Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраль 2022, 12:00

Эш тиҙ арала башланырға тейеш

Өфөлә оҙаҡламай Федор Шаляпин исемендәге һәм Ҡайтарылған исемдәр музейы барлыҡҡа килергә тейеш. 

Эш тиҙ арала башланырға тейешЭш тиҙ арала башланырға тейеш
Эш тиҙ арала башланырға тейеш

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт темаһын иғтибарға алды. Һүҙ Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге һәм Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу мәсьәләһен тиҙләтеү тураһында барҙы.

Шәмбе көндө Радий Хәбиров Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында поляр экспедицияһында ҡатнашыусылар менән аралашҡайны.

– Мин был музейҙа булып, кешеләр менән аралаштым. Әле унда беҙҙең тағы ике бина бар. Унда Шаляпин исемендәге һәм Ҡайтарылған исемдәр музейы асырға ҡарар иткәйнек. Тик ни эшләптер кәрәкле динамика әле һаман юҡ кеүек, – тине Радий Хәбиров.

Ул был мәсьәлә менән Премьер-министр Андрей Назаров, вице-премьер Азат Бадранов һәм Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға шөғөлләнергә, ошо арала кәңәшмә үткәрергә ҡушты.

– Унда финанстар менән дә һорау бар. Был тема буйынса йөкләмәләр бирҙем. Беҙ оҙаҡҡа һуҙмай Шаляпин музейын ойоштора башларға тейешбеҙ, унда бик һәйбәт музей килеп сығырға тейеш. Шулай уҡ Ҡайтарылған исемдәр музейы буйынса ла уйланайыҡ. Теге йәки был сәбәптәр буйынса онотолған кешеләрҙе беҙгә халыҡҡа ҡайтарыр, танытыр кәрәк. Бында ла финанслау мәсьәлһен хәл итер кәрәк. Был бик мөһим эш, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: gorsovet-ufa.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас