Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 05:53

Тереләрҙең ҡәҙерен беләйек...

Шағир туған телен, илен яҡланы.

2022 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула. Ни бары 45 йәшендә китте ул арабыҙҙан. Үкенесле китте, һуңғы һулышына тиклем яңғыҙлыҡ тойғоһонан арына алмай китте. Башҡорт әҙәбиәте күгендә Рәми йондоҙо йылдар үткән һайын сағыуыраҡ балҡый. Ваҡыт үткән һайын уның йөҙөндә кемде юғалтҡаныбыҙҙы нығыраҡ аңлай барабыҙ. Бихисап үкенестәр өтә күңелде, тик баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе кире ҡайтарып ҡына булмай.

Шағирҙы тәү ҡат күреүем хәтерҙә уйылып ҡалған. Башҡорт дәүләт университетында беренсе курста уҡый инем. “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәге ойошторған шиғыр кисәһенә мине лә саҡырҙылар, түңәрәк етәксеһе Аҫылғужа ағай Баһуманов:

– Шиғыр әҙерләп кил, сығыш яһайһың, – тине.

Ниндәй шиғырымды уҡығанмындыр – хәтерләмәйем. Кисә ахырында эргәмә Рәми ағай Ғарипов килде.

– Бына “Башҡортостан ҡыҙы” журналының адресы. Мин шунда эшләйем. Шиғырҙарыңды ал да кил, баҫтырып сығарырбыҙ. Ә фоторәсемеңде журнал тышлығына бирербеҙ, – тине.

Билдәләнгән көнгә барҙым редакцияға. Унлап шиғырымды һайлап алдылар. Фотохәбәрсе, Рәми ағай һәм мин урамға сыҡтыҡ. Хәҙер мине фотоға төшөрөргә кәрәк бит инде.

– Ниңә сәсеңде үреп кенә килмәнең? Һинең толомдарың матур бит, – ти Рәми ағай.

Ә мин сәсте һуңғы мода буйынса түбәмә күбә һымаҡ өйөп ҡуйғанмын.

– Әллә редакцияға апайҙарың эргәһенә кереп, толомлап үреп сығаһыңмы? – ти шағир.

Мин редакцияға инергә, кемгә лә булһа мөрәжәғәт итергә оялам, сөнки прическа аҫтына ҡуш йоҙроҡтай йомарланған шиньон һалынған. Етмәһә, прическам үҙемә бик оҡшай бит әле. Шулай матур була, тип уйлағанмындыр инде.

Ҡыҫҡаһы, башыма “күбә” өйөлгән килеш төштөм фотоға. Рәсемде журнал тышлығына түгел, эскә, беренсе биткә ҙур итеп бирҙеләр.

Рәми ағай фотографҡа әйтеп ҡараны, тышлыҡҡа биргәндәй итеп төшөр, тип.

– Нет, не получается, она не фотогенична, – ти фотохәбәрсе.

Ысынлап та, миңә фотоаппарат йәки кинокамера төбәлһә, бар ғына булған кәйефем юғала ла ҡуя торғайны. “Фотогеничность” тигәнде тәки үҙләштерә алманым, күрәһең, тәбиғәттән биреләлер инде ул.

Рәми ағай беҙҙең Әбйәлил районында йыш була ине. “Йәйғор” түңәрәге ойошторған сараларға яңғыҙ ҙа килгеләне, бүтән шағирҙар менән дә ҡатнашты беҙҙең кисәләрҙә. Ул саҡтағы “Йәйғор”ҙоң бөгөнгө берекмәме, түңәрәкме “Йәйғор”ға бер ҡатнашлығы ла юҡ. 1973 йылда ла районда яҙышыусылар бик күп ине. Мәрхүм Вил ағай Ишмырҙин менән кәңәшләштек тә, “Осҡон” – “Искра” гәзиттәре редакцияһында әҙәби түңәрәк ойошторҙоҡ. Беҙҙең был идеяны оҙаҡ йылдар район гәзитендә мөхәррир булып эшләгән Мырҙахан Разай улы Шәмсетдинов күтәреп алды, һуңынан һәр төрлө ярҙам күрһәтте. Мин яуаплы секретарь булып эшләй инем, Өфөгә барып, әҙәби бит өсөн махсус клише эшләтеп алып ҡайттым. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең рәссамы Ислахов ағай клише өсөн бер тин дә алманы.

Шулай итеп, ай һайын, бәғзе мәлдәрҙә хатта айына икешәр тапҡыр башҡорт һәм рус телдәрендә әҙәби биттәр донъя күрә башланы. Ҡәләм тибрәткән йәштәр, йыш ҡына йыйылышып, кемебеҙҙең булһа ла әҫәрҙәрен тикшерәбеҙ, Өфөнән өлкән апай-ағайҙарҙы саҡырып, ауылдарҙа кисәләр ойошторабыҙ. Беҙҙең йүнәлтмә буйынса юғары уҡыу йорттарына киткән абитуриенттар уҡыуға конкурстан тыш ҡабул ителә ине.

Улар араһында бөгөнгө “Йәйғор”ҙоң ҡайһы бер ағзалары ла бар. Исеме киң танылған балалар яҙыусыһы Айһылыу Йәғәфәрова, шағир һәм композитор Азамат Усманов, Көйөргәҙе районында йәшәп ижад иткән күренекле әҙибә Сулпан Миңлебаева, һәр яҡлап оло талант эйәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә фажиғәле вафат булған Булат Әйүпов, шағирҙар Иван Лаптев, Николай Васильев, Марат Шакиров, Буранғолдан һәләтле шағир Булат ағай Мөлөков, Байыш яҡтарынан шәп хикәйәләр яҙыусы Мөхәмәт Моратов, Ишҡолдан Мансур Баһауов, Әбделмәмбәттән Радик Өмөтҡужин, Әүмештән, ҡаты сирле булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы көндәренә тиклем шиғырҙар ижад иткән, рәсем төшөргән Рәшит Гәрәев, бик өмөтлө Мәүҙиға Рәхмәтова, Зөһрә Кашапова, Фәнүзә Биктимерова һәм башҡалар тәүге әҫәрҙәрен “Йәйғор”ҙа баҫтырҙы. Хәйер, был һүҙ ыңғайы ғына. Ниәтем түңәрәктең эшмәкәрлеген бәйән итеү түгел.

Ул йылдарҙа әбйәлилдәр күренекле әҙиптәребеҙ Фәрит ағай Иҫәнғолов, Фәүзиә апай Рәхимғолова, Яныбай ағай Хамматов, Рамазан ағай Өмөтбаев, Роберт ағай Байымов, Гөлфиә Юнысова, Тимер ағай Йосопов, Ҡәҙим ағай Аралбаевты һәм башҡаларҙы яҡындан танып белде. Ә яҡташыбыҙ Әсхәл ағай Әхмәт-Хужа, әлбиттә, был исемлектә айырым урын алып торҙо.

Рәми ағай Ғариповтың юғарыла ултырған түрәләр тарафынан эҙәрлекләнеүе үтә көсәйгән осор ине. Уны башҡалар менән бергә саҡырһаҡ та, йышыраҡ яңғыҙы килде. Күрәһең, Яҙыусылар союзында шулай хәл иткәндәрҙер. Халыҡ ярата ине Рәми ағайҙы. Үтә баҫалҡы, хатта оялсан фиғелле Шағир, сәхнәгә шиғыр уҡырға сыҡһа, ҡырҡа үҙгәрә, дөрөҫлөктө туранан-тура шиғырҙары аша әйтеп биргән үткер ораторға әүерелә. Бында “һүҙ оҫтаһы” тип кенә әйтеү аҙ, һүҙ оҫталары күп, ә һәр кем оратор була алмай.

Яңғыҙ булды Рәми ағай, тормошо ла еңелдән түгел ине. Эш бирмәй йонсоттолар, тыуған районына ҡайтып та ҡараны, унда ла, күрәһең, танымай маташтылар, ҡабат Өфөгә килде. Өс баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине, ә ул эшһеҙ, аҡсаһыҙ. Хатта ҡәләмдәштәре араһында ла ҡыйырһытылып йәшәне, аҙаҡ, Рәми ағай мәңгелеккә китеп барғас, исеме кинәт балҡып, үлгәндән һуң киң танылғас, ҡасандыр унан йөҙ борған абзыйҙар ғәжәйеп талант эйәһе Рәми Ғариповтың яҡын “дуҫтарына” әйләнде.

Һуңғы мәртәбә вафат булырынан ай ярым самаһы элек кенә күрҙем Рәми ағайҙы.

– Баймаҡ яҡтарынан ҡайтып барам, һеҙгә лә һуғылырға булдым әле, – тип редакцияға килеп инде.

Дүшәмбе көн ине. Аҙнаһына өс сыҡҡан район гәзите өсөн иң ауыр көн. Мин типография менән редакция араһында йүгереп бушамайым, эш араһында ғына һөйләшеп алабыҙ, Рәми ағай арыған, талсыҡҡан ҡиәфәттә минең бүлмәмдә диванда ултыра. Хәҙер генә уйлайым, ә ул саҡта йәшлек менән иғтибар итмәгәнмен: асығып, һыуһап та килгәндер ҙә инде Баймаҡтан Әбйәлилгә тиклем, ниңә шунда йәнтәслим булып гәзит эшенә йүгерергә ине, алып ҡайтып сәй эсереп ебәрһәм дә була ине бит, тип үкенәм. Мырҙахан Разай улы Рәми ағайҙың яҡташы ине, замандашы ла, яҡшы таныштар, ниңә ул да уйламаны икән, тип аптырайым.

– Шиғырҙар яҙыламы? – тип һорағаны хәтерҙә.

– Юҡ, Рәми ағай, яҙылмай, – тинем.

– Шиғырҙы ғашиҡ булған кеше генә яҙа, Гөлшат, – ти.

Самолеты бер тирәһендә ине, редакция машинаһы Бөйөк Шағирыбыҙҙы Магнитогорск аэропортына илтеп ҡуйҙы.

Күп тә үтмәне, Рәми ағайҙың үлеме хаҡында ишеттек.

Бөгөн китаптар яҙыла, фильмдар төшөрөлә, быға шатланырға ғына кәрәк. Тик Рәми ағай ғына үҙенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәтте күрмәй китте. Ул әрһеҙерәк булһа, бәлки, хаяһыҙ бәндәләрҙең тештәре лә үтмәҫ, шул дәрәжәлә кәмһетеүҙәргә, бинахаҡ ғәйепләүҙәргә дусар ҙа булмаҫ, бирешмәҫ тә ине, тип тә уйлап ҡуям. Баҫалҡы, намыҫсан ине, халҡы, иле, теле өсөн янған оло Шағир ине. Шағир туған телен, илен яҡланы, ә уны яҡлаусы табылманы...

 

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

                Ҡыш әкиәте

 

Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй,

Мин шыуған һайын.

Ә саңғыһыҙ шыуа күктән

Нур ҡойған айым.

Әкиәттәге кеүек урман!..

Күгелйем төҫлө.

Ҡарға сумған ҡарағайҙар

Шундай хуш еҫле!

Гүйә, күктән ҡайындарға

Яуған йондоҙҙар –

Ем-ем килеп емелдәшә

Елбәҙәк ҡарҙар.

Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай,

Алдымдан елә.

Ҡыуып етеп, көрткә үҙен

Күмәһем килә.

Алһыу алма һымаҡ янған

Уның биттәре,

Бәҫ һарыған сәс толомон,

Күҙ керпектәрен…

Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән

Ҡыуам да ҡыуам.

Юҡ, мин һине тапмайынса

Һис тә туҡтамам!..

Тик һин төштә булһа ла күр

Яңғыҙ эҙемде,

“Яратам” тип ҡарға яҙған

Ҡайнар һүҙемде!..

 

 

                Һүҙем бар

 

Елдәр булып иҫәм иҫкәндә,

Гөлдәр булып үҫәм үҫкәндә:

Һыуҙар булып ағам аҡҡанда,

Тауҙар булып баҫам баҫҡанда.

Әйтер һүҙем – иҫкән елдәрҙә,

Күрер күҙем – үҫкән гөлдәрҙә,

Яҡты уйым – ағыр һыуҙарҙа,

Мыҡты буйым – ғорур тауҙарҙа.

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар,

Йөрәгемдә ерҙең йыры бар,

Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар,

Шуға минең әйтер һүҙем бар!..

Читайте нас