Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Февраль 2022, 03:02

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ: “Журналистикаға килгән кеше үҙен был эшкә тулыһынса арнарға тейеш”

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты, Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев – республикала билдәле шәхестәрҙең береһе. Тыныс, тыйнаҡ, һәр һүҙен үлсәп һөйләгән, кәрәк ерҙә тос фекерен тура әйткән билдәле журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре бер ваҡытта ла бер урында тапанмай, алға барыуын дауам итә. Шуны ла әйтергә кәрәк, тормош юлында уға төрлө кешеләр, етәкселәр, “Башҡортостан” телевидениеһының көслө журналистары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығында республиканың гәзит-журналдарының коллективтары менән эшләргә насип була.

Ошо көндәрҙә журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев 70 йәшлек юбилейын билдәләне, ошо айҡанлы уның үткәндәренә күҙ һалдыҡ.

 

– Фәнил Шәмсетдин улы, олпат йәштә үҙегеҙҙе нисек тояһы­ғыҙ? Ҡасандыр ябай йөк ташыусы булып эш башлаған ауыл малайының шундай вазифаларға үрләүенең сере нимәлә?

– Мин бала саҡта үҙемде 70 йәшлек бабай итеп күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Әле лә ошо йәш­кә еткәнемде тоймайым, дөрө­ҫөрәге, быға ышанғы, шул ысынбар­лыҡтың раҫ икәнен тойғо килмәй.

2020 йылда үҙаллы хеҙмәт юлына баҫҡаныма 50 йыл тулды. 1970 йылдың 28 авгусында Өфө “Ҡала хужалығы идаралығының” ремонт-төҙөлөш участкаһына “йөк тейәүсе” булып урынлашыуым тураһында хеҙмәт кенәгәһендәге тәүге яҙыу һөйләй. БДУ-ның география факуль­те­тының киске бүлегенә (көндөҙгө бүлегенә инә алмағас) көс-хәл менән үтеп киттем, әммә был минең хыял түгел ине. Уҡыуҙы ла, эште лә ҡалдырып, армияға алындым.

Рабфак, филология факультеты, 1979 йылда Башҡортостан радио­һында эш башлау... Тимәк, минең профессиональ журналист булып ки­теүемә лә 40 йылдан ашыу ваҡыт үт­кән. Төрлө кимәлдәге дәүләт хеҙмә­те, йәмәғәт эштәре, донъя мәшәҡәттәре...

Быларҙың бөтәһе хаҡында ла ҡағыҙға төшөргө килә, әммә сама ла белергә кәрәк.

 

– Тартҡан атҡа тейәйҙәр, тигән һүҙҙәр һеҙгә төбәп әйтелгән кеүек...

– Совет осоронда әүҙем йәмәғәт эше алып барыу кемдер өсөн тәбиғи күренеш ине: йондоҙсоҡ, пионер отряды, комсомол ойошмаһы баҫҡыс­та­рын үтеү, ундағы төрлө йүнә­лештәге йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу – үҙе бер тормош мәктәбе ул. Үҙаллы тор­мошҡа аяҡ баҫҡас, үҫмер саҡта алған тәжрибә ярап ҡала. Әлбиттә, бөтә кеше лә әүҙем йәмәғәтсе булып китмәй, бының өсөн ниндәйҙер сифаттар – тәүге сиратта фиҙакәрлек, талапсанлыҡ, ойоштора белеү һәләте, яуланған абруй кеүек һыҙаттар кә­рәктер. Иң мөһиме, һин үҙеңә күр­һәтелгән ышанысты һөҙөмтәле эшең менән аҡларға тейешһең, шул саҡта ғына һине кешеләр ҙә, йәмәғәт тә ихтирам итер, ышаныр, артыңдан барыр.

Мәктәп-интернатта уҡығанда отряд советы рәйесе, класс старостаһы итеп һайландым, IX–X кластарҙа “Йәш дзержинсылар” ойошмаһының комиссары булдым. Был вазифамды баш­ҡа­рыу миңә артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.

Интернатта беренсе кластан уҡығас, бындағы тәртипте, “яҙыл­маған” ҡанундарҙы белеп-һеңдереп үҫтем, спорт менән шөғөлләнеү ҙә ярҙам иткәндер тим, тиңдәштәрем араһында абруйым бар ине, маҡтанып әйтмәйем. Мәктәп-интернатта алған тәрбиә, унда һеңдергән тормош ҡанундары артабанғы йәшәйешемдә оло таяныс һәм терәк булды, төрлө ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итте.

Айырыуса был хәрби хеҙмәттә үҙен һиҙҙерҙе. Миңә әрме тормошона өйрәнеп китеү ауыр булманы. Белоруссияла зенит-ракета дивизионында артабанғы хеҙмәтемде дауам иткәндә лә ошо принцип хөкөм һөрҙө. Миңә, взвод командиры урынбаҫарына, мәктәп-интернат биргән белем, физик сынығыу, йәмәғәт эшмәкәрлеге аша алған тәжрибә “Хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы” булырға, бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләк­ләнергә, командирҙарҙың рәхмәт хаттарына лайыҡ булырға ярҙам ит­кәндер. 1973 йылда әрменән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек бүлегенә (рабфак) индем, артабан филология факультетында белем алдым.

Студент йылдарында ла төрлө йә­мәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштым, төҙөлөш отрядтарында ла эшләнем. Ике йыл рәттән төҙөлөш отряды командиры булыуымды университет етәкселеге ыңғай баһалағандыр, 1978 йылда мине Германия Демократик Республикаһына барасаҡ интернациональ төҙөлөш отрядына билдә­ләнеләр. Ул саҡта Галле округы менән Башҡортостандың хеҙмәт­тәшлеге ныҡ булды.

“Тартҡан атҡа тейәйҙәр”, тигәндәй, миңә башҡа төрлө йәмәғәт эштәренә егелергә лә тура килде, ҡайһыларын һанап ҡына китәм: бер нисә баҫ­маның, шул иҫәптән “Ағиҙел” журна­лының, “Башҡортостан” гәзитенең мөхәрририәт ағзаһы, НАТ (Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциа­цияһы) ойошмаһының Башҡортос­тандағы вәкиле, Балалар фонды президиумының, Мәҙәниәт фондының республика советы ағзаһы, ете йыл “Берҙәм Рәсәй” партияһын яҡлаусы­лар­ҙың республика советы ағзаһы (Совет сторонников), Мәҙәниәт министрлығының, Йәштәр дәүләт комитетының коллегияһы составында булыу, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһына һайланыу – бөтәһен дә һанап бөтөрлөк түгел.

– Чиновник булып та йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙы дауам иткәнһегеҙ, бигерәк тә яҡташтарығыҙҙы һәм Табын ырыуы вәкилдәрен туплауҙа...

– Йәмәғәт эштәре чиновниктарҙы ла урап үтмәй – министрлыҡта, Мат­буғат идаралығында эшләгәндә лә миңә улар менән туҡтауһыҙ шө­ғөлләнергә тура килде. 2000 йылдар башында ауылыбыҙ тарихы, нәҫе­лебеҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башланым, интернатта беҙгә тарихтан һабаҡ биргән уҡытыусыбыҙ, профессор Әнүәр ағай Әсфәндиәровтан ошо йүнәлештә кәңәштәр ҙә алдым.

2000 йылда беҙ Ҡырмыҫҡалы ра­йо­нында тәүге тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторҙоҡ. Ул Малай ауылының 320 йыллығына арналғайны. Ауыл советы рәйесе Азамат Ғәйфуллин, дәүләт һәм йә­мәғәт эшмәкәре Рәйлә Вахитова һәм башҡа яҡташтар был сараны әҙерләү һәм үткәреү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. 2016 йылда ошондай байрамды яңынан ойошторҙоҡ. Был сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Беренсенән, байрамға әҙерлек ба­рышында йорт-ихаталар төҙөк­ләндерелә, урамдар тәртипкә кил­терелә, юлдар яңыртыла; икенсенән, халыҡ үҙенең ҡунаҡсыллығын күрһәтә, ситтәге нәҫел-нәсәбен барлай, рәхәтләнеп ял итә, төрлө мәҙәни-спорт сараларында ҡатнаша.

Ауылда үткәрелгән “Шәжәрә байрамдары” ла халыҡ өсөн файҙалы бул­ды, унда әүҙем ҡатнашыусылар үҙе­нең сығышын, нәҫел ебен өйрәнә алды, шәжәрә ағастарын эшләп, балаларына, киләсәк быуынға аманат итеп ҡалдырҙы, туғанлыҡ ептәрен барлап, зат-ара бәйләнештәрен нығытты.

Өфөлә Ҡырмыҫҡалы районында тыуған бик күп яҡташтар йәшәй, араларында танылған фән эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, артистар, журналистар, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, табиптар һәм башҡалар бик күп. Ул осорҙа район хакимиәте башлығы урын­баҫары булып эшләүсе Азамат Ғәй­фуллин, танылған яҙыусы Ирек Кинйәбулатов, мәғариф хеҙмәткәре Фәнзил Санъяров һәм башҡалар менән кәңәшләшеп, “Яҡташтар” ойошмаһы төҙөргә булдыҡ. Район хакимиәте башлығы Хәмзә Рәйес улы Әхмәтов беҙҙең ынтылышты хупланы. Тиҙ арала райондаштарҙың йыйылышын уҙғарып, ойошманың идара­һын һайланыҡ, структураһын билдәләнек. Бынан һуң 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән.

Әллә ни ҙур эштәр атҡармаһаҡ та, беҙҙе Өфөләге ошондай ойошмалар араһында иң әүҙеме тип әйтәләр. Беҙ баш ҡалала ҡырмыҫҡалыларҙың өс осрашыуын әҙерләп үткәрҙек.

Яҡташтар ойошмаһында ихлас ҡатнашҡан Ирек Кинйәбулатов, Рәсих Ханнанов, Флүрә Ноғоманова, Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм башҡалар хәҙер юҡ инде. Беҙҙең эште дауам итеүсе йәштәр алмашҡа килер, тип ышанам.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ырыуҙар хәрәкәте башланғас, беҙҙең табындар тәүгеләрҙән булып 1993 йылда Ғафури районында үҙҙәренең ойоштороу йыйынын үткәрҙе. Икен­сеһе – 1994 йылда  Ҡырмыҫҡалыла уҙғарылды. Был хәрәкәт артабан бер һүнеп, бер янып тигәндәй барып, үҙ ағышына ҡуйылды. Хатта бәғзе берәүҙәр, халыҡты ырыу-ҡәүемдәргә бүлеү – милләтте тарҡатыу ул, тип ҡаршы ла сығып маташты. Шулай ҙа беҙ 2007 йылда табындарҙың III йыйынын Өфөлә ойошторҙоҡ. “Урал” халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Иҫәновтың ярҙамы ҙур булды. Әлфиә Ғимаҙиева, Зөфәр Сәлихов, Нурислам Ҡалман­таев, Әлмира Килмәкова, Роберт Солтанов, Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғиниәт Ҡунафин, Тимур Лоҡмановтар эштең башында йөрөнө, мин ойоштороу комитеты етәксеһе инем. Башҡорт дәү­ләт филармонияһында 10 район-ҡаланан, Силәбе, Ырымбур өлкәлә­ренән, Татарстандың Мөслим райо­нынан 103 делегат йыйылды. Тейешле ҡарарҙар, резолюция ҡабул ителде. Яңы идара һайланыҡ, иң киҫкен проблемаларҙы сисеүҙе үҙ эсенә ал­ған план төҙөп, әүҙем генә эшләп киттек.

Йәмәғәт хәрәкәтендә ҡатнашҡан, уны ойошторған өсөн аҡса түләнмәй, дан-шөһрәт тә өҫтәлмәй. Рәсми орган­дарҙан да матди ярҙам күрһәтелмәй, бары тик шәхси тырышлыҡҡа, күңел ынтылышына, руссалап әйткәндә, энтузиазмға таянып ҡына ыратып булмай шул эште. Шуның арҡаһында күп кенә башланғыстар ҡабына ла һүнә, йәмғиәткә кәрәк ғәмәлдәр тормошҡа ашырылмай ҡала.

Әлбиттә, был “торғонлоҡ” осорон еңеп сығырға, республикала барған үҙгәрештәргә таянып, ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙергә кәрәк ине.

2016 йылдың көҙөндә беҙ, бер төркөм әүҙемселәр, йыйылып ошо хаҡта кәңәшләшеп алдыҡ, сираттағы IV йыйынды үткәреү, унда ниндәй мәсьәләләр ҡараласағы, делегаттар һайлау кеүек ойоштороу мәшә­ҡәттәрен тикшерҙек. Йыйынды әҙерләү һәм уҙғарыу төркөмөнә Ниязбай Сәлимов, мин, ауылдашым Рәйлә Вахитова, Әлфиә Ғимаҙиева, Клара Әһлиуллина, Илдар Шәйәх­мәтов, Зөфәр Сәлихов, Әлфиә Әсәҙуллина, Нурислам Ҡалмантаев һәм башҡалар инде. Күмәк, берҙәм тырышлыҡ менән IV йыйынды 2017 йылдың февраль айында Өфөлә ойошторҙоҡ.

Башҡарылған сараларҙың бөтәһен дә һанап китеү мөмкин түгел. Шулар­ҙың иң әһәмиәтлеһе һәм файҙалыһы – “Табынфест” тип аталған йәштәр һа­бантуйы булды. Тәүгеһен 2017 йыл­дың йәйендә Архангел районында үт­кәрҙек, икенсеһе – 2018 йылда Ҡыр­мыҫҡалы ерендә. 2019 йылда йәштәр һабантуйын Тәтешле районы ойошторҙо.

Коронавирус пандемияһы арҡа­һында 2020 – 2021 йылдарҙа “Табынфест” үткәрелмәне. 2022 йылда уны Ғафури районында ойошторорға ниәтләнәбеҙ.

 

– Фәнил Шәмсетдин улы, тормошоғоҙҙоң иң яуаплы һам ауыр осоро телевидениела үткән. Ошо йылдар һәм бөгөнгө менән бәйләнеш бармы?

– Мине 2013 йылда 270 кешене берләштергән телевидение һәм радио ветерандары советының рәйесе итеп һайлағайнылар. Быға тиклем бер кем дә был эш менән йүнләп шөғөл­ләнмәгән. Исемлекте ҡарап-тулыландырып, һуғыш ветерандарын барлап сыҡтым. Профсоюз комитеты рәйесе Светлана Мушкина менән телевидениела бергә эшләгәс, тиҙ генә уртаҡ тел таптыҡ.

Әйтергә кәрәк, ДТРК (М. Яҡупов) етәкселеге ветерандарға һәйбәт ҡарай, төрлө саралар уҙғарыуға аҡса бүлә: юбилярҙарҙы ҡотларға, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатырға. Йылына ике тапҡыр – Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөн һәм 8 Март, 23 февралдәге байрамдарҙы бергә билдәләргә ветерандарҙы саҡыралар, бер ни тиклем аҡса бирәләр, улар бик риза булып ошо сарала ҡатнаша. Ни тиһәң дә, бөтә ойошмаларҙа ла бындай осрашыуҙар үткәрелмәй, ветерандарҙы оноталар, хатта байрамдарҙа асылма (открытка) менән дә ҡотламайҙар.

