Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2022, 16:00

Ғафаровтар ғаиләһендә - матур байрам!

Фидан Сафа улы – легендар сәхнә оҫтаһы, Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы иһә, уның эргәһендәге ҡояш кеүек, юлдарын яҡтырта, йылыта.

Ғафаровтар ғаиләһендә - матур байрам!Ғафаровтар ғаиләһендә - матур байрам!
Ғафаровтар ғаиләһендә - матур байрам!

Матур ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә татыу, башҡаларға өлгө булып йәшәгән парҙар һәр ваҡыт һоҡландыра.

Бөгөн яратҡан артисыбыҙ, йырсы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров ҡатыны Фәриҙә менән бергә йәшәүҙәренең 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Ошо уңайҙан уларҙы Мәҙәниәт министрлығы ла тәбрикләне. Министр Әминә Шафиҡова юбилярға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе:

“Хөрмәтле Фидан Сафа улы һәм Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы! Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе бергә йәшәүегеҙгә 55 йыл тулыу менән ихлас ҡотлайым. Зөбәржәт туй – ысын мөхәббәт, аҡыл һәм бәхет байрамы. Һеҙҙең ғаиләгеҙ бергә күпте кисергән, иңгә-иң терәп ниндәй юл үтеүегеҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Һеҙ – йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө. Фидан Сафа улы – легендар артист, Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы иһә, уның эргәһендәге ҡояш кеүек, юлдарын яҡтырта, йылыта.  Ошо матур көндә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйем. Көн һайын тормошоғоҙҙо мөхәббәт нуры тултырһын!”.

"Башҡортостан" гәзите редакцияһы ла матур, йырлы парҙы зөбәржәт туйҙары менән ҡотлай һәм оҙон ғүмер, һаулыҡ теләй.

Фото: Ф. Ғафаровтың сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас