Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Февраль 2022, 10:45

Билдәле композитор Илшат Яхин арабыҙҙан китте...

Уға ни бары 48 йәш ине. 

Билдәле композитор Илшат Яхин арабыҙҙан китте...Билдәле композитор Илшат Яхин арабыҙҙан китте...
Билдәле композитор Илшат Яхин арабыҙҙан китте...

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. Өфөлә билдәле композитор, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка өлөшө мөдире Илшат Яхин вафат булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үлемендә лә коронавирус эҙе бар. Уның коллегалары белдереүенсә, ул үткәргән коронавирустан һуң инсульт кисергән. Уға 48 генә йәш булған. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Оҫта баянсы, композитор һәм аранжировкалаусы Илшат Ғәббәс улы 1973 йылдың 18 майында Учалы районының Ҡотой ауылында тыуған.

1988 йылда Өфө музыка тәрбиәләнеүселәре мәктәп-интернатына (хәҙерге Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатына) уҡырға инә. Өфө сәнғәт училищеһының музыка факультетын баян класы буйынса тамамлаған. 1992 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына баян класы буйынса уҡырға инә.

Студент сағынан Сибай дәүләт филармонияһында халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе булып эш башлай. Был коллектив составында Франция, Греция, Белгород, Ташкент, Сәмәрҡәнд ҡалалрында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 2001 йылдан “Карауанһарай” төркөмөнөң аккомпаниатр-концертмейстеры була, аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының музыка өлөшө мөдире итеп тәғәйенләнә. Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәй. 

Илшат Яхин республика кимәлендәге сараларҙың композиторы һәм аранжировкалаусыһы, музыка биҙәлеше авторы: “Башҡорт йыры”, балалар араһында “Байыҡ” бәйгеһе һәм башҡалар. Шулай уҡ “Ете ҡыҙ” йырлаусы фонтанының музыкаль материалын ул әҙерләгән.

Уның ҡапыл, йәшләй генә вафат булыуы шаңҡытты. Ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас