

15 февралдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡурай моңона ғашиҡ тамашасыларҙы ҙур байрам көтә. Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө сағыу концертҡа дуҫтарын йыя. Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралын яратҡан, мәшһүр коллективтың сығыштарын үҙ иткәндәр сағыу концерттан ситтә ҡалмаҫ, моғайын.
Роберт Юлдашев ҡурайҙы бөтә донъяға танытты, тип әйтеү һис арттырыу булмаҫтыр. Уның һәләте менән башҡорт милли музыка ҡоралын Рәсәйҙән ситтә лә белеп, яратып өлгөрҙөләр.
Республикала иһә музыкантты белмәгән кеше юҡтыр. Ул бик күп халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүсеһе, Башҡортостандың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Музыкантты ысын "Рerpetuum mobile" тип атарға мөмкин. Уның ҡурайы Англия, Япония, Азия илдәре сәхнәһендә лә яңғыраны. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән ул Испанияла гастролдә булды, “Кремль балеты” труппаһы менән Бельгия, Голландия, Люксембург сәхнәләрендә, мәшһүр опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов менән Миландағы Ла Скала опера театрында, Владимир Спиваков етәкселегендәге “Мәскәү виртуоздары” оркестры менән сығыш яһаны, Берлинда яңғыҙ концерттар ҡуйҙы, Ҙур театр оркестры менән кинофильмдарға музыка яҙҙырҙы.
2006 йылда Роберт Юлдашев “Ҡурайсы” төркөмөн ойоштора. Коллективтың сығыштарында боронғо башҡорт музыка ҡоралдары: ҡурай, дөнгөр, думбыра, ҡумыҙ яңғырай. Уларҙы барабандар, джамбо, гитара, бонг, шейкер тулыландыра. Һөҙөмтәлә фолк, этно, транс, лаундж, симфоник музыка һәм рок ҡатнашлығындағы төркөмдөң үҙенә генә хас стиле барлыҡҡа килә.
Әйткәндәй, “Ҡурайсы” этно-төркөмө Рәсәйҙең 150 коллективы араһында “Russian world music awards” номинацияһына эйә була, донъяның 17 иленән 70 коллектив араһында “Terem-crossover” халыҡ-ара музыка турнирында еңеү яулай.
Концерт 15 февралдә киске сәғәт 7-лә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Ентеклерәк мәғлүмәт өсөн телефон: +7 960 393 66 59 (менеджер Регина Рәйеф ҡыҙы).
Фото: gorodzovet.ru/ufa