Артабан мине ветерандарҙың район советына индерҙеләр, хатта мәҙәни саралар комиссияһы рәйесе итеп һайланылар. 2017 йылда вете­рандарҙың ҡала советы президиумына мәжбүрләп тигәндәй һайлап ҡуйҙылар. Бында эштәр бик шәп бара, рәйесе Р. Фәйзрахманов – бик әүҙем, инициативалы кеше, бөтә башланғыс­тарҙың башында тора, ойоштора ла белә, талап та итә. Мин матбуғат саралары менән бәйләнеш өсөн яуап бирәм, айырыуса “Ветеран Башкортостана” журналы менән тығыҙ ара­лашабыҙ. Президиум ағзалары менән “Башҡортостан” телерадио­компа­нияһында һәм Журналистар союзында осрашыуҙар ҙа ойошторҙом. Ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалды. Ветерандарҙың ҡайһылары телевидениела тәүге тапҡыр икән, аҙаҡ етәкселек менән осрашып фекер алыштыҡ, һорауҙар күп булды. Ололар, етеләге – етмештә, тигәндәй, күп нәмәләр тураһында белергә теләй бит ул.

Телевидение, радиола ололарға элек-электән ихтирам һәм иғтибар ҙур булды. Мин эшләгәндә унда 50-гә яҡын һуғыш ветераны бар ине. Камил Хәмитов ағай менән бер бүлмәлә ултырҙыҡ, ул “Леонид Брежневтың ҡулынан орден алдым” тип һөйләй торғайны. Өлкән кинооператор Алексей Семенович Ахметченко самолетта борт уҡсыһы булған, күп алыштарҙа ҡатнашҡан. Ҡытай телен яҡшы белгән Шәүкәт ағай Макулов Япония ғәскәрҙәрен тар-мар итеү, үҙенең тәржемәсе сифатында хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләй тор­ғайны. Әйткәндәй, ул һуғыш яугирҙәре араһында иң оҙаҡ йәшәгәне булды, ахырыһы, 2020 йылдың көҙөндә 96 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

– Ә бит, дөйөм алғанда, һеҙҙең тормош журналистиканан айы­рыл­ғыһыҙ. Ҡасан был өлкәгә ылығып киттегеҙ?

– 1979 йылда Башҡорт АССР-ының Радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының Баш­ҡорт­остан радиоһында тәржемәсе булып эшләй башланым. 1988 йылдың көҙөндә Башҡорт АССР-ының Радио һәм телевидение буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп бығаса Министрҙар Советында бүлек мөдире булып эшләгән Салауат Килдинды тәғәйенләнеләр. Телевидение буйынса урынбаҫар – Ғата Имаев, мин – ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар Баш редакцияһының баш мөхәррире. Салауат менән беҙ 1-се мәктәп-интернатта бергә тәрбиәләндек, ул минән бер класҡа алдараҡ уҡыны, аралашып та йөрөй торғайныҡ. Беҙҙе спорт яҡынайтты, ул – самбоға, мин классик көрәш секцияһына йөрөнөм.

Ноябрь айында Ғата ағай хаҡлы ялға сыҡҡас, мин Баштелевидение директоры вазифаһын башҡарыусы булып ҡалдым. Эш тәжрибәм дә, белемем дә етерлек (ситтән тороп Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡыйым), коллективта абруйым да бар шикелле. Юғарыла ултырған етәкселәр хеҙмәтемде күрҙе, эш өсөн янып йөрөүемде баһаланы, 1989 йылдың февраль айында рәйес урынбаҫары итеп раҫланылар. Матур ғына эшләп алып киттек. Яңы форматтағы тапшы­рыуҙар астыҡ, “тура эфир”ҙы яңынан ҡуллана башланыҡ, әлегесә әйткәндә, заман талаптарына яуап биргән проекттар булдырҙыҡ: ток-шоу, телекүпер, асыҡ студия кеүек жанрҙар көндәлек программаларҙа ныҡлы урын алды. Халыҡ араһында ныҡ популяр булған “Актуаль камера” тапшырыуын әүҙемләштерҙек, “үҙгәртеп ҡороу”, “асыҡлыҡ” заманы ине бит, тормош менән бергә атланыҡ.

1991 йылда Президент Указы менән Дәүләт комитеты бөтөрөлдө, уның урынына телевидениены, радионы, телеүҙәкте үҙ эсенә алған “Башҡортостан” дәүләт телерадио­компанияһы (ДТРК) ойошторолдо. Был эште лә атҡарып сыҡтыҡ, телевидениеның яңы структураһы булдырылды, кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирҙек, яңы студия комплексын төҙөү башланды. Шул осорҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Тамыр” студияһы асылды, телевидениела тәүге башҡортса йәнһүрәт төшөрөлдө, заманса ҡорамалдар һәм техник йыһаз урынлаштырылды.

Әйтергә кәрәк, Салауат Килдин ДТРК-ның генераль директоры бул­ғанда ифрат ҙур эштәр атҡарылды, ул үҙен оҫта ойоштороусы, алға ҡарап йәшәүсе етәксе итеп күрһәтә алды.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры Ғәлим Хисамов үҙенең урын­баҫары итеп саҡырғас, мин дә 18 йыл хеҙмәт һалған коллективымдан айырылып, яңы урынға күстем. Был 1995 йылдың 9 мартында булды. Миңә урындағы телевидение һәм радионың эшмәкәрлеген яйға һалырға ҡушылды.

Ул осорҙа республикала яңы телестудиялар барлыҡҡа килә башла­ғайны. Белгестәр етешмәй, техника-ҡорамалдар юҡ, урындағы ҡайһы бер етәкселәр ярҙам итеү урынына ярҙан этә. Шулай ҙа Салауат, Туйма­зы, Мәләүез, Ишембай ҡалаларында, һуңғараҡ Стәрлетамаҡта телестудиялар астыҡ. 1995 йылдың көҙөндә Туймазыла урындағы телевиде­ние­ларҙың I фестивален үткәрҙек. Республика “Телетапшырыуҙар әҙерләү­се­ләрҙең милли ассоциацияһы”на (НАТ, рәйесе Эдуард Сагалаев) ҡабул ителде. Урындағы радиолар, район-ҡала гәзиттәре редакциялары составында ине, шулай булғас, улар менән эшләү еңелерәк барҙы.

Министр Ғәлим ағай Хисамов бик итәғәтле, кешеләргә ихтирамлы булды, оло тормош мәктәбен үткән, юғары партия органдарында эшләгән кеше булараҡ, үҙе етәкселек иткән коллективтың, ғөмүмән, бөтөн матбу­ғат-полиграфия тармағының эшмә­кәр­леген ул йылдарҙағы ауыр осорҙа ла маҡсатҡа ярашлы итеп ойоштора алды. Яңы баҫмалар бар­лыҡҡа килде, полиграфия предприятиеларында ҡо­рамалдар яңыларына алмаштырылды.

1998 йылдың 11 февралендә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығына икенсегә эшкә килдем. Бынан алда ғына Ғәлим Хисамовты “Башҡортостан” гәзитенә баш мөхәррир итеп күсереп, урынына Лилия Николаеваны тәғәйенләгәйнеләр. Лилия Васильевна оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләгән полиграфист, иҡтисадсы ине.

Журналистикала хеҙмәт һалған, телде яҡшы белгән кеше кәрәк булғас, мине үҙенең беренсе урынбаҫары итеп саҡырҙы. Телевидениены ташлап китке килмәһә лә, ризалаштым. Сираттағы вазифа бер-ике баҫҡысҡа юғарыраҡ та ине, бөтә республика матбуғаты менән эшләү мөмкинлеге лә үҙенә тартты.

