Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 05:49

Үҫмер көндәлектәренән

X “А” сығарылыш класы уҡыусылары. 1950 йыл.X “А” сығарылыш класы уҡыусылары. 1950 йыл.
X “А” сығарылыш класы уҡыусылары. 1950 йыл.

1946 йыл, 16 август

 

... – Хуш, инәй. Хуш!..

– Уҡырға тырыш... – тине инәй. Уға ауыр ине.

Машина алға елде. Таныш ерҙәр, Сейәлетау, Байыҡ ҡыуаҡтары инде артта ҡалды. Тамаҡҡа әллә ниндәй ҡара бер төйөн килеп тығылды. Инәйем яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртөп, мин фуражканы болғағанға ҡулын болғап ҡалған булды. Юҡ, ҡалманы, әйтерһең дә, ул минең арттан йүгереп килә һымаҡ ине. Их, инәй, инәй!..

Өфө! Өфө! Өфө минең уйҙарымдан сыҡманы. Ҡояш үҙемде генә түгел, уй-хыялдарымды ла йылы нурҙары менән иркәләй. Ә автомашина арттан саң ҡойроғон туҙҙырып һаман алға ынтыла. Уйҙар ҙа алға ынтыла... Өфө мине бик көтә төҫлө, ул күңелемә нисектер яҡын тойола...

 

20–23 август

 

Һынауҙар үткәрелде. Математика, рус теле, әсә теленән имтихандар бирҙек. Теләгемә ирештем, һынауҙар уңышлы үтте. Мин инде – Башҡорт республика мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе. Хәҙер инде мин, әйтерһең дә, яңынан тыуҙым һәм иң ҙур бәхеткә өлгәштем. Үҙ алдыма илгә ниндәй ҙә булһа берәй яраҡлы кеше булып сығыу бурысын ҡуйҙым.

 

26 август

 

Мөьминә әбейҙәрҙән интернатҡа күстем. Ләкин түшәк кәрәк-ярағы юҡ ине әле. Нисектер тик тороу ҡыйын тойолдо. Ярай әле иптәшкә күрше Мәхмүт ауылынан үҙем менән бергә уҡыған Рауил Ғәйнетдинов бар!

– Әйҙә, Рауил, сығып йөрөп киләйек, – тип уны саҡырып алам да йөрөп киләбеҙ. Китап магазины, киоскылар, кинотеатрҙар тирәһендә ураңҡылайбыҙ.

Шулай ҙа ҡыйын. Уҡырға китаптар ҙа юҡ әле. Берәй эшкә ебәрһендәр ине. Иртәгә Алкинға ебәрәләр, тиҙәр.

 

30 август

 

Кейем бирҙеләр. Аяҡта – шығырлап торған ботинкалар, өҫтә – ҡара гимнастерка, йәшел салбар. Тик фуражкалары ғына яраманы. Инде ҡала кешеләре булдыҡ. Сабаталарға хөкөм булып, улар сүплеккә илтеп ташланды. Тик уҡыйһы, кеше булаһы ҡалды.

 

1 сентябрь

 

Яңы күңелле, шаулы уҡыу йылын башланыҡ. Шатлығым эсемә һыймай. Әңгәмәләр үткәрелде. Һәр фәнгә бында бер уҡытыусы керә. Улар бөтөнләй икенсе төрлө. Йотлоғоп тыңлайһың...

 

6–10 сентябрь

 

Көндәр бер-бер артлы үтте. Бер аҙ күнегеп тә алдыҡ, ләкин ҡайыштар ныҡ ҡына ҡыҫыла төштө. Интернат әле ярлы. Хужалығы ныҡлы түгел. Шулай ҙа күңелле! Шау-шыу. Ятаҡ гөрләй.

Койкам ҡаршыһындағы тәҙрәне асып ҡуйып, үҙем әтмәләп алған тумбочка янына ултырып яҙына башланым. Көҙгө кис күңелле.

Урамдан фарҙарын яҡтыртып, автомобилдәр үтә. Халыҡ ҡайнап тора. Бейек йорттарҙың матур булып уттары емелдәй. Саф аяҙ күк йөҙөндә йондоҙҙар һикерешә. Шундай саҡта күңелдә тәрән тойғолар уяна. Күңелдә ниндәйҙер ҙур поэмалар тыуа. Яҙғы килә!.. Бына ҡулым ҡәләм тотто ла, үҙемсә “поэма” тип исемләп, шытырҙаҡ ҡағыҙ өҫтөнән “Шомло төндән шаулы көндәргә” тигән хәреф теҙмәләрен һыҙғылап сыҡты. Ҡара әле, матур исем бит! Үҙе нисек булыр инде... Был бит ҙур ғына нәмәгә беренсе башлап тотоноу. Йөрәк ашҡына. Күҙ алдына төрлө ваҡиғалар, ишеткәндәр, күргәндәр, уҡығандар һәм үҙем уйлағандар килеп баҫа. Ҡәләм ҡағыҙ өҫтөндә бер туҡтала, бер шәбәйә, аҡрын ғына үҙенсә юрғалай. Күҙҙәр текләп шул юлдарҙы һөҙөп сыға.

Ярты төн шулай һиҙелмәй ҙә үтә.

1947 йыл.

 

8 февраль

 

Бөтә совет халҡы иртәгә юлбашсыбыҙ Сталинға һәм уның тоғро улдарына тауыш бирәсәк. Күптән быға әҙерләнгән ҡала бөгөн бигерәк тә күңелле, ҙур байрам төҫөн алған. Йорттарға эленгән ҡыҙыл байраҡтар күңелгә рәхәтлек биргән һалҡынса ел ыңғайына талғын ғына елберләй. Элеп ҡуйылған портреттар йылмайып ҡарай төҫлө.

Бына мәктәптән ҡайтып киләм. Ҡала өҫтөндә әйләнеп йөрөгән самолеттар листовка яуҙыра. Кескәй балалар уларҙы йүгерешеп йыя, ололар ҙа алып уҡый. “Үҙебеҙҙең тауыштарыбыҙҙы беренсе кандидатыбыҙ бөйөк Сталинға бирәйек...”

...Дәрес әҙерләп ултыра инек. Тәрбиәсе апа: “Барығыҙ ҙа читальный залға төшөгөҙ, ҡунаҡтар килгән”, – тине.

Йүгерешеп төшөп киттек. Яҙыусылар килгән икән. Баш кейемдәребеҙҙе һалып иҫәнләштек. Күп тә үтмәй, кисә асыҡ, тип иғлан ителде. Улар үҙҙәренең Ватан һуғышы йылдарында яҙған шиғырҙарын уҡыны һәм беҙҙе үҙҙәре менән таныштырҙы. Улар ҡулдарына яңы ғына ҡәләм тотҡан йәш яҙыусылар (Ғ. Рамазанов, Ш. Бикҡол) икән. Бер ҡулына винтовка, икенсеһенә ҡәләм тотоп, Висла буйҙарында, Карпат итәктәрендә һуғыш тынып торған араларҙа ҡеүәтле һалдат йөрәге менән яҙылған был шиғырҙар Тыуған илгә тәрән мөхәббәт һәм дошманға көслө нәфрәт менән һуғарылған. Шулай уҡ улар хәҙерге тыныс тормош, илде аяҡҡа баҫтырыу темаларына һәм Юғары Советҡа һайлауҙарға ҡарата яҙылған шиғырҙарын да уҡыны. Миңә бигерәк тә Рамазановтың “Зоя”һы оҡшаны, хатта ҙур тәьҫир ҡалдырҙы.

Осрашыу күңелле үтте. Беҙ уларҙың гел шулай килеп йөрөүҙәрен һораныҡ. Ҙур рәхмәт белдереп, Башҡорт мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре исеменән Башҡорт совет яҙыусылар союзына сәләм тапшырыуҙарын һораныҡ. Улар риза булып, килеп йөрөргә вәғәҙә итте һәм беҙгә йөкләмә итеп тырышып уҡырға ҡушты.

 

24 октябрь

 

Октябрҙең 30 йыллығына әҙерлек бара. Эш тығыҙ. Стенгәзиттәргә мәҡәләләр, шиғырҙар яҙам. Кис өлкән пионервожатый Хәжәр апа лозунгылар яҙыу өсөн мәктәпкә килергә ҡушты.

Комскомитет ултырышы бара. Шул уҡ бүлмәлә мин дә үҙ эшем менән булышам.

“Былар кәңәшмәләр, ултырыш йыя, план төҙөйҙәр, ләкин бер ниндәй ҙә яңылыҡ, берәй яҡшы нәмә уйлап тапмайҙар. Һаман бар бураҙнаны һуҡалайҙар...” – тип ҡуйҙым мин эстән генә.

Былтырҙан бирле: “Нисек берәй ҡулъяҙма журнал сығарырға? тип йөрөйөм, ләкин көс етмәне шул. Ниндәй ҙур эш булыр ине был. Юҡ, теләгемә ирешәсәкмен! Әле миндә, “бабай” булһам да, ҡайнап торған энергия, ялҡынланып торған дәрт бар! Быны мин ныҡ һиҙәм. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ниңә сыҡмай? Әллә беҙҙең арала талант эйәләре юҡмы? Бөйөк Пушкиндар ҙа бит лицейҙа уҡыған ваҡыттарында үҙҙәренең ҡулъяҙма журналдарын сығарған. Эйе, беҙ ҙә сығарасаҡбыҙ!”

Мин түҙмәнем, Хәжәр апа янына килдем дә:

– Хәжәр апа! Ни өсөн беҙҙә һаман журнал сығарылмай? Нисә ҡабат әйтеп ҡараным, бер ҙә, апа, иғтибар итмәйһегеҙ... – тип үпкәләгәнерәк тон менән өндәштем.

Хәжәр апа йылмайҙы. Күҙҙәрен ныҡлап текәне.

– Ысын әйтәм, апа, неужели көс етмәй шуға... Давай, апа, Октябргә ҡарата башлап сығарайыҡ!

Был һүҙҙәрҙе мин ысын, ихлас күңелдән һәм дәртләнеп, айырым бер көс менән әйттем.

Апа, ҙур ризалыҡ белдереп:

– Ҡыҙыҡ һеҙ, Ғарипов!.. – тине. Апаның былай “һеҙ” тип өндәшеүенән мин, әйтерһең дә, бер метрға үҫеп киттем! Рәхәт һәм яғымлы булды был “һеҙ” һүҙе. Йөрәктә ҙур дәрт уянды.

Ҡайтҡас уҡ, был журналды сығарыу өсөн әҙерләнергә, план төҙөргә, башлап сығарыу тураһында мәҡәлә яҙырға тотондом. Ә исеме нисек булыр һуң? Ул әҙер ине инде: “Сигнал”! Ниндәй матур исем! Бөтә нәмә тураһында сигнал биреп торасаҡ ул!

 

1948 йыл 3 февраль

...гә хат яҙҙым. Уның менән бәйләнеш VI класта уҡығанда уҡ башланғайны инде. Ләкин, үҙемдең “бабай” булыуыма ҡарамаҫтан, бер аҙ сиңерткәләнеп алғанлыҡтан, был бәйләнеш ваҡытлыса ағышын туҡтатып торғайны, ләкин беренсе иң саф мөхәббәттең ғүмерен сикләргә мөмкинме һуң инде!

Был эштәрҙе, үҙемдең “гонаһ” булғанлыҡтан, көндәлектән йәшереп килдем, ләкин бынан ары мөмкин түгел! Мөхәббәтте үҙе татымаған кеше генә белмәҫкә мөмкин...

 

1949 йыл 7 ноябрь

 

Байрам бөгөн

 

Бүлмәләге

Беҙҙең егеттәр

Төрөнмәгән

Ялтыр кейемгә.

Кейемһеҙ ҙә

Балҡып йәш йөрәктәр

Шатлығына илдең һөйөнгән.

Быйыл һуңғы йыл беҙ

Октябрҙе

Ҡаршылайбыҙ

Мәктәп, партала.

Студентлыҡ

Тиҙҙән ҡосор беҙҙе:

Вуздарыбыҙ

Үҙенә тарталар.

Их, һағындырыр мәктәп,

Һағындырыр,

Иҫкә төшәр

Яҡын иптәштәр.

Бер әсәнән тыуған

Бала кеүек

Йәшәнек беҙ

Гөрләп йәшлектә...

 

Рәми ҒАРИПОВ,

1950 йылғы сығарылыш уҡыусыһы,

Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

(Иҫтәлектәр “Киләсәккә юл ярам”, “Уҡыу океаны” китаптарынан алынды).

Читайте нас