

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рамаҙан Биккининдең исеме һеҙгә таныштыр? Эйе, моңло итеп "Кисер мине, әсәй, ғәфү ит" йырын башҡарған малай ул.
Былтыр бәләкәй артист XV "Маэстро Джаз" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында һәм "Сулпылар" республика телевизион йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 30-сы мәктәптә IV класта, шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбендә йыр һәм баян йүнәлештәрендә уҡыған малай былтырғы йыл аҙағында Мәскәүгә "Тауыш. Балалар" телешоуына кастингҡа барып, артабанғы турға үтеп ҡайтҡайны. Ғинуар аҙағында Рамаҙан уҡытыусыһы Виктория Павловна Аритҡолова менән йәнә баш ҡалаға сәфәр ҡылып, туғыҙынсы миҙгел телепроекты өсөн сығышын яҙҙырҙы. Үҙе әйтеүенсә, ул Юрий Шатуновтың "Глупые снежинки" йырын башҡара.
"Тауыш. Балалар" телевизион йыр конкурсы бөгөн Беренсе каналда башланасаҡ. Рамаҙандың ҡайһы көндә сығыш яһары билдәһеҙ, шуға күрә беҙгә, тамашасыларға, һәр йома кис тапшырыуҙы ҡарарға ғына ҡала. Быйылғы миҙгелдә конкурсанттарҙың остаздары йырсылар Егор Крид, Полина Гагарина һәм Баста буласаҡ.
Яҡташыбыҙға уңыш теләйек!
Фото: "Стерлитамакский рабочий".