Заманалар ауыр ине, журналистар ваҡытында хеҙмәт хаҡы ала алмай, гәзит-журнал баҫырға ҡағыҙ юҡ. Район-ҡала типографияларында ғына түгел, “Башҡортостан” нәшриәтендә, Өфө полиграфия комбинатында йыһаздар иҫкергән, редакцияларҙа компьютерҙар ҡулланыу саҡ-саҡ индерелә башлаған. Яңы министр ҡыйыу тотондо, беренсе сиратта етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, өҙөклөктән сығыу буйынса эш башланы. Ошо юҫыҡтағы бер генә аҙымын иҫкә төшөрәм, ул дәүләт ҡарамағындағы ғәҙәттән тыш хәлдәр осоронда ғына файҙаланыла торған фондтан ике вагон ҡағыҙ алыуға өлгәште, редакциялар гәзит-журналдар сығарыуҙы дауам итте.

2000 йылдың апрелендә Зөфәр Тимербулатовты министр итеп раҫла­нылар, әйткәндәй, ул да минең һымаҡ, “бер йылғаға икенсе тапҡыр инде”, 80-се йылдарҙа министр булып эшләп алғайны.

Зөфәр Тимербулатовтың иң ыңғай яҡтарының береһе – ул һәр төрлө башланғыстарҙы хуплап ҡаршыланы, үҙе лә тик торманы, яңы идеялар, яңы проекттар унан сыға ине.

Шулай итеп, 2004 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмә­те ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары, етәксе вазифаһын башҡарыусы булып эшләргә насип итте.

Әйткәндәй, министрлыҡ идара­лыҡҡа әйләндерелгәс, етәксенең күп кенә урынбаҫары алышынды. Әммә ике генә кеше, мин һәм Венера Хәкимова, ошо вазифаларҙа ҡала килдек. Был маҡтаныу йәки үҙ-үҙеңде юғары баһалау түгел, ә ысынбарлыҡ. Тимәк, кем менән генә эшләһәк тә, ниндәй генә ҡаршылыҡтар-һикәлтәләр аша үтһәк тә, бирешмәгәнбеҙ, эше­беҙҙе белеп, еренә еткереп башҡар­ғанбыҙ, етәксе менән дә, коллектив менән дә уртаҡ тел таба алғанбыҙ.

2010 – 2013 йылдарҙа – “Тамаша” журналының баш мөхәррире, 2013 – 2019 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары, яуаплы секретары булырға ла яҙҙы. Журналистар союзына бәйле эшмә­кәр­легем 1983 йылда башланды, әле­ге көндәрҙә лә бәйләнеште өҙмәйем.

Әйткәндәй, үҙемдең хеҙмәт юлымда миңә 12 етәксенең ҡулы аҫтында эшләргә тура килде. Төрлө ваҡыттар, сетерекле хәлдәр, һүҙгә килешкән саҡтар булғандыр, әммә миңә бер етәксенең дә, Дәүләт комитеты рә­йесе, генераль директор, министр, идаралыҡ начальнигы булһынмы, береһенең дә “һин эшләй белмәйһең, тупаҫһың, коллективты ойоштора алмайһың, ялҡауһың һәм башҡалар” тип әйткәне булманы. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем, был минең вазифаға ҡағылмай, тип ҡаршы­лашып торманым. Етәкселәр менән етәкселәрсә, коллектив ағзала­ры менән кешесә мөғәмәлә итергә, уларҙың һүҙен тыңлай белергә тырыштым.

Йылдар үтте, беҙ күптән инде хаҡ­лы ялдабыҙ. Әммә министрлыҡта бер­гә эш башлаған, һуңынан уны Мат­буғат идаралығында дауам иткән хеҙмәт­тәш­тәрем менән дуҫлыҡ дауам итә.

Ғөмүмән, минеңсә, журналистикаға килгән кеше үҙен был эшкә тулыһынса арнарға, тормошоноң бер йүнәлеше тип ҡарарға тейеш.

 

– Фәнил Шәмсетдин улы, һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡот­лайбыҙ! Киләсәктә лә ижад йыл­ғағыҙ шаулап ағыуын дауам итһен, һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас