

...Тирә-яҡты солғап алған ҡараңғылыҡ яңы ғына тарала башлаған сихри мәл. Бар тәбиғәт саҡ төнгө йоҡоһонан уяна ғына әле. Көтмәгәндә ҡайҙалыр алыҫта аҙан тауышы яңғыраны. Әйтерһең дә, был моң тиҙҙән яҡты таң тыуасағы һәм тағы бер ҡабатланмаҫ көн башланасағы тураһында һөйләне. Ниңәлер бөгөнгө әңгәмәсемдең ижады миңә тап ошо иртә таңда яңғыраған аҙан тауышын хәтерләтте.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Лира Яҡшыбаеваның исеме Башҡортостан ғына түгел, тотош Рәсәй китап уҡыусыларына ла яҡшы таныш. Уның Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәйеди кеүек халҡыбыҙҙың мәшһүр дини шәхестәре тураһында китаптарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Ә әҙибә үҙенең һәр әҫәрендә беҙҙе матурлыҡҡа, сафлыҡҡа, иманға өндәй, үткәнебеҙҙе онотмаҫҡа, тәбиғәтебеҙҙе иң ҡиммәтле ҡомартҡылай күреп һаҡларға һәм ҡурсаларға саҡыра.
Бөгөн 75 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылаған яҙыусы менән беҙ уның бала сағына, йәшлегенә сәйәхәт ҡылдыҡ, быға тиклем бер кемгә лә асмаған күңел серҙәрен ишеттек. Әммә, иң мөһиме, ҡайһы саҡта был тормошобоҙҙа аңлатып булмаҫлыҡ мөғжизәләргә лә урын барлығына һәм яҡтылыҡтың барыбер ҡараңғылыҡты еңәсәгенә тағы бер ҡабат инандыҡ.
– Лира Миңләхмәт ҡыҙы, һеҙҙең бала саҡ иленә ҡайтып әйләнәйек әле. Шул осорҙан күңел һандығығыҙҙа ниндәй хәтирәләр ҡалған?
– Бала сағым Ғафури районының Сәйетбаба ауылында үтте. Иң иҫтә ҡалған хәтирәләрҙең береһе – бер мәл атайым менән әсәйем ҡунаҡҡа китте. Миңә ете йәш тирәһе булғандыр. Беҙ Зимфира һеңлем һәм Камил ҡустым менән өйҙә яңғыҙ ҡалдыҡ. Урамда һалҡын ҡыш ине, шуға ла мейескә ныҡ итеп ут яҡҡанбыҙ һәм көтмәгәндә алдында ятҡан утынға ялҡын төшөп янып китте. Ә ишек тыштан бикле. Ни эшләргә? Мин оҙаҡ уйлап торманым – тәҙрәне яра һуҡтым да ике туғанымды ла шуның аша тышҡа ырғыттым һәм күршеләребеҙгә йүгерҙем. Улар утты ваҡытында һүндереп өлгөрҙө. Атайым менән әсәйем ҡайтып ингәс, бик ныҡ ҡурҡты, шул уҡ ваҡытта имен-аман булыуыбыҙға шатланды, әлбиттә. Атайымдың мине: “Эй, ҡыҙым, ҡайһылай ҡыйыу икәнһең”, – тип маҡтағаны иҫемдә ҡалған.
– Иҫ киткес, ете йәштә шундай хәл иткес мәлдә юғалып ҡалмағанһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә сая булғанһығыҙҙыр инде...
– Ысынлап та, бала саҡтан ҡыйыу аҙымдар яһауҙан ҡурҡманым. Мәҫәлән, бишенсе класты тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) барырға булдым. Белем алыу теләге бик көслө ине. Бының өсөн үҙем Красноусольскиға барҙым һәм, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә инеп, йүнәлтмә һораным. Әммә мине Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар йортона ебәрҙеләр. Ауылымды һәм яҡындарымды һағынып, бер осор төшөнкөлөккә бирелеп алғаным хәтеремдә, әммә балалар йорто беҙҙең өсөн ҡабатланмаҫ тормош мәктәбенә әйләнде. Унда ла мине, күп тә үтмәй, дружина советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар.
– Лира апай, был саялыҡ һеҙгә кемдән күсте икән?
– Атайым Миңләхмәт Ишбулды улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, офицер, бихисап орден һәм миҙалдар кавалеры ине. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, математиканан белем бирҙе. Уҡыусылары һаман да уны ныҡ ихтирам итә, хатта һәйкәл ҡуйҙылар. Әсәйем Мәүғиҙә Камал ҡыҙы колхозсы ине. Ә мин әсәйемдең әсәһе – Хәйерниса өләсәйемә тартҡанмындыр, тим. Шул тиклем тәрән аҡыллы, дини кеше ине, оҙон ғүмерле булды – йөҙ йәшкә тиклем йәшәне. Эй мине ярата торғайны. “Ҡыҙым, иғтибарлы булһаң, һәр ерҙә Аллаһтың билдәһен күрерһең, тауҙарға ҡара әле, уларҙа ла Аллаһ тип яҙылған бит”, – тип һөйләй торғайны. “Сәскәләрҙе сәбәпһеҙгә өҙмә, улар Аллаһы Тәғәләгә тәсбих әйтә”, – тип өйрәтер ине. “Мәктәптә Аллаһ юҡ тип әйтһәләр, ышанып ҡуйма, Аллаһы Тәғәлә бар ул”, – тип тыҡығаны ла иҫемдә. Камал олатайым да бик тырыш кеше булды – йәшелсәһен дә үҫтерҙе, умарта ла тотто. Келәтендә батман-батман бал ултырҙы. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек күрҙеләр, улар өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер инеләр. Ҡаранйылға ауылының иң абруйлы кешеләренән һаналдылар.
– Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу һеҙҙә бала саҡтан барлыҡҡа килдеме?
– Бик тасуири итеп шиғырҙар һөйләгән Заһира апайым бар ине, уны бөтәбеҙ ҙә асҡан ауыҙыбыҙҙы ябырға онотоп тыңлай торғайныҡ. Тап уның ыңғайына әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянғандыр ҙа. Беҙҙең яҡта тәбиғәт бик матур бит. Йәй етеү менән емеш-еләк йыйырға сығабыҙ, шунда туҡтап, шишмәләрҙең һыуын эсәбеҙ. Ә уларҙың һәр береһенең үҙенә генә хас тәме бар – шуға хайран ҡалып ғәжәпләнәбеҙ. Әлбиттә, шул шишмәләргә бағышлап шиғыр ижад итеп ҡараған булабыҙ.
Студент йылдарында китапхананан сығышмай торғайным. Рәсәй генә түгел, сит ил әҙәбиәтен дә күп уҡыным. Ҡайһы бер яҙыусыларҙы уҡып сығам да, әҫәр яҙһаң, бына уның кеүек яҙырға кәрәк, тип үҙемә һығымта ла яһай торғайным.
– Тормош иптәшегеҙ Вәхит ағай Яҡшыбаев менән танышыуығыҙ нисек булды?
– Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Беҙҙе Ейәнсура районына фольклор өлгөләрен йыйырға ебәргәйнеләр. Шунда бер егет мине урланы – апаһының йортондағы бүлмәгә индереп бикләне лә ҡуйҙы. Беҙ өс ҡыҙ инек. “Лира ҡалһа ғына, һеҙҙе сығарам”, – ти бит был. Тегеләр мине йәлләп торманы, яңғыҙымды ҡалдырып ҡайтты ла китте. Бер аҙҙан мин дә нисектер сараһын табып, ҡасып сығып киттем. Хәҙер нимә эшләргә? Күптән кис еткән, ауылда бер кемде лә белмәйем. Аптырағас, клубҡа киттем, ә унда йәштәр араһында Вәхит тә бар. Уны ауыл йәштәре менән осрашыуҙа күргәйнем, беҙгә гармун уйнап ишеттергәйне. Башҡа бер танышым да юҡ бит инде, уға барыһын да аңлатып бирҙем. Вәхит яңғыҙымды ҡалдырманы, таңға ҡәҙәр янымда булды. Иртәнсәк мине автобусҡа ултыртып, Өфөгә ҡайтарып ебәрҙе.
Беҙ уның менән шулай танышып киттек. Мин – Башҡорт дәүләт университетында беренсе курсты, ә ул ауыл хужалығы институтында өсөнсө курсты тамамлағайны. Бик етди егет ине, спорт менән шөғөлләнде. Ике йыл буйы уны һынап йөрөнөм әле. Мәҫәлән, бер йәй күл буйына һыу инергә төштөк. Ә унда бик матур булып томбойоҡ сәскәләре үҫә. Был миңә шуларҙы бүләк итәм тип һыуға төшөп китте. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, ниһайәт, сәскәләр тотоп килеп сыҡты. Баҡһаң, уларҙың һабаҡтары һәм тамырҙары тимерсыбыҡ һымаҡ ҡаты була икән, быны сырмап алған да ҡуйған, саҡ ысҡынып килеп сыҡҡан. Уныһын аҙаҡ ҡына һөйләне әле. Был ваҡиға ла уға ҡарата ихтирамымды бермә-бер арттырҙы ғына.
Институтты тамамлағандан һуң уға Баймаҡ районының “Йылайыр” совхозына йүнәлтмә бирҙеләр. “Өйләнешәйек тә бергә китәйек”, – тип ул миңә тәҡдим яһаны.
Беҙ өйләнешкәс, Вәхит “Йылайыр” совхозында эш башланы. Мин ситтән тороп уҡыуға күстем. Тормош иптәшем балалары һәм минең өсөн өҙөлөп торған кеше булды. Һәр эште еренә еткереп башҡара, намыҫлы, шуға ла уны ныҡ ихтирам иттеләр. Совхозда баш инженер булып эшләне, һуңынан Баймаҡ район комитетының икенсе секретары итеп тәғәйенләнде. Аҙаҡ Бөрйәнгә беренсе секретарь итеп ебәрҙеләр.
Бөрйәндә эшләгән осорона айырым туҡталғым килә. Ул мәлдә был районда төпкөл ауылдарға һаман да ат юлы ғына бар ине. Ағиҙел аша күпер юҡлыҡтан халыҡ паром менән сығып йөрөнө. Вәхит ошо мәсьәлә буйынса ул саҡтағы республика етәкселегенә мөрәжәғәт итте. Тиҙҙән Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлдө һәм бөтә төпкөл ауылдарға юл һалынды.
Вәхит үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдә болғаныш башланыуын, партияның юҡҡа сығыуын бик ауыр кисерҙе. Колхоз-совхоздарҙың бөлгөнлөккә төшөүен, баҫыуҙарҙың эшкәртелмәй ятыуын күреп, кәйефе ҡырыла ине.
Өс балаға ғүмер бирҙек. Илдар улым Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамланы, бөгөн баш ҡалала төпләнгән. Ҡыҙым Гөлнара Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Кинйә улым Илшат 21 йәшендә генә фажиғәле рәүештә яҡты донъяны ташлап китте. Шиғырҙар ижад итә ине. Вәхит был ҡайғыны күтәрә алманы...
– Лира апай, һөнәрегеҙ буйынса һеҙ уҡытыусы бит әле, күп әҫәрҙәрегеҙҙә мәктәп тормошо һүрәтләнә...
– Эйе, 34 йыл дауамында уҡытыусы булып эшләнем. Бөгөн дә уҡыусыларым менән бәйләнеш тотам – улар мине онотмай. Әйткәндәй, әҙәбиәткә килеүемдә уҡытыусы булып эшләүемдең дә йоғонтоһо булды. Баймаҡта 3-сө мәктәптә уҡытып йөрөгәндә, бер мәл Зәйнәб Биишеваның 80 йәшлек юбилейын үткәрергә булдыҡ. Үҙем сараның сценарийын яҙҙым. Зәйнәб апайҙы өйөнә барып саҡырырға ҡарар иттем. Иртәнсәк поезд менән Өфөгә барып төштөм, кисен кире ҡайтырға сығырға кәрәк. Зәйнәб апай бик йылы ҡаршы алды, көн буйы аралашып ултырҙыҡ. Мин әҙибәнең ижадын бик яҡшы белә инем, әҙәбиәт тураһында үҙемдең фекерҙәрем менән дә уртаҡлаштым. Шул ваҡытта Зәйнәб апай: “Һиңә яҙыусы булырға кәрәк”, – тине. Бик матур итеп оҙатты, һуңынан да хаттар яҙыштыҡ. Уларҙы аҙаҡ Күгәрсен районындағы музейға тапшырҙым. Үкенескә ҡаршы, әҙибә осрашыуға килә алманы. Шулай булһа ла уның юбилей кисәһен бик матур итеп үткәрҙек.
Бынан һуң Зәйнәб апайҙың “һин яҙыусы булырға тейеш” тигән һүҙҙәре һәм ижад итеү теләге күңелемде өйкәп тик торҙо. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләрем баҫыла ине, ә бына әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотондом. Уҡытыусы булғас, дәфтәр тикшерәһең, мәктәп эштәре менән сабаһың, бынан тыш, ғаиләңде, балаларыңды хәстәрләйһең, аш-һыу әҙерләйһең, мал-тыуар ҡарайһың – ижадҡа ҡайҙан ваҡыт табырға?
Әммә бер мәл тормош иптәшем вафат булып ҡалды, балаларыбыҙ үҫеп таралышып бөттө, мал-тыуарҙы ла һатып ебәрҙем һәм яңғыҙым торҙом да ҡалдым. Шул саҡта мәктәп тормошона арналған “Бәхетең үҙең менән” тигән тәүге әҫәремде ижад иттем. Күренекле ғалим Рафаэль Аҙнағолов хатта “дәүләт премияһына лайыҡ булырлыҡ әҫәр” тип баһалағайны. Уның тәнҡит мәҡәләһе “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының ике һанында баҫылып сыҡты.
– Был һеҙҙең өсөн ҙур этәргес булғандыр, моғайын...
– Ысынлап та, шунан һуң ижадҡа ныҡлап тотондом. 2005 йылда “Һылыу ҡарағас” тигән тәүге китабым баҫылды. Унда бер уҡытыусының ҡатмарлы яҙмышын һүрәтләнем. Һуңынан был әҫәремде пьеса итеп тә яҙҙым. Бер аҙҙан балалар өсөн “Исемем Салауат булһын” тигән китабым донъя күрҙе. Яҙмышыма ҙур йоғонто яһаған Стәрлетамаҡ балалар йорто тураһында “Ашҡаҙар вальсы” китабын сығарҙым. Юмор һәм сатира ижад итергә теләгем бик көслө ине. Сатирик хикәйәләр яҙа башланым, хатта “Һәнәк” журналының лауреаты итеп тә билдәләнеләр.
– Лира апай, һеҙҙе бөгөн уҡыусылар иң тәүҙә халҡыбыҙҙың дин әһелдәренең тормошон өйрәнеүсе тип белә...
– Мөжәүир хәҙрәт көн иткән Манһыр ауылы “Йылайыр” совхозынан 20 саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Әүлиә 1967 йылда вафат булһа, беҙ бында 1968 йылда күсеп килдек. Ҡайҙа ғына бармайбыҙ, һәр ерҙә халыҡ уның тураһында һөйләй, хөрмәтләп иҫкә ала, хәтирәләре менән уртаҡлаша. Әлбиттә, ул саҡта Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙырға уйламай ҙа инем әле.
2000 йылдар башында бер осрашҡанда таныш уҡытыусылар: “Лира апай, һин Мөжәүир хәҙрәт тураһында китап яҙ әле. Ванга, Мессинг кеүектәрҙе көн-төн тимәй зәңгәр экрандан күрһәтәләр, ә беҙҙең хәҙрәт уларҙан көслөрәк булған бит. Уға барған һәр кем һауығып ҡайтҡан”, – тип тәҡдим итте. Ижад итә башлаған мәл, йәғни хикәйәләрем республика баҫмаларында баҫыла башлаған осор. Тәүҙә барыбер был эшкә тотонорға йөрьәт итмәнем, әммә тегеләр өгөтләүен дауам итте. Тамсы тама-тама ташты тишә, тиҙәр. Баҙнат итеп Мөжәүир хәҙрәт тураһында әҫәрҙең “Аманат” тигән бүлеген яҙып ҡараным.
– Мөжәүир хәҙрәт тураһында китапты халыҡ нисек ҡабул итте?
– Үтә лә яраттылар, хатта быны үҙем дә көтмәгәйнем. Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Хәйбулла районынан бер мәл бағымсы Нурия инәй шылтырата. Китапты уҡып сыҡҡан да минең менән осрашырға теләй икән. Килешкән көндә был ике ҙур тоҡ тотоп килеп инде, ә мин “Ниңә тоҡ күтәреп йөрөй икән?” тип эстән генә ғәжәпләнеп баҫып торам. Теге шул саҡ тоҡтоң береһен бушата башланы, ә унда нимә генә юҡ: дебет шәл, күлдәклек, яулыҡ һәм башҡалар. Икенсе тоҡ иһә туп-тулы күстәнәс: ҡаҙ, һөт-ҡаймаҡ, сәй, кәнфит, һанап бөтөрлөк түгел инде... “Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙғаның өсөн рәхмәт әйтергә килдем”, – тине Нурия инәй. Үҙе ныҡ көслө дауалаусы ине. “Һин бағымсы булырға, ғүмереңде кешеләрҙе дауалауға арнарға тейешһең, тип миңә иң тәүҙә Мөжәүир хәҙрәт әйтте”, – тип һөйләгәне һаман да хәтеремдә. Эйе, Мөжәүир хәҙрәт тураһында китап баҫылғас, бик күптәр шулай рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Ә һуңынан күңелегеҙҙә халҡыбыҙҙың башҡа күренекле шәхестәренең яҙмышын өйрәнеү теләге тыуғандыр инде...
– Мөжәүир хәҙрәт тураһында китап сыҡҡас, бер серле төш күрҙем. Ун ике әүлиә мине үҙҙәренең янына саҡырып алды ла: “Ҡыҙым, беҙҙең турала яҙ!” – тине. “Һеҙҙең турала нисек яҙайым, тормошоғоҙ тураһында бер нәмә лә белмәйем бит”, – тип яуапланым тегеләргә. “Ярҙам итербеҙ, борсолма. Бына ошонда беҙҙең турала бөтәһе лә яҙылған”, – тип тегеләр миңә үҙҙәренең ғәмәл дәфтәрҙәрен тотторҙо.
Был төшөмә бик ғәжәпләнеп, уның тураһында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм, әлбиттә. Бөгөн башҡорт әүлиәләренең тормошо тураһында бер нисә тиҫтә китап яҙҙым инде. Ысынлап та, төшөмдә вәғәҙәләнгәнсә, һәр саҡ бөтәһе лә ыңғай ғына килеп сыҡты. Йә уларҙың тормошо тураһында белгән кешеләр осрай, йә уларға арналған сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Әүлиәләребеҙ тураһында яҙыу өсөн ҡайҙарҙа ғына булманым да кемдәр менән генә осрашманым. Мәҫәлән, Ғабдулла Сәйеди тураһында яҙырға ниәт иткәс, Үзбәкстандың Бохара, Сәмәрҡәнд ҡалаларына ике тапҡыр барҙым. Зәйнулла ишандың юлын ҡабатлап, хаж да ҡылырға яҙҙы. Әйткәндәй, тап ошонан һуң мин төшөнөп етмәгән бик күп нәмәгә асыҡлыҡ килде кеүек. Һөҙөмтәлә әүлиәләребеҙ тураһында яҙыуы ла еңелерәк булды.
Әүлиәләребеҙ тураһында яҙғанда, байтаҡ мөғжизәле хәлдәргә юлығырға насип итте. Мәҫәлән, Мөжәүир хәҙрәт бер мәл төшөмә инде: “Ҡыҙым, һиңә бетеү кәрәкме?” – тип һораны. Бер аҙҙан Баймаҡта осрашыуҙа таныш булмаған ҡатын миңә фото тотторҙо. Тап шул урында һәм шул кейемдә Мөжәүир олатай баҫып тора – тулыһынса төшөмә ингәндәге кеүек! Улы Мөхәммәт тә был фотоны күргәс, бик ғәжәпләнде, баҡһаң, уны күргәндәре булмаған. Шуға ла хәҙер Мөжәүир хәҙрәт тураһында китаптың беренсе битенә ошо рәсемде бетеү итеп ҡуям.
– Башҡорт халҡының әүлиәләре тураһында башҡа төбәктәрҙә беләләрме?
– Әлбиттә, шул тиклем яҡшы беләләр. Мин китаптарымдың таралыуына ҡарап фекер йөрөтәм. Уларҙы һатып алыу өсөн Төмән, Омск, Татарстан, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа бик күп төбәктәрҙән мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы китабым ғына ла ҡырҡ меңгә яҡын дана менән таралды.
– Дағстанда мәсеттәрҙе башҡорт әүлиәләре исеме менән атайҙар, тип тә ишеткәйнем...
– Унда Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тормошон өйрәнгәндә барғайным. Ысынлап та, был шәхесте Дағстанда бик ныҡ ихтирам итәләр. Уға бағышлап хайран ҡалырлыҡ мәсет төҙөгәндәр. “Беҙ Башҡортостандан”, тиһәң, “Зәйнулла ишандың иленән килгәндәр”, – тип күтәреп алырға торалар. Башҡорт халҡына ҡарата ла ихтирам бик көслө. Мәҫәлән, миңә шәхси водитель биреп ҡуйҙылар, телевидениеға һәм радиоға алып барҙылар, мәҙрәсәләрҙә осрашыуҙар үткәрҙеләр. Башҡорт ишаны Баязит Хәйруллиндың исеме ҡушылған мәсет тә эшләй, тау башында бар тирә-яҡты һоҡландырып ултыра. Башҡорт дин әһелдәренә ҡарата иғтибарлы булыуҙары мине бик ныҡ шатландырҙы, әлбиттә. Әйткәндәй, Дағстан бай төбәк түгел, ләкин халыҡ мәсет төҙөлөшө өсөн аҡса йәлләмәй.
Шуны ла әйткем килә, беҙгә халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Үҙ-ара ыҙғыш бер ҡасан да яҡшыға алып бармай. Мәҫәлән, бөгөн китаптарымды башҡорттар ғына түгел, татар ҙа, урыҫ та, башҡа милләт вәкилдәре лә уҡый. Беҙгә, мосолман халҡына, берләшергә кәрәк. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, башҡа милләт вәкилдәре тарафынан һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәт тойҙом.
Бер хикәйәт иҫемә төштө әле. Ете туған ни өсөндөр талашып ята икән, яндарына аҡһаҡал килгән дә, тегеләргә биленән бәйләнгән селек һепертке тотторған. “Йә, ошоно һындырып ҡарағыҙ әле”, – ти икән. Тегеләр нисек кенә тырышһа ла, һындыра алмаған. Аҡһаҡал шунан һеперткенең бауын сискән дә тегеләрҙең алдына таратып һалған. “Йә, хәҙер һындыра алырһығыҙмы?” – ти икән. Әлбиттә, тегеләргә селекте һындырыу ауырлыҡ тыуҙырмаған. “Бына тормошта ла шулай – бергә һәм берҙәм булғанда, һеҙгә берәүҙең дә көсө етмәйәсәк, ә ыҙғышып һәм тартҡылашып көн иткән хәлдә киләсәгегеҙ ҡараңғы”, – тигән аҡһаҡал быларға.
– Лира апай, бөгөн һеҙҙе йәмғиәтебеҙҙәге ниндәй мәсьәләләр борсой? Ә нимәләр шатландыра?
– Халҡыбыҙҙы ниндәй мәсьәләләр борсой, мине лә шулар уйға ҡалдыра. Төп бурысыбыҙ – Ер-әсәне киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең әҙәпһеҙлеге, ҡанһыҙлығы, аҙғынлығы, тәбиғәтебеҙҙе рәхимһеҙ рәүештә талауы, Аллаһы Тәғәләнең барлығын һәм берлеген танымауы ахырызаман тураһында уйланыуҙарға этәрә. Ҡайҙа ошо ҡараңғы сифаттар таралған, шул төбәккә бәлә-ҡаза килә. Быны тарих та раҫлай.
Эйе, башҡа тарафтар менән сағыштырғанда, беҙҙә был йәһәттән хәлдәр күпкә яҡшыраҡ. Мәҫәлән, телевидение менән радиола әҙәпһеҙ тапшырыуҙар юҡ кимәлдә. Әммә бөтә Ер шарын ялмарға ашҡынған яман күренештәр беҙҙең йәш быуынға ла йоғонто яһамай ҡалмай шул, үкенескә ҡаршы. “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” китабында ла был турала яҙғайным.
Ә шатландырғаны – Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа иманға ҡайтыусылар арта. Быны ла китаптарыма ихтыяж артыуынан тойомлайым. Тимәк, кешеләр яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыла. “Китаптарығыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң, донъяға ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе”, – тип яҙған уҡыусыларым күп. Яҙыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме ни?!
– Тимәк, яҡшыға өмөт бар.
– Һис шикһеҙ. Имам әл-Ғазалиҙың “Диңгеҙ кеүек булам тиһәгеҙ, диңгеҙ кеүек булығыҙ! Шул саҡ бөтә йылғалар ҙа һеҙгә ҡарай ағыр!” тигән хикмәтле һүҙҙәре бар. Бында бик тәрән мәғәнә һалынған. Бәләкәй генә йылғаны ла кире ҡаҡмағанға диңгеҙ шундай көслө һәм дәһшәтле.
Ысынлап та, беҙ – әүлиәләргә һәм күренекле шәхестәргә бай халыҡ. Мәҫәлән, “Ҡанатлы баһадир” исемле китабымдың геройы Ҡотдос Латиповты ғына алып ҡарайыҡ: 23 йәшендә генә Советтар Союзы Геройы була, ун тапҡыр Еңеү парадында ҡатнаша. Йә иһә “Вәрәҙәкүл аҡсарлағы” повесының төп геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәхразый Таһиров – Ленин ордены кавалеры, “Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған шәхес. Ғабдулла Сәйеди ун дүрт телдә иркен һөйләшкән күп яҡлы ғилем эйәһе, әүлиә, көслө табип булараҡ танылған. Бына шундай шәхестәребеҙҙе онотмағанда, уларҙың данын күтәргәндә, халҡыбыҙҙың да ҡеүәте һәм абруйы, һис шикһеҙ, күтәреләсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әңгәмәләште.