Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраль 2022, 16:30

"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Рәми Ғарипов һәм уның ижадына ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлеште.

"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!""Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповҡа һәм уның ижадына ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлеште.

"Үткән шәмбелә Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған саралар башланды. Радий Фәрит улы Хәбиров һәм республика Хөкүмәте ағымдағы йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадын популярлаштырыу буйынса етди эш планлаштырҙы.

Мәҫәлән, "Китап" нәшриәтендә быйыл шағирҙың тормошо һәм ижадына бағышланған биш китап нәшер ителәсәк. "Минең Рәми" исемле ҙур конкурс асылды. Рәми Ғариповтың балалары менән уның һанлаштырылған архивын төҙөүҙе планлаштырабыҙ, ул һәр кемгә асыҡ буласаҡ. Архив фондтарында шағирҙың көндәлектәре, хаттары, тәржемәләре һәм, әлбиттә, шиғырҙары буласаҡ, уларҙың күбеһе әлегә тиклем донъя күрмәгән.

Милли китапханала ғаилә архивы күргәҙмәһе асылды. Ундағы материалдар Рәми Ғариповтың иҫ киткес эшһөйәр булғанын күрһәтә. Тәржемәләр, шиғырҙар йә фольклор экспедицияларынан материалдар – барыһы ла академик ентеклелек менән эшләнгән.

Рәми Ғариповтың көндәлектәре, биографияһы Томас Эдисондың атаҡлы әйтемен раҫлай: гений – ул бер процент илһам һәм 99 процент ауыр хеҙмәт.
Радий Фәрит улының ғәҙәти булмаған да, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа алымы, йәғни шағирҙың әҫәрҙәрен рус телендә Рәсәй актерҙары башҡарыуында сығарыу – йәмәғәтселектең иғтибарын Рәми Ғариповтың тәрән һәм уникаль лирикаһына йүнәлтте.

Рәми Ғарипов шиғырҙары көсө менән Көмөш быуат авторҙарыныҡына тиң. Юҡҡа ғынамы ни уның ижадын йыш ҡына Сергей Есениндыҡы менән сағыштыралар.
Рәми Ғарипов – башҡорт поэзияһы генийы. Шуға ла уның ижадын асыу һәм популярлаштырыу шәхсән мине илһамландыра, ҡыуандыра.

Шуның менән бергә, һәр атаҡлы шәхес менән булғанынса, Рәми Ғариповтың тормошо дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәттәр, йәғни уйҙырмалар менән тулы (тап шуға ла быйыл уның Р. Бикбаев тарафынан яҙылған биографияһын ҡайтанан баҫтырабыҙ. "Диванда ултырып" ҡына фекер туплаған эксперттарҙың 600 битлек китапты уҡып сығырына шик бар, әлбиттә).

Рәми Ғариповтың 60-сы йылдар быуынының ("шестидесятники") сағыу вәкиле икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Уның ихласлығы, дөрөҫлөктө тура бәреп әйтеүе, идеялылығы шунан киләлер, моғайын. Шуның өсөн дә ул күп замандаштарына оҡшап етмәй, уларҙың ҡайһы берҙәре шағирға мөһөр һуғырға, исемен бысратырға тырыша. Әлбиттә, шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙенең ижадына ҡарата ҡаты, ләкин ғәҙел тәнҡит оҡшаһын?! (Провинцияла һин йә "бөйөк"һөң, йә бөтөнләй шағир йәки яҙыусы түгелһең). Әммә тап шуның өсөн дә йәш ҡәләм тирбәтеүселәр Рәми Ғариповҡа тартыла.

Шағир үҙе тере булғанда уҡ яҙыусылар йәмғиәте, партия органдары бөтә был ғәйепләү, мөһөр һуғырға тырышыуҙарҙы асыҡлай. Шуға ла Милли китапханаға барып, шағирҙың партия билеты менән таныша алаһығыҙ.

Киң йәмәғәтселектә шундай ялған фекер йәшәп килә: имеш, Рәми Ғариповты "милләтселек" өсөн Яҙыусылар союзынан ҡыуалар. Ә ундай факт бөтөнләй булмаған. Шағир ғүмеренең ахырына тиклем Союз ағзаһы булып ҡала. Унан да бигерәк, ул саҡтағы йәш яҙыусы Михаил Чвановты Яҙыусылар ойошмаһына алыу тураһында ла хәстәрләп йөрөй ул (Өфөлә бөгөн кем Аксаков фондын төҙөүсегә ҡарағанда ла "русыраҡ"?!) Был турала Михаил Андреевич Рәми Ғариповты тәрән йылылыҡ менән иҫкә алып, миңә үҙе һөйләгәйне.

Рәми Ғариповтың тормош юлын өйрәнеү һәм ижадын популярлаштырыуға арналған йылдарҙа мин шуны аңланым: "милләтсе Рәми Ғарипов" тап милләтселәргә кәрәк тә, был уларҙың үҙҙәренең кәмселеген аҡлар өсөн ҡулай.

Башҡорт халҡы иһә Рәми Ғариповты ул үҙе иҫән саҡта уҡ ғәҙеллеге, ихласлығы өсөн ярата. Был сифаттары уның һәр шиғырында ярылып ята.

Бөгөн беҙ йәмғиәткә Рәми Ғариповты – үҫеп килгән быуынды үҙең өҫтөндә көндәлек эш алып барырға илһамландырған, тормошҡа ҡарата еңеүсе фәлсәфәһе тип аталған мөнәсәбәт булдырған генийҙы – бирергә тейешбеҙ", – тип яҙҙы Азат Бадранов.

Фотолар: vk.com/a.badranov

"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
"Шағир, яҙыусыларҙың кемеһенә үҙ ижадына ҡарата ҡаты тәнҡит оҡшаһын?!"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас