

11 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап, әҙиптең тормош һәм ижад юлы тураһында “Февраль. Буран...” спектакле күрһәтеләсәк.
Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Хөрмәтулла Үтәшев. Шағир образын сәхнәлә Артур Кәбиров менән Артур Ҡунаҡбаев һынландыра.
Драманың премьераһы 2012 йылда, шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы үтте, йәғни ул инде тиҫтә йыл сәхнәнән төшмәй. Был арала әҫәрҙе республиканың күп район-ҡалаларында бихисап тамашасы ҡараны.
Сценарий шағир тормошоноң ысынбарлығына таянып яҙылған, ул бөйөк әҙиптең ҡатмарлы заманда йәшәү һәм ижад итеүенең ауырлыҡтарын, нескәлектәрен асырға ярҙам итә. Спектаклдең жанры “шағир донъяһына сәйәхәт” тип алынған. Был алым Рәми Ғариповтың ижады менән төплөрәк танышырға, уның халыҡ яҙмышы өсөн һыҙланыу менән тулған уй-фекерҙәрен аңларға булышлыҡ ҡыла. Ҡыҫҡа, әммә ғәжәп йөкмәткеле, тәрән кисерешле ғүмер кисергән арҙаҡлы шағирыбыҙҙың тормошо, ижады тураһындағы был тамаша тетрәндереп, уйҙарға һала.
Спектаклгә билеттарҙы “Пушкин картаһы” буйынса ла алырға мөмкин.
Фото театрҙың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.