Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Февраль 2022, 05:00

Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ике йәш тә туғыҙ ай ғына булған!

Шағирә Гүзәл Ситдиҡованың шиғырҙарын һөйләүселәр араһында үткәрелгән конкурстың еңеүселәре асыҡланды.

Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ике йәш тә туғыҙ ай ғына булған!Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ике йәш тә туғыҙ ай ғына булған!
Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ике йәш тә туғыҙ ай ғына булған!

Башҡортостанда Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағирә Гүзәл Ситдиҡова шиғырҙарын уҡыусылар конкурсы тамамланды.

Конкурс Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында онлайн-алымда үткәрелгән.  Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең видеояҙмаларын ебәргән һәм улар Гүзәл Ситдиҡованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйылған. Был үҙенсәлекле бәйге ике йәш төркөмөндә барҙы: беренсеһе – мәктәпкәсә йәштәгеләр (өстән ете йәшкә тиклем); икенсе төркөм – башланғыс кластар уҡыусылары (һигеҙҙән 12 йәшкә тиклем).

“Конкурс 21 көн генә барһа ла, унда 400 тирәһе бала ҡатнашты, видеояҙмалар конкурс тамамланғас та килеүен дауам итте. Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәгеләр, өс һәм биш йәшлектәр әүҙем булды. Иң бәләкәй ҡатнашыусы - Баймаҡ районынан Ғәзинур Үтәбаев. Уға ике йәш тә туғыҙ ғына ай. Ул хатта ике строфа шиғырҙы ятланы!” – тип белдергән Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы “Башинформ”  агентлығына биргән интервьюһында.

Сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Ишембай, Күмертау ҡалалары, республиканың төрлө райондарынан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашҡан. Конкурста төрлө милләт вәкилдәре лә үҙ көсөн һынап ҡараған. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Зәк-Ишмәт ауылынан биш уҡыусы ҡатнашып, уларҙың икәүһе – сыуаш, икәүһе – татар һәм берәүһе башҡорт булған.

Гран-приға Учалы ҡалаһынан Сәлимә Сафина (һүрәттә) лайыҡ булған. Ул ете өлөштән торған “Йәйғор” тип исемләнгән шиғырҙы ятлаған (видеола). Шуныһы үҙенсәлекле: һәр өлөштө ул ошо төҫкә ярашлы фонда һәм күлдәктә һөйләй. Әйткәндәй, был ғаиләнән барлығы өс бала ҡатнашҡан, әммә иң бәләкәсе генә уңышлыраҡ сығыш яһаған.

Шағирә башта һәр төркөмдән өсөшәр ҡатнашыусыны аҡсалата приз менән бүләкләргә уйлаған, тик матур йөкмәткеле, уңышлы эштәр бик күп булыу сәбәпле, 13 эште бүләкләргә ҡарар иткән. Еңеүселәр араһында төркөм менән сығыш яһаусылар ҙа бар: улар - Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан I класс уҡыусылары (уҡытыусы – Айгөл Мәхмүтова) һәм Баймаҡ районының Буранбай ауылынан мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәләнеүселәре (тәрбиәсе – Кәримә Аралбаева).

Призлы урын яулаусылар һәм сығыштары иң уңышлы тип танылған 70-тән ашыу бала Башҡортостандың Яҙыусылар союзының грамотаһын аласаҡ, ә ҡалғандарға ҡатнашыу тураһындағы сертификат ебәреләсәк. Тағы шуныһы: конкурста ҡатнашҡан һәр балаға шағирә Гүзәл Ситдиҡованың китабы тапшырыла.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас