

“Китап бүләк итеү ҙә бит - бәхет, Китап ҡәҙерен белгән кешегә!" З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошондай исем аҫтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-музыкаль кисә һәм атаҡлы шағирҙың архивы материалдарынан торған үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолдо. Был бөгөн баш ҡалабыҙҙа Халыҡ шағиры иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тантаналы сараларҙың дауамы ине.
Сарала шағирҙың улы менән ҡыҙы, рәсми вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.
Кисәне асып, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны. Ул йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән тәбрикләп, шағирҙың ижадын мәңгеләштереүгә арналған эштәр тураһында һөйләп үтте. "Рәми Ғарипов юғарылығындағы шағир йөҙ йылға бер тыуалыр. Минең өсөн ул – гений", – тине Азат Шамил улы. – Рәми Ғарипов халыҡҡа ниңә шул ҡәҙәре яҡын, тигәнгә күбеһе, "халҡы, теле өсөн янып йәшәүе менән", тиер. Ә мин былай тип өҫтәр инем: ижадындағы ихласлығы менән".
Артистар әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция тулҡынландырғыс хәтер сараһының бер биҙәгенә әйләнде. Бында шағирҙың әҫәрҙәре яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.
Күренекле әҙибебеҙгә бағышланған “Шағир көндәлеге” фильмының тизеры ла (кино менән таныштырыу өсөн эшләнгән ҡыҫҡа видеоролик) күрһәтелде. Был фильм – Рәми Ғарипов билдәһе аҫтында барған йылдың иң көтөлгән ваҡиғаһы.
Шағирҙың уникаль архивы – ҡулъяҙмалары, бүләкләү ҡағыҙҙары, китаптары, башҡа шәхси әйберҙәренән торған күргәҙмәне ҡарау үҙе бер тулҡынландырғыс та, кинәнес биргән дә мәл булып ҡалды. Күргәҙмә менән шағирҙың улы Азамат Рәми улы таныштырҙы.
Үҙ халҡының, еренең, иленең тоғро улы, ысын Шағир иҫтәлегенә бағышланып, үҙе яҡты донъяға тыуған көндә үткәрелгән саралар уның рухын ҡыуандырһын. Ҡыҫҡа ғүмеренең, ҡайнар, сағыу ижадының яҡты йондоҙ булып халҡы күңелен яҡтыртып торғанын тоялыр, моғайын, Шағир рухы, тоялыр. Февралдең ошо яҡты көнөндә, кисә барған мәлдә талғын ғына булып йомшаҡ аҡ ҡар яуа башлауы - шуның билдәһелер, бәлки?.. Ғүмеренең ахырынаса йөрәгендә халҡына ҡарата миһырбанлы бала һөйөүе йөрөткән әҙиптең тыуған еренә яуҙырған бәрәкәт билдәһе.
Юлай Кәримов һәм автор фотолары.