

Мәләүез районында эшләп килгән "Илһам" ансамбле 2016 йылда ойошторолған. Ойоштороусыһы һәм етәксеһе – Зәилә Рафиҡ ҡыҙы Әлмөхәмәтова. Ул – инглиз һәм немец телдәре буйынса юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы.
Зәилә Рафиҡ ҡыҙының йырға-моңға булған һөйөүе ошо ансамблде ойоштороуға этәргес була. Әлеге ваҡытта ансамблдә Мәләүез районының бер нисә ауылынан 35-65 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар тупланған. Уларҙы сәнғәткә һөйөү берләштерә.
“Репертуарҙың күп өлөшөн башҡорт халыҡ йырҙары, композиторҙарҙың әҫәрҙәре тәшкил итә. Сит телдәр уҡытыусыһы булғанға күрә, ул телдәрҙе пропагандалауҙы ла бурысым тип күрәм. Шуға күрә төрлө телдәрҙәге йырҙарыбыҙ ҙа бар. Беҙҙең йырҙарыбыҙҙы, башҡарыу алымыбыҙҙы ихлас ҡабул иткән дуҫтарыбыҙ бик күп. Тамашасыларыбыҙ араһында төрлө милләт кешеләре бар. Туғандаш Татарстанда йәшәгән дуҫтарым беҙҙе үҙ итеп тора. Төрлө милләт вәкилдәренең башҡорт йырҙарына мөкиббән булыуы – ҡыуаныслы хәл. Уларҙың йылы һүҙҙәре, баһаһы эшебеҙгә дәрт-дарман өҫтәй", - ти Зәилә Рафиҡ ҡыҙы.
“Илһам”дарҙың уй-ниәттәре ҙур: әлеге ваҡытта "Созвучие" тигән төбәк фестиваленә әҙерләнәләр, "Байыҡ" телевизион конкурсына саҡырыу хаты алғандар. Йыр-моңдо юлдаш итеп алған уңған, һәләтле ханымдарға һәр саҡ уңыштар ғына юлдаш булһын!
Фото һәм видеояҙмалар Зәилә Әлмөхәмәтованың сәхифәһенән.