Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 06:41

Ишей ҡумыҙсылары

Заманында был төпкөл ауыл таланттары ҙур сәхнәләрҙе яуланы.

Ҡумыҙ – башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы, ул быуындан-быуынға изге ҡомартҡы итеп тапшырылып килә. Уның быуаттарҙан-быуаттарға һуҙылған тарихы бар. Ҡумыҙҙың бик борон осорҙа, хатта беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙәрҙә билдәле уйын ҡоралы булыуы күптән инде тарихсы, этнограф, археолог ғалимдар тарафынан раҫланған.

 

Кем ул Зиннәт Йәрмөхәмәтов?

 

Башҡорт ҡумыҙы тураһында төбәгебеҙҙе өйрәнгән ғалимдар – музыка белгесе Л.Н. Лебединский, этнолог С.И. Руденко ла яҙып ҡалдырған. Башҡорттар менән аралашып, тормош-көнкүрешен өйрә­неп, улар үҙ хеҙмәттәрендә беҙҙең халыҡтың, айырыуса ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың ҡумыҙҙа бик оҫта уйнауы тураһында яҙған. Ысынлап та, йыйындарҙа, байрамдарҙа ир-ат ҡурайға өҫтөнлөк биргән, ҡурайсы­лар бәйгеләре лә ойошторолоп торған. Ә ҡумыҙ тәү ҡарамаҡҡа үтә ябай, күҙгә ташланып та бармай. Шулай ҙа халҡыбыҙ был музыка ҡоралын яратҡан, үҙ иткән.

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Баймаҡ районының иң төпкөлөндә, урман-тауҙар ҡуйынында ятҡан Ишей ауылы ҡумыҙсылары тураһында яҙма тәҡдим итәм. Мәҡәләне яҙғанда Ю.З. Абдрахмановтың, Н.З. Йәрмөхәмәтовтың, Г.З. Сә­лихованың, Х.Ғ. Йәрмөхәмәтова-Кәримованың, С.М. Батталова-Ғарифуллинаның иҫтәлектәрен, мәғлүмәттәрен файҙаландым.

Ишейҙәрҙең бәхетенә һәм даланына күрә, ауылда Зиннәт Абдрахман улы Йәрмөхәмәтов йәшәне. Ул үҙе бик оҫта ҡумыҙсы булған һәм башҡорт ҡумыҙын эшләүҙең бөтә нескәлектәрен белгән.

Зиннәт Йәрмөхәмәтов 1895 йылда Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуған. Хоҙай биргән һәләттер инде: бик оҫта ҡумыҙсы була ул. Киске уйындарҙа йәштәрҙе арымай-талмай үҙ ҡумыҙына бе­йеткән. Гармун, ҡурай уйнап, кеше­ләрҙе бейетеүҙе күҙ алдына кил­тереү ҡыйын түгел, сөнки уларҙың тауышы әллә ҡайҙа яңғырап тора. Ә ҡумыҙ сиртеп бейетеү өсөн уйнаусының виртуоз башҡарыусы булыуы кәрәк. Зиннәт Йәрмө­хә­мәтов тап ана шундай маһир ҡу­мыҙсы була. Уны хатта ҡоҙа-ҡоҙа­ғыйҙарҙы, ҡоҙасаларҙы бейетеү өсөн туйҙарға ла саҡырыр бул­ғандар. Ҡатыны – Ҡолсора ауылы ҡыҙы Зөлхизә Йәрмөхәмәтова (Һамарбаева): “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның ҡумыҙына бейейһең инде”, – тип шаяртып әйтер булған.

Зиннәт апаның улы Юлай Абдрах­мановтың хәтирәләренән: “Кейәүештелә йәшәгән саҡтарында, эштән һуң Кейәүеште йылғаһының күперендә (Түбә руднигы өсөн ҡыш әҙерләнгән ағасты яҙ һал итеп ағыҙыу өсөн быуылған быуаның иркен дамбаһы) киске уйын ҡороп, Әүлиәтау буйҙарын яңғыратып, атайымдың ҡумыҙына таңға тиклем бейешкәндәр. Атай уйнап арыһа, бейеүҙе таҡмаҡ әйтеп дауам иткәндәр”.

Артабан Йәрмөхәмәтовтар ғаи­лә­һе Ишей ауылына күсә. Бында килгәс, йәше ырап барған Зиннәт Абдрахман улы ҡумыҙҙа онотҡанда бер, йәғни үҙе һәм өйҙәгеләр өсөн генә уйнай. Өс һуғышты – Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарын үткән яугир-ветеран була ул. Балалары ла үҙенә оҡшап талантлы: улдары Салауат, Мөрит мандолинала һыҙҙыра, Юлайы баянда уйнай. Әйткәндәй, Юлай Абдрахмановтың өлкән улы Илшат – бөгөн республикаға билдәле баянсы, Илгиз Абдрахманов – танылған йырсы, икеһе лә Өфөлә йәшәй.

 

Ҡумыҙ нисек эшләнә?

 

...Шулай ҙа Зиннәт Йәрмөхә­мәтовтың ҡумыҙы сабыр ғына үҙ йондоҙо ҡалҡыуын көтә кеүек. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында Ишейҙә художестволы үҙешмәкәрлек әүҙем үҫешә башлай. Ауылда йәштәр күп, һәр береһе – йә бейеүсе, йә йырсы. Яңы клуб та үҙенә саҡырып тора. Клуб мөдире, китапханасы Йосоп Динислам улы Мөхәмәтҡолов йәштәрҙе әйҙәп алып йөрөй, оҫта ойоштороусы ла була. Ә бейеүҙәр һалыуҙа Кәримә Кәримованың фантазияһы сикһеҙ. Концерттар, спектаклдәр... Байрам һайын Ишей клубы гөрләп тора, күрше ауылдарҙағы клуб сәхнәләрен дер һелкетә ишейҙәр. Үҙешмәкәр артистар араһында йыр-бейеүгә, нәфис һүҙгә оҫталар күп була, гармун, мандолинала яңғыҙ баш­ҡарыусылар ҙа бар. Хорҙа, вокаль ансамблдәрҙә рус егеттәре һәм ҡыҙҙары ла бик теләп ҡатнаша. Шул йылдарҙа мәктәптә эшләгән Василий Пронин бер репетицияны ла ҡалдырмай.

Тик бер мәсьәлә тынғы бирмәй клуб мөдире Йосоп Мөхәмәт­ҡоловҡа – инструменталь ансамбль юҡ. Тиҙҙән уның тәҡдиме һәм дәртле йәштәрҙең дәррәү теләге менән ансамбль төҙөлә. Гармун, мандолинанан тыш, ағас ҡалаҡтар, бармаҡсы менән батмустар, ҡайын туҙы – барыһы ла дәртле башҡорт көйҙәренә үҙ яңғырашын бирә. Тик нимәлер етмәй кеүек... Халыҡ инструменттары ансамбле өсөн ҡумыҙ кәрәк бит! Һәм 75 йәшлек данлыҡлы ҡумыҙсы Йосоп Динислам улы Зиннәт Йәрмөхәмәтовтың өйөнә бара. Башҡорт рухлы Зиннәт Абдрахман улы, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр уйнап ишеттерә. Яратҡан уйын ҡоралын тергеҙеү, яңынан халыҡҡа ҡайтарыу тәҡдимен ул хуплап ҡаршы ала. Улдары Юлай һәм Низаметдинға тимер ҡумыҙ эшләргә өйрәтә башлай.

Юлай Зиннәт улы һөйләй: “Бө­гөнгөләй хәтеремдә, 1969 йыл ине. Атай беҙгә ҡумыҙ эшләргә өйрәт­те. Материал булараҡ салғыны ҡулланды, сөнки элекке салғы­ларҙың сифаты яҡшы ине. Уларҙы тимерҙе иретеп, ҡойоп, утта тотоп, һыуға тығып сыныҡтырып эшлә­гәндәр. “Борон салғыны сүкегәндә тауышы зыңғылдап торор ине”, – тип атай һөйләп, шул ыңғайы беҙгә өйрәтеп ултыра. Үҙе лә салғы киҫәген көлдөксәгә тартып һалған ҡыҙыу ҡайын күмере өҫтөнә һала ла, ҡыҙғылт-һары төҫкә инһә, һыуға тығып ала. Тимер йомшара, атай тейешле формаға килтереп сүкей. Яҡтарын бөгә, шымартып игәй, төп яғын йоҡартып, ҡумыҙҙың телен ҡуйырлыҡ урын әҙерләй. Өйрәнеп ҡалығыҙ, тип күрһәтеп эшләй. Ҡумыҙ теле менән яҡтары араһында еп үтерлек кенә ярыҡ ҡалдырығыҙ, ти торғайны”.

Ҡумыҙ уйнағанда уны тешкә нисек терәргә, ирендәр менән нисек ҡымтырға, ауыҙ эсендә күберәк бушлыҡ ҡалдырырға – ошолар ха­ҡында улдарына ентекләп һөйләй Зиннәт олатай. “Тын юлы, тамаҡ төбө, танау, ҡолаҡ йәҙрәләре, баш һөйәге – барыһы ла ҡатнаша ҡумыҙ уйнағанда. Иң аҙаҡтан ғына – ҡул һәм бармаҡтар”, – тип аңлата оҫта.

Шулай итеп, Юлай Зиннәт улы ҡумыҙ эшләүҙең еңел түгеллеген, бик нескә, ваҡ, ювелир хеҙмәтенә тиң булыуын аңлап, атаһы өйрәт­кәндәрҙе күңеленә һала. Ысын башҡорт ҡумыҙы ниндәй тауыш сы­ғарырға, ниндәй тембрлы, тонлы булырға тейеш – бөтә талаптарҙы үтәһәң генә зыңғырлап торған ҡумыҙ эшләргә мөмкин икәнде аңлай Зиннәт Йәрмөхәмәтовтың улдары.

“Низам ҡустым заводтың токарь цехында тимерҙе ҡырҡып, йоҡар­тып, шымартып алып ҡайтып бирә, мин мәктәп оҫтаханаһында (Юлай Зиннәт улы уҡытыусы булды – автор) ҡалғанын эшләйем. Ата­йым­дың эш ҡоралы ике ҡулы, игәү, келәшә һәм бәләкәй сүкеш ине, ярай әле, оҫтаханала төрлө инструменттар күп булды. Яҡтарын дуғаландырып бөгөргә, төп яғын – тел ҡуя торған урынының ҡап уртаһын табырға, уйым әҙерләргә, унда ҡумыҙ телен ҡуйып, өҫтөн ябырға, телдең осон кәкерәйтергә, яҡтарын шымартырға...” – тип хәтирәләргә бирелә Юлай Зиннәт улы.

 

Ансамблдең даны алыҫтарға тарала

 

Күпме эш! Шунан һәр береһен сиртеп, уйнап ҡарап “тон ҡыуалар”, йәғни бөтә ҡумыҙҙарҙың тонын тап килтереү өҫтөндә эшләйҙәр. Низаметдин Йәрмөхәмәтов һөйләй: “Юлай ағай менән атайға барабыҙ ҙа ҡумыҙҙарҙы күрһәтәбеҙ, уй­найбыҙ. Атайҙың ҡумыҙының тауышына тап килерлек итеп көйләргә кәрәк. Бер иш тауышлы булһа ғына ҡумыҙ көслө яңғырай. Атай мәрхүм ныҡ талап итте быны”.

Егерме ҡумыҙ эшләй улар. Ишейҙә инструменталь ансамбл­дән тыш, ҡумыҙсыларҙан ғына торған тағы бер ансамбль бар­лыҡҡа килә. Салауат, Мөрит, Низаметдин Йәрмөхәмәтовтар, Йы­һан­нур, Салауат Ҡарасуриндар, Зәки Иҫәнбаев, Морат Таһиров, Шәфҡәт Сәфәрғәлин, Ғәлиәхмәт Ҡаһарманов, Йосоп Мөхәмәт­ҡо­ловты, ҡыҙҙарҙан Кәримә һәм Рә­химә Кәримовалар, Фәрзәнә (Ишей килене) һәм Гүзәл Сәлиховалар, Миңлебикә Ҡолһарина, Сәлимә Ғарифуллина, Нурия Иҫәнбаеваны берләштерә был ижади төркөм. Етәкселәре – Юлай Зиннәт улы Абдрахманов.

Бындай ансамбль яҡын-тирәлә булмай әле ул саҡта. Шулай итеп, тирә-яҡ ауылдар һәм йомғаҡлау концерты мәлендә Баймаҡ сәх­нәһендә бер оҫтаның ҡулы тыу­ҙырған, урын-еренә еткереп эшләнгән ҡумыҙҙар яңғырай башлай. Иң оҫта ҡумыҙсылар иһә – Зиннәт Йәрмөхәмәтовтың улдары. Улар – солистар, улар – микрофон алдында. Уҡыусыға аңлайышлы булһын өсөн, шуны ла өҫтәп әйтәйем: Мөрит менән Юлай Абдрахман олатайҙарының исемен фамилия итеп ала, ә Салауат, Низаметдин һәм Хөрмәт атай фамилияһында ҡала.

Тиҙҙән Ишей ҡумыҙсыларының даны тирә-яҡҡа тарала башлай, улар хаҡында гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫыла. Был дан Өфөгә барып етә һәм 1970 йылда Башҡортостан телевидениеһы, алыҫ араларҙы яҡын итеп, соҡорло-уялы урман юлдарына ҡарамай, Ишейгә килеп төшә. Ул саҡтағы диктор Фәрит Бик­булатов һәм телевидение хеҙ­мәткәрҙәре оҫта ҡумыҙсы, ҡумыҙ эшләүсе Зиннәт Йәрмөхәмәтов, уның улдары, ансамбль тураһында бик матур тапшырыу әҙерләй. Ошо тапшырыу эфирға сыҡҡандан һуң, башҡорт ҡумыҙына иғтибар бермә-бер артты тиһәк, бер ҙә хилаф булмаҫ, минеңсә.

Ә 1971 йылдың авгусында Ишей ҡумыҙсыларын Өфөгә саҡыралар. 76 йәшлек Зиннәт Абдрахман улын, оло йәштә булһа ла, мотлаҡ алып килергә ҡушалар. Донъя халыҡ­тарының милли уйын ҡоралдарын, фольклорын өйрәнергә, тәжрибә уртаҡ­лашырға килгән Италия вә­кил­дәре Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе бул­ған Ишей ҡумыҙсыларын видео­яҙ­маға төшөрөп ала, уларҙың баш­ҡарыу оҫталығына, башҡорт көйҙә­ренең моңло, аһәңле булыуына хайран ҡала. Шулай итеп, ҡумыҙ­ҙың даны сит илдәргә лә тарала.

Башҡорт ҡумыҙын тергеҙеп, уға йән өргән Зиннәт Йәрмөхәмәтов һәм уның уландары, милли уйын ҡоралыбыҙҙың данын ҡайтарған Ишей ҡумыҙсылары йәшәгән осор ауыл тарихында иң сағыу, матур мәл булып һаҡланыр.

 

Таңһылыу ҠАРАСУРИНА-ВӘЛИЕВА.

Баймаҡ районы,

Байым ауылы.

Читайте нас