Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 05:51

“Эсең бошһа, һыпырт эСтәрлегә...”

Рәми Ғарипов феномены шағирҙың ижад стиленә бәйле ине.

Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер.Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер.
Осрашыуҙар – үҙе бер ғүмер.

Кәйеф күтәренке ине. Ҡыштың сыуаҡ көнө. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янынан үтеп барһам, таныш һынды күреп аптырабыраҡ киттем. Рәми Ғарипов! Башҡорт әҙәбиәтендә иҫән сағында уҡ танылыу тапҡан талантлы шағир, һәлмәк кенә баҫып, урамдан китеп бара.

– Һаумыһығыҙ, Рәми ағай! – шағир ағай ҙа шатланып китте. Һәм беҙ һөйләшә-һөйләшә Стәрлетамаҡ педагогия институтының ятағына табан атланыҡ. Һүҙебеҙ ятаҡ тупһаһында ла бөтмәне.

– Рәми ағай, әйҙәгеҙ, мин йәшәгән бүлмәгә инеп сығығыҙ! Бүлмәләш ҡыҙҙарҙың иҫе китһен!

Уйлап ҡына ҡарағыҙ, филология факультетында уҡыған ҡыҙҙар бүлмәһенә танылған, шиғырҙары һәммәбеҙ тарафынан да ҡат-ҡат уҡылған, ятлап алынған шағир килеп инһен әле! Өфө түгел бит, Стәрле, унда, эйе, БДУ-ла уҡыған студенттар шағирҙарҙы ла, яҙыусыларҙы ла йыш күрә. Күптәре ятаҡҡа үҙҙәре килеп йөрөй. Урынһыҙ булһа ла, шуныһын да әйтәйем, төшөрөргә яратҡан шағир ағайҙарҙан күрмәксе, йәш шағир егеттәр иртә үк эскелеккә лә һалышты...

Ә беҙҙең ҡыҙҙар бүлмәһендә байрам! Өҫтәлгә бер таба ҡыҙҙырылған кәртүф килеп ултырҙы. Икмәк. Һөтләп сәй яһалды. Ҡунағыбыҙ ҙа талымлап торманы, иркенләп ултырып, беҙҙең ыңғайға тәғәмләнеп алды. Табындан һуң шиғырҙар уҡыштыҡ. Мин дә бер ҡатлы ғына әҫәрҙәремде уҡыған булдым. Минекеләр, билдәле инде, әлегә йөрәк кисерештәре хаҡында – мөхәббәт шиғыр­ҙары.

Мин элек-электән шиғырҙарымды дөйөм дәфтәргә яҙам һәм ижад ителгән көндө теркәй барам. Ундай дөйөм дәфтәрҙәрем байтаҡ минең. Хушлашыр алдынан Рәми ағай шиғыр дәфтәремде һорап алды: “Иркенләп уҡып сығайым да, фекеремде әйтермен”.

Тулҡынланыуымдың сиге юҡ... Һин дә булғанһың шағир, тиһә, ныҡ оят булыр бит!

Рәми ағай, ятағыбыҙҙың ишек төбөндә ултырған вахтер янында телефон була торғайны, шунда шылтыратҡан: “Мин ҡунаҡхананың фәләнсә бүлмәһендә йәшәйем, Тамара килеп китһен әле!”

Сәй ҡуйып ебәрҙе. Ҙур ғына дөйөм дәфтәргә Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙарын тәржемә итеп күк, йәшел, ҡыҙыл, ҡара пасталы ручкалар менән күсереп яҙып ултыра:

Ашап-эскән, кейгәндәрең был

донъяла –

Хәләл малдыр, кем тырыша, кем көс

һала.

Тик сама бел – һәләк итмә ғүмереңде,

Йыйған-тапҡан – барыһы ла ятҡа ҡала.

Был дәфтәрҙә робағиҙарҙың төрлө авторҙар тарафынан руссаға тәржемәләре, Рәми Ғариповтың башҡортсаға тәржемәләре бар. Шуныһы ҡыуаныслы: был ҡулъяҙма дәфтәр шул ҡулъяҙма формаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 2017 йылда донъя күрҙе һәм был уникаль фолиант хәҙер минең өҫтәлемдә ята.

...Ағай минең теге өйрәнсек шиғырҙарҙы маҡтаны. Кәйефем күтәрелде.

– Һинең дәфтәргә Сергей Есениндың “Фарсы моңдары” циклының үҙем башҡортсаға тәржемә иткән вариантын күсереп яҙҙым. Уҡырһың әле.

Уҡыным һәм хайран булдым. Иҫ киткес тотанаҡлы, шағир ижадына ихтирам, яңғыраш тонына тиклем оҡшашлыҡ. Башҡорт әҙәбиәтенең бәҫен тотоуҙы маҡсат иткән, бүтәндәрҙән дә шуны талап иткән, шағирлыҡ һөнәрен милләтенең дә, үҙенең дә намыҫ эше тип баһалаған ҙур шәхес ине Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов. ”Фарсы моңдары” оҙаҡ ҡына шағирҙың китаптарына индерелмәне.

Мин Башҡортостан радиоһында эшләй башланым. Шағирҙың юбилейҙарының береһендә минең дәфтәргә ҡулдан яҙылған шәлкемде радио тыңлаусыларға тыңлатырға ҡарар иттем. Сенсация кеүек булды ла ҡуйҙы.

Рязань ҡалаһында Сергей Есенин көндәрендә булыу бәхете тейгәйне. Мәктәп уҡыусылары менән осраштырҙылар. Мин Есениндың Рәми Ғарипов башҡортсаға тәржемә иткән “Шаһәнә” шиғырын башҡортса уҡып ебәрҙем: “Шаһәнәм, һин минең Шаһәнәм! Төньяҡтанмы әллә булғанға, мин әҙермен һиңә йырларға, ай аҫтында арыш бешкәнен...”. Уҡып бөткәс, һорайым:

– Мин ниндәй шиғыр уҡыным?

– Есенин. “Шагане”! – тип гөрөлдәне класс.

Эйе, Рәми Ғариповтың телгә булған мөнәсәбәтен белмәгән, “Туған тел” шиғырын ятлап алмаған башҡорт һирәктер.

Ни өсөн мөкиббән булды башҡорттар Рәми Ғарипов шиғриәтенә? Беҙ шағирәнә күңелле эмоцияларға бай, рациональ фекергә бик үк барымһыҙыраҡ милләт. Бөгөн Яҙыусылар союзы исемлегендә өс йөҙгә яҡын әҙип иҫәпләнә, күбеһе – шағир.

Минеңсә, Рәми Ғарипов феномены шағирҙың ижад стиленә бәйле ине. Егерменсе быуаттың тәүге яртыһындағы шиғри һүҙ нескә образдар, ябай кеше, уның хис-тойғоһо, эске кисерештәренән былай, риторика, яһалма поэтик тел, пафос менән һуғарылыр булды. Рәми Ғарипов иһә беҙгә кешелекле тойғолар, кисерештәр, тәбиғәттең һүҙҙән ҡоролған картиналарын тасуир итте. ХХ быуаттың 70-се йылдарынан алып башҡорт шиғриәте төрки халыҡтарының һүҙ сәнғәте ҡоронда иң тәрән йөкмәткеле, фәлсәфәүи фекерле алдынғы мәҙәниәткә әүерелде.

Йөҙөп сыҡты ла Ай күк күленә,

Йондоҙ бәпкәләрен эйәртеп,

Һәр береһен таңдар һарғайғансы

Һаҡлап йөрөй, ҡош-ҡорт тейәр тип.

Билдәле ки, шиғриәт кешелектең үҙе кеүек, тәбиғилек емеше. Ер, йыһан, тәбиғәт һәм кеше күңеле, уның холоҡ-фиғеле араһындағы гармония тышҡы сәбәптәр арҡаһында ҡапма-ҡаршылыҡтар солғанышына дусар булғанда ла, күктәр ихтыяры һәм талант менән тыуҙырылғандар камиллыҡ аһәңе ҡыйралышын барса кешеләрҙән дә ауырыраҡ кисерә. Рәми Ғарипов ижадында бөтә кешеләргә хас йән һыҙланыуҙары, һағыш бар ине.

Шағирҙың поэтик донъяһы башҡорт шиғриәтенә зәп-зәңгәр төҫтәр алып килде. Шиғриәт һөйөүселәрҙе зәңгәрлеккә ғашиҡ итте, сөнки уның “ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек” киңлектәрҙең, күңелдең иң төбөнә йәшерелгән хыялдың тышауҙарын, йүгән-дилбегәһен ысҡындырып, үҙ артынан эйәртер ҡөҙрәте бар:

...Был юлдарҙан тик бер үтер өсөн

Ғүмерҙәрең буйы көтөрлөк.

Шағирҙың поэтик юлынан, тимәксемен.

Илен, туған телен, халҡын эскерһеҙ яратҡан шағир Рәми Ғарипов вафатынан һуң “Халыҡ шағиры” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Ярайһы үҙ һүҙле, халыҡ яҙмышына ҡағылышлы мәсьәләләрҙә компромисһыҙ шәхес ине шағир.

Эйе, Стәрлетамаҡты яратты. Хәйер, тотош Башҡортостан халҡының шәхес дәрәжәһенә күтәрелгән арҙаҡлы улы ул. Иртә китте... Шуныһы йәл...

 

Тамара ҒӘНИЕВА,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

    Башҡортостан

Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелгә,
Йыр тыуғандай була күңелдә.
Йәшел бәрхәт төҫлө еркәйгенәм,
Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө елкәйгенәм
Иркәләй бит талған күҙемде,
Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.
Йүгереп сығыу менән ҡайындарым,
Онотолдо барлыҡ ҡайғыларым,
Күреү менән күген Уралдың,
Күҙҙәремә йәштәр уралды...
Уйнаҡлашып саба, ана, тайҙар...
Уйға килә яугир олатайҙар –
Илен улар тиккә һөймәгән,
Илем тиеп тиккә көймәгән!
Башҡортостан – беҙҙең Бөркөтостан,
Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!..
Башҡортостан – йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!
Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,
Һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен!
Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,
Башҡа ергә башым эйелмәҫ...
Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,
Ары торһон йәннәт-ожмахтарың,
Башҡортостан – тыуған төйәгем,
Һиндә ятһын ятһа һөйәгем!..

    Ҡурай

Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай, ят ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа.
Әле генә ниндәй моңло ине,
Бер бөйөк йән ине баяғы! 
Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды
Йәнле тарих, тылсым таяғы...
Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын,
Убылғандай булды Уралым,
Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым,
Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.
Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урмандар,
Сапмағандай унда башҡорттар,
Һалмағандай яугир уҙамандар
Каруанһарай ише таш йорттар. 
Тыумағандай Бейеш, Азаматтар,
Яҙмағандай хаттар Буранбай,
Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар,
Ятмағандай йәйрәп Таштуғай.
Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,
Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.
Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?
Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?
Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ?
Ниңә бешмәй Ҡарға бутҡаһы?
Ҡайҙа Байыҡ,
Бейегәндә айыҡ,
Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!..
Юҡ, өндәшмәй ҡурай ҡурайсыһыҙ, 
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай!..).
Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә, ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер юрайсы...

    Ҡыш юлдары

Шығыр-шығыр ҡыш та үтеп бара,
Тик урманды ҡылау һырыған.
Үҙәгемә сасҡау үтмәһен тип,
Ҡарағайға ҡайын һырыға…
Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ,
Елдерәләр йылғыр саңғыла.
Бәҫ-томанға сумып юғалғанда,
Туҙып ҡала көмөш саң ғына.
Хыял-ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп,
Елдереү ҙә түгел еңелдән.
Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып,
Ҡыш ҡылдары үкһей күңелдә!..

Читайте нас