Социаль селтәрҙә йырсы Гөлнара Вәлиева бик ҡыҙыҡлы хәтирәһе менән уртаҡлашҡан. Уны һеҙгә тәҡдим итмәксе булдыҡ.
"Зөлхизә" йыры тиһәң, иң беренсе күҙ алдына бәләкәй саҡ һәм Әлимә апай килеп баҫа. Ниндәйҙер концертта, ахыры, Әлимә апай Заһиҙуллинаның зыңғырлатып ҡына, моңло итеп "Зөлхизәне" йырлағанын иҫем китеп тыңланым. Миңә ул мәлдә 10-11 йәш тирәһе ине, ҡайһы бер өҙөктәрен отоп та алдым. Өйҙә эстән йырлап йөрөйөм, эй тулыһынса йырҙы белеп йырлағы килә, тарихын уҡып бөттөм, күҙ алдына шул мәлдә ниндәй картиналарҙа, образдарҙа тарихы баҫҡан, әле лә шулай һүрәтләйем. Әсәйемә әйткәйнем, улай өйрәнгең килһә, үҙенә бараһың да әйтәһең инде, тине. Унан һуң оҙаҡ йөрөнөм әле, әйтергә баҙнат итмәй, бер көн әсәйем һорашҡан. Киттем Әлимә апайға, кассета, ҡағыҙ, ручка тотоп.
Теләгемде әйткәс, "Зөлхизә" әлегә һиңә ауырыраҡ булыр ул, әйҙә еңелерәк йыр өйрәнеп ҡарайыҡ, артабан ҡарарбыҙ тип, "Хәйрүләкәй" йырын өйрәтте.
Сит илдәргә сыҡһаң, матур йөрө.
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле,
Кем балаһы,тейеп тә һорарҙар,
– тигән йырҙың һүҙҙәренә, эйе шул, кем балаһы тип һораһалар, матур яуап бирер кәрәк, уның өсөн тырышыр кәрәк, тип тулҡынланып киткәнем иҫемдә.
Ул йырҙы тиҙ отоп алып өйрәндем, шулай ҙа "Зөлхизәне" лә өйрәнәһе килә бит. Минең теләккә ҡаршы килмәй, ваҡытын йәлләмәй ихлас өйрәндек ул йырҙы. Уйлап ҡараһаң, төпкөл генә ауыл, ауыл ерендә эштән бушап та булмай, ҡайҙан йырлап ултырыу. Хәҙер иҫләһәң ҡыҙыҡ.
Әлимә апай үҙе - үҙешмәкәр йырсылар араһында "Ирәндек моңдары" ,"Оҙон көй" (нисәнсе йылдар икәнлеген иҫләмәйем) бәйгеләре лауреаты. Шул дипломдарҙы күргәс, "ә мин тырышһам, гран-при алам" тип маҡсатланып ҡуйҙым. Әммә үҙемдең һис тә башҡа ла килмәй әле, уның өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк икәнлеге, ә артист булыу уйын уйлап та бирмәй инем.
Шулай башланып китте ҙурыраҡ конкурстар, балалар араһында үткән "Оҙон көй", "Ирәндек моңдары", район эсендәгеләр... Гран-приҙы "Ирәндек моңдары-2014" конкурсында барыбер алдым. Ә "Зөлхизә" йыры миңә күп ишектәрҙе, сәхнәләрҙе уңышлы асты.
Был яҙманы 2014 йылда Хәспиә инәйем яҙҙырған булған, ҙур рәхмәт уға, көлөп тынланым инде, бер әбекәй кеүек йырлағанмын, тип. Ошо унайҙан Әлимә апайға ҙур рәхмәтемде әйтәм! Һеҙ минең һөнәргә ҙур йоғонто яһанығыҙ, тағы ла берҙе рәхмәт!” – тип яҙҙы Гөлнара.
Шулай уҡ 18 йыл элек төшөрөлгән видеоны тулыһынса ҡарап бөтөргә, ҡыҙығы шунда, тип кәңәш итә йырсы.
Фото һәм видеояҙма “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.