Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 15:30

"Ашҡаҙар моңдары" саҡыра

"Махсус вокал белеме булмаған, халыҡтан сыҡҡан йырсыларҙы көтәбеҙ”.

"Ашҡаҙар моңдары" саҡыра"Ашҡаҙар моңдары" саҡыра
"Ашҡаҙар моңдары" саҡыра

Республиканың “Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған үҙешмәкәр йырсыларҙың “Ашҡаҙар моңдары” I республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.

Сараның төп маҡсаты – башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған яңы талантлы йырсыларҙы табыу, асыу, билдәле һәм һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын һаҡлап алып ҡалыу.

Конкурс 14 февралдә башлана. Ул дүрт этапта үтә. Ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленә – өс йәштән утыҙ йәшкә тиклем һәм утыҙ йәштән өлкәндәр. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың донъяның ҡайһы ҡитғаһында йәшәүе, нисә йәштә булыуы мөһим түгел. Төп шарт – улар махсус вокал белеме булмаған, халыҡтан сыҡҡан йырсылар булырға тейеш”, – тип билдәләне “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Абруйлы баһалама ағзалары бәйгеселәр араһынан егерме финалсыны һайлап ала. Алты еңеүсе аҡсалата приз менән бүләкләнә. Шулай уҡ “тыңлаусылар һөйөүен яулаған йырсы” ла билдәләнәсәк.

Күләмле сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, еңеүселәрҙең исемдәре “Ашҡаҙар моңдары” I башҡорт халыҡ йыры фестивалендә билдәле буласаҡ. Тамаша 29 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Финалға үткәндәр “тере тауыш” менән сығыш яһарға тейеш.

Ашҡаҙар моңдары” конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон аша алырға мөмкин: 8 (347) 246-14-82. Шулай уҡ bash.news сайтында, “Ашҡаҙар” радиоһының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә танышырға була.

Фото: "Ашҡаҙар" радиоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас