Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Февраль 2022, 11:30

Кино архивы һанлы форматҡа күсерелә

Яңы форматтағы нәфис һәм документаль фильмдарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрһәтәсәк. 

Кино архивы һанлы форматҡа күсереләКино архивы һанлы форматҡа күсерелә
Кино архивы һанлы форматҡа күсерелә

Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы һуңғы бер нисә йылда архивын һанлы берәмеккә күсереү менән шөғөлләнә. Ике йылда 200-ҙән ашыу фильм һанлаштырылған.

Киностудия директоры Юнир Әминев һүҙҙәренә ҡарағанда, эш "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы башҡарыла. Һанлаштырыуға тәғәйенләнгән махсус ҡорамал һатып алынған, ул видеоларҙы юғары сифатлыға әйләндерергә ярҙам итә.

– Киностудияның тәүге 20 йыллыҡ эш дәүерендә бөтә материалдар тик пленкаға төшөрөлгән. Беҙҙә бик ҡыҙыҡлы, хатта уникаль фильмдар фонды барлыҡҡа килгән. Кино пленкаһының тышҡы факторҙарға тиҙ бирешкәнлектән, күп мәҙәни мираҫты юғалтыу хәүефе барлыҡҡа килгәйне. Шуға ла уларҙы һанлы форматҡа күсереүҙе башланыҡ, – ти Ю. Әминев.

Рус һәм башҡорт телдәрендәге документаль фильмдар республиканың үҙенсәлекле йылъяҙмаһы булып тора. Улар араһында арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ тураһындағылары ла бар. Мәҫәлән, "Ишмулла Дилмөхәмәтов", "Зәйнәб Биишева", "Аҡмулла", "Мин – Салауат", "Фәйзи Ғәскәров", "Йомабай ҡурайы" һәм башҡа фильмдар күптән инде Башҡортостан мәҙәни мираҫының алтын фондына индерелгән. Мостай Кәрим, Рауил Бикбай, Арыҫлан Мөбәрәков менән осрашыуҙар кинопленкала ғүмерлеккә тороп ҡалған. Хәҙер киностудияның уникаль архивын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары ла ҡарай ала, сөнки канал уларҙы күрһәтә башларға йыйына.

– Алтын фондтың яңы сифатын барыһы ла баһалар, тип ышанам. БЮТ каналын ҡараусылар бер ҡасан да ретро-фильмдарға, кинохроникаға битараф булманы. Әйтәйек, "Үткән ғүмер" һәм "Наши годы" тапшырыуҙары инде 10 йыллап иң яратып ҡаралғандар иҫәбенә инә. Киностудия йә телевидение фондынан алып күрһәтелгән фильмдарҙан һуң шылтыратыуҙар күп була. һанлы тапшырыуҙарға күскәндән аҙаҡ эфирҙа архив материалдары һирәгәйгәйне. Был формат үҙгәреүгә бәйле. Тапшырыуҙар яҡшы сифатта булһын өсөн, уларҙы яңы форматҡа һалыу талап ителә, – ти "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Шамил Ишемйәров.

Әлеге ваҡытта канал Өфөнөң 450 йыллығына арналған тағы бер проект өҫтөндә эшләй, унда ла телевидение һәм киностудия архивтары ҡулланыла.
Яҡшыртылған сифаттағы нәфис һәм документаль фильмдар 19 февралдән алып ял көндәрендә эфирға сыға башлай. 

Фото: catherineasquithgallery.com

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас