

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районының Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.
Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А.М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә. 1955 йылда Рәми Ғарипов “Совет Башҡортостаны” гәзитенә урынлаша. Бер ни тиклем ваҡыт Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм “Ағиҙел” журналы редакцияһында ла эшләп ала.
1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында өс йыл комсомол комитеты секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире була. Аҙаҡ яҙмышын яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзите менән бәйләй. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.
Рәми Ғарипов Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, ә Өфөлә белем алғанда әҙәби түңәрәктә әүҙем ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.
Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре – 1950 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылған “Ленин” тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы – “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъя күрә һәм матбуғатта ыңғай баһа ала. Шулай ҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан “Таш сәскә” исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.
Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан-китапҡа уның шиғриәтендә халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән фәлсәфәүи лирика, халыҡсан юмор көсәйә.
Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтың ҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса – новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.
Рәми Ғарипов үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.
Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым-асыҡ. Ул Пушкиндан, Лермонтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйәмдән, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Ғамзатовтан һәм башҡа һүҙ оҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш, Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡ шиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. “Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли мәҙәниәт үҫеше өсөн иң кәрәкле ғәмәлдәрҙең береһе тип һанайым һәм был йүнәлеште ахырғаса дауам итәсәкмен”, – тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов.
Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат була. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелә. Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ була.
Туған тел
И туған тел, и матур тел,
Атам-әсәмдең теле!..
Туҡай.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Уҡытыусыма
Мәрйәм апайға.
Ниндәй бәхет –
Фекерең уртаҡ булған,
Аңлай торған
Кеше табыуы.
Шатлығымдан
Бик-бик түбән булыр
Бейеклеге Урал тауының.
Шиғырһыҙ ҙа
Һеҙ бит аңлайһығыҙ
Йөрәгемдең
Иң саф хистәрен.
Онотмамын
Һеҙҙе, Мәрйәм апай,
Килгәндә лә
Ғүмер кистәрем.
Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, –
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы –
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ
Яҡты була,
Тиҙ булһа ла
Йәшен йәшнәүе.
Ниндәй гүзәл,
Бер көн
Булғанда ла
Кеше булып
Ерҙә йәшәүең!
1950 йыл.
Рәми ҒАРИПОВ
Яңғыраһын оран-йыр булып!
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Рәми ағай Ғариповтың
яҡты иҫтәлегенә.
Был мәдхиәм һиңә бағышлана,
Яңғыраһын оран-йыр булып.
Күкрәгеңде ярып, урғып аҡҡан
Шиғри юлдарыңа ҡушылып.
Һиңә Хоҙай мулдан бүләк иткән
Илгә һөйөү, хеҙмәт шатлығын.
Ҡыҙғанмайса биргән көс, ҡыйыулыҡ,
Батырлыҡ һәм күңел сафлығын.
Тетрәндерә рухи табыштарың
Халҡым яҙмышына арналған.
Туған телем, ерем данлай-данлай
Киңлектәргә улар юл ярған.
Шиғырҙарың данлай Ватанымдың
Нәҙек билле һылыу ҡыҙҙарын.
Шаңдау һымаҡ алыҫтарға илтә
Батырҙарҙың ҡурай моңдарын.
Шиғырҙарың, Рәми ағай, маҡтай
Ҡоштарымдың моңло һайрауын.
Ҡаялағы бөркөт тауыштарын,
Болондарҙа салғы сыңлауын.
Улар өндәй беҙҙе изгелеккә,
Татыу башҡорт илен яҡларға.
Ер-әсәнән беҙгә бүләк булған
Урал, Ағиҙелде һаҡларға.
Шағир ағай, һинең васыяттарҙы
Халҡым, илем, шөкөр, ишеткән:
Телем, ерем, илем киләсәге
Ныҡлы аҙым яһай ишектән.
Ғорурлана һинең менән бөгөн
Бөтә халыҡ – оло-кесеһе.
Тотош Башҡортостанымда уҙа
Һине иҫкә алыу кисәһе.
Күкрәгеңде ярып, урғып сыҡҡан
Шиғырҙарың бөгөн ҡушылып,
Яңғыраһын йәнә киңлектәргә,
Күңелдәрҙә оран-йыр булып!
Рәмзилә ИСЛАМҒӘЛИЕВА.
Саҡмағош районы,
Саҡмағош ауылы.