Зәйнетдинов менән бергә ижад иткән “Ер рухы” картинаһы донъя күләмендә танылды. Был – Башҡортостандың бөйөк ҡыҙҙары һәм улдары тураһында триптих. Унда Салауат Юлаев, Аҡмулла, Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Мәжит Ғафури, Назар Нәжми, Жәлил Кейекбаев һәм башҡалар һынландырылған. Был картинанан башҡорт халҡының 21 бөйөк улы һәм ҡыҙы ҡарап тора.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты, Рәсәй Феде­рацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡорт­ос­тан­дың халыҡ рәссамы, Я. Ялкайн исемендәге премия лауреаты Георгий Калитовтың картиналары сит илдәрҙә лә киң билдәле. Республикала “Башҡорт­ос­тан­дың халыҡ рәссамы” тигән маҡ­таулы исемде йөрөткән 15 ке­шенең икәүһе Балтастан булыуы беҙҙә ғорурлыҡ хисе тыуҙыра.

Башҡортостаныбыҙҙың сәнғәт оҫталарын рәссам “Йондоҙлоҡ” тип атаған. Был әҫәрҙә респуб­ликабыҙҙың төрлө дәүерендә ижад иткән күренекле актерҙар, режиссерҙар, йырсылар һүрәт­ләнгән. Ул – үҙ темаһын, амплу­а­һын күп йылдар үткәс, янып-бе­шеп, эҙләнеүҙәр аша тапҡан рәссам. “Йондоҙлоҡ” – ҡабат­лан­маҫ ижади әҫәрҙәрҙең береһе.

Георгийҙың ижади һәм һөнәри ҡарашы Башҡортостанда формалаша һәм үҫә. Шуға ла ул ҙур теләк менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында күп спектаклдәрҙең рәссамы ла була.

Г.Ғ. Калитов йәмәғәт эштә­рендә лә әүҙем ҡатнаша. Асыҡ күңелле, тормоштоң тәмен белеп көн иткән рәссам республикала “Эрвал Марий” төбәк мари милли-мәҙәни авто­номияһы” йәмәғәт ойошмаһын ойоштора, оҙаҡ йылдар уның алмаштыр­ғыһыҙ етәксеһе була. Марий Элдан Өфөгә гастрол­дәргә килгән коллективтарҙы ифрат ҡунаҡсыл ҡаршылай ине. Үҙ халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтерергә тырышыу уның көндәлек ынтылышы була.

Георгий Ғәйниәхмәт улы М.В. Нестеров исемендәге музей хеҙмәткәре Мария Михайловна менән оҙаҡ йылдар бәхетле тормошта йәшәне, ҡыҙҙары Анна ата-әсәһен ике ейән менән ҡыуандырҙы. Ғаилә – һәр ваҡыт ныҡлы тыл ул, бигерәк тә ижад эшендә.

Георгий Калитов Иванайға йыш ҡайта. Тыуған төбәгенең тарихы, этнографияһы, тәбиғәте, байрамдары, йолалары, хәстәр­леге, мәшәҡәттәре, уй-хыялдары менән йәшәй. Ауыл тормошо, за­мандаштарҙың киләсәген күҙаллап ижад итә, уның эштә­рендә ауыл төп урындағы тема була. Ғүмер буйы ауылы алдында үҙен бурыслы тип тоя. Район сәнғәт мәктәбенә инеп, оҫтаға ғына хас булған кәңәштәрен биреп, ауылдаштары менән һөй­ләшеп, ижади фәһем алып китә ине. Ул кешелеклеге, саф күңел­лелеге, эскерһеҙлеге, ябайлығы, тормошто яратыуы менән айырылып торҙо. Бө­йөктәр ябай була шул!

Хәнис ХӘЗИМОВ,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Балтас районы.

Читайте